Тышта ниндәй генә бурандар ҡотормаһын, иң күркәм байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етә башлаһа, һәр кемдең күңелендә яҙғы йылы хистәр уяна. Шуғалыр ҙа был байрамды һәр кем көтөп ала. Йола буйынса, байрам алдынан Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ҙур сара ойошторола. Унда бар республиканан иң уңған, иң һәләтле, иң эшлекле, иң һылыу гүзәл заттар йыйыла. Быйыл да, бер ниндәй шарттарға ҡарамайынса, тантаналы кисә ойошторолдо.
Ысынлап та, әле март бураны ажғыра, ә бында байрам. Конгресс-холдың эсенә килеп инеү менән гүзәл затты ыҡсым хәрби форма кейгән кадеттар ҡаршы ала. Улар һәр кемгә сәскә гөлләмәһе бүләк итә, ҡотлай. Фойела оркестр матур көйҙәр уйнай. Төрлө һөнәр эйәләре булған эшлекле ханымдар, күп балалы әсәләр, ветеран апай-инәйҙәр – залда кемдәр генә юҡ! Ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
– Һеҙ, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, донъяға яңы тормош бүләк итеүселәр. Ғаиләләребеҙҙә йәм һәм үҙ-ара аңлашыу булдыраһығыҙ. Мөхәббәт һәм матурлыҡты, изгелек һәм наҙлылыҡты, әсә зирәклеген сағылдыраһығыҙ. Балаларға туған телде һәм мәҙәниәтте, Ватанға һөйөү хисен һаҡлайһығыҙ һәм тапшыраһығыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе бала тәрбиәләүгә, йорт мәшәҡәттәренә бағышлайһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта байтаҡ һөнәрҙәрҙә уңыштарға өлгәшәһегеҙ. Изге эштәрҙә, хәйриә өлкәһендә үҙегеҙҙең көслө яҡтарығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, республика үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, – тине ул.
Әйткәндәй, был тантана башланыр алдынан ғына Радий Хәбиров республиканың күп балалы әсәләренә дәүләт наградалары тапшырған. Улар әлеге сараға ла саҡырылғайны.
Төбәк Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәре булып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырым тәбрикләне. Улар еңел булмаған шарттарҙа ла бар йөрәктәрен биреп кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын ҡотҡара.
Радий Хәбиров ҙур рәхмәт һүҙҙәрен Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтып, үтә ауыр һынауҙарҙы сыҙамлыҡ менән кисергән ҡатын-ҡыҙ һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә еткерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе һаулығы ҡаҡшау сәбәпле ошондай сараларҙа ҡатнаша алмай. Әммә беҙ уларҙы ҡотлайбыҙ, улдарса һөйөү хистәре менән ҡосаҡлайбыҙ, тине республика етәксеһе.
– Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел йылыһы теләйем. Ҡатын-ҡыҙ, әсәлек бәхете насип итһен. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан һәм һеҙ яратҡан кешеләрегеҙ булһын. Улар һеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек менән ҡыуандырһын. Барлыҡ изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Бәхетле булығыҙ! Беҙ бөтәгеҙҙе лә ныҡ яратабыҙ! – тине Радий Хәбиров.
Артабан республика етәксеһе алдынғы ҡатын-ҡыҙҙарға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән республиканың Ситуация үҙәге етәксеһе урынбаҫары Лилиана Дауытова менән Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова, табип-педиатр Фәйрүзә Латипова, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Людмила Моторина, Өфө хосписы директоры Радмила Сурначева, Өфө ҡала Советы депутаты Ирина Сухарева, “Тамыр” студияһына нигеҙ һалыусы Луиза Фархшатова лайыҡ булды. “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме “Мостай Кәрим” фонды директоры Әлфиә Кәримоваға бирелде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ла ошо уҡ исемде алды.
Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән тимер юл машинисы булып эшләгән Рәсәйҙәге беренсе ҡатын-ҡыҙ Алена Миронова һәм баш ҡаланың 63-сө торлаҡ-эксплуатация идаралығының урам һепереүсеһе Регина Исхаҡова бүләкләнде.
Артабан бик матур концерт күрһәтелде. Унда балалар, республикабыҙҙың билдәле артистары сығыш яһаны.
Фойела байрамға килгән гүзәл заттар менән аралашырға өлгөрҙөк. Улар бар Башҡортостан халҡына матур теләктәрен еткерҙе. Башҡортостандан Рәсәйҙең Федерация Советы сенаторы, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова:
– Мин беҙҙең гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тәү сиратта һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек, тыныслыҡ теләйем. Әлеге көндәрҙә беҙҙең өсөн иң мөһиме – берҙәмлек. Бер-беребеҙҙе ишетеп, аңлап, ярҙам ҡулы һуҙып йәшәргә кәрәк. Элек-электән күп милләтле Рәсәй халҡы бер ниндәй шарттарҙа ла төшөнкөлөккә бирелмәгән, берҙәм, бер-береһенә ихтирамлы булған. Яҙҙың иң матур байрамы мөбәрәк булһын! – тине.
Күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ҡатын-ҡыҙҙарға күңел тыныслығы теләне.
– Күңелебеҙҙә яҙ булһын, ҡыҙҙар. Ғөмүмән, яҙ етһә, беҙҙең өсөн көн һайын байрам башлана бит. Гүзәл заттар, сабыр булайыҡ, өйөбөҙҙә йылы, уңайлы мөхит булдырайыҡ. Ғаиләбеҙ ағзалары өйгә ял итергә, көс алырға ҡайта, шуны онотмайыҡ. Һәр кемгә һаулыҡ, тыныслыҡ, бәхет теләйем, – тине ул.
Ҡариҙел районынан килгән Эльвина Эрмакбаева иһә тәү сиратта һаулыҡ теләне. Был аңлашыла ла, ул райондың үҙәк дауаханаһында табип-терапевт булып эшләй. Йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, уны барыһы ла хөрмәт итә һәм ярҙамға өмөт итеп килә.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Селтәр” студияһы оҫтабикәһе Әлфиә Әхтәриева ҡатын-ҡыҙҙарҙы донъя тотҡаһы тине. Улар – беҙҙең тамырҙы, ата-бабалар рухын һаҡлаусылар.
Сибай ҡалаһынан килгән уҡытыусы Люциә Насипова иһә бөтәбеҙгә лә сабырлыҡ теләне.
– Ҡатын-ҡыҙ тыныс, сабыр булһа, был ғаиләһендә бөтәһенә лә тәьҫир итә. Эш тип йүгерәбеҙ, тик үҙебеҙҙең тәү сиратта әсәй, ҡатын икәнебеҙҙе онотмайыҡ. Беҙ – ғаләм үҙәге.
Быйылғы яҙ ҡатын-ҡыҙ кеүек нескә, нәзәкәтле булһын, сабырлыҡ, тыныслыҡ килтерһен!
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.