Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 15:30

"Һеҙҙең ярҙамды һәр саҡ тойоп йәшәйбеҙ"

Башҡортостандың гуманитар автоколоннаһы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына барып етте.

"Һеҙҙең ярҙамды һәр саҡ тойоп йәшәйбеҙ"
"Һеҙҙең ярҙамды һәр саҡ тойоп йәшәйбеҙ"

Башҡортостандың гуманитар автоколоннаһы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына барып еткән. Был турала "РИА Новости" матбуғат агентлығына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Тергеҙеү мониторингы үҙәге етәксеһе Виталий Кучеров хәбәр иткән.

"Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының колоннаһы Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар автоколонна алып килде. Уның дөйөм ауырлығы — яҡынса 130 тонна. Автоколоннаға бөтәһе 15 йөк машинаһы ҡуйылды, шуларҙың икәүһе — Башҡортостандың гуманитар ярҙамы", - тине Виталий Кучеров.

Кисә Донецк ҡалаһына Башҡортостандан тағы ике йөк машинаһы килгән.

"Фашизмға ҡаршы барған Бөйөк Ватан һуғышында был ерҙә 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәре башын һалған. Был ер беҙгә эшлекле бәйләнештәр буйынса ғына түгел, ә туғандаш төбәк булыуы менән дә яҡын. Юл ике тәүлеккә һуҙылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәне. Водителдәр хәлде аңлап, 48 сәғәт йоҡламай килде. Беҙ булмаһаҡ, кем?" — тип бәйән итте Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, министр, автоколоннаны оҙатып барыусы Азамат Абдрахманов.

Уның белдереүенсә, бер йөк машинаһын Ростов өлкәһе сигендәге гуманитар коридор көтә – уны Красный Луч ҡалаһына ебәрәсәктәр.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан халҡы 75 тонна гуманитар ярҙам йыйып, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатты. Йөк автомобилдәре колоннаһы Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы эргәһенән 4 мартта ҡуҙғалды.

Автоколонна республика етештереүселәренән он, шәкәр, көнбағыш майы, ит консервалары, бакалея кеүек аҙыҡ-түлек алып бара. Ҡаптарҙа һәм пакеттарҙа – йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, ҡаралты кәрәк-яраҡтары, кейем, шәхси гигиена әйберҙәре. Шулай уҡ балалар аҙығы ла бар.

Сергей СЕРОВ, Луганск Республикаһының Халыҡ Советы депутаты:

- Беҙ Башҡортостан халҡына, етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. 2015 йылдан, илебеҙҙә тыныслыҡ бөткән мәлдән алып, республиканың ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ. Гуманитар ярҙам ебәргән һәр кемгә - халыҡҡа, шәхси эшҡыуарҙарға, ойошмаларға рәхмәт! Тарих – ҡуласа. Бөйөк Ватан һуғышы барышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең күптәре ошо ерҙе яҡлап баш һалған. Бөгөн тағы ла беҙ ярҙамға һәм ҡурсалауға мохтаж. Халыҡтарыбыҙ араһындағы дуҫлыҡ ептәренең ныҡлығы тағы бер иҫбатланды. Рәсәйгә рәхмәтлебеҙ. Президент Владимир Путин беҙҙең республикаларҙың үҙаллылығын танып, яҡты киләсәккә өмөт уятты. Бөтәгеҙгә лә тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.

"Һеҙҙең ярҙамды һәр саҡ тойоп йәшәйбеҙ"
"Һеҙҙең ярҙамды һәр саҡ тойоп йәшәйбеҙ"
"Һеҙҙең ярҙамды һәр саҡ тойоп йәшәйбеҙ"
"Һеҙҙең ярҙамды һәр саҡ тойоп йәшәйбеҙ"
"Һеҙҙең ярҙамды һәр саҡ тойоп йәшәйбеҙ"
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: