Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:05

Филүзәнең бәхет сере ниҙә?

ғаиләнең шәхси архивынан
Фото:ғаиләнең шәхси архивынан

Тормош булғас, ниндәй генә хәлдәр осрамай. Сикәне сәпәкләгән әсе дауылы ла, ләйсән ҡояшлы ямғыры ла, күҙ астырғыһыҙ  ҡаты бурандары ла, ғәжәйеп йылы көндәре лә була... Тик ошо барлыҡ яҙмыш һынауҙарынан, тәбиғәт көйһөҙлөктәренән йолоп алып, бәхет, шатлыҡ-нур усағына сорнар урын бар. Ул – ғаилә усағы, балалар һөйөүе. Бында ҡыуаныслы мәшәҡәттәр, йылы хәстәрлек барлыҡ борсолоуҙарҙы оноттора, тәҡдир һынауҙарын еңеп сығырға булышлыҡ итә, йәшәү йәмен арттыра.

Бөгөнгө геройҙарыбыҙ Филүзә менән Илшат Абдуллиндар Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында йәшәй. Был татыу, тырыш, уңған ғаиләлә биш бала буй еткерә.

– Үҙем Йәнтештә тыуып үҫкәнмен. Ирем – сығышы менән Татырүҙәктән. 2004 йылда ғаилә ҡорҙоҡ, – ти Филүзә Мәжит ҡыҙы. – Башта ете йыл Атингән ауылында йәшәнек. Ирем унда участковый булды.

Әлеге ваҡытта ла ғаилә башлығы Илшат Әйүп улы ошо хеҙмәтенән айырылмаған, тик хәҙер Татырүҙәктә эшләй. Полиция майоры Илшат Абдуллиндың хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүенә байтаҡ инде. Ә ғаилә усағын һаҡлаусы Филүзә Йәнтештәге “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булған. Әлегә ғаиләләге кинйә ҡыҙ Гүзәлиә менән декрет ялында. Иркә, сибәр ҡыҙыҡай – апай-ағайҙарының яратҡан туғаны.

Филүзә менән Илшат Абдуллиндарҙың өлкән улдары Даянға – 16 йәш. Ул – Х класс уҡыусыһы. Әсәһе һөйләүенсә, егет артыҡ һүҙ сурытырға яратмай, барыһын да уйлап һөйләй икән. Әлегә ул киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағы хаҡында ныҡлы бер фекергә килмәһә лә, спорт менән күптән дуҫлашҡан.

Ғөмүмән, ғаиләләге өс малай ҙа хоккей уйнарға ярата. 13 йәшлек Илсур VII класта яҡшы ғына уҡып йөрөүе өҫтөнә ағаһы менән хоккей, футбол уйнарға әүәҫ. Өсөнсө улдары Айнурға – һигеҙ йәш. Ағайҙарынан айырмалы, ул шаяныраҡ, мутыраҡ икән.

15 йәшлек Дания иһә, ғаиләләге өлкән ҡыҙҙарға хас булғанса, ағайҙары менән һеңлеһенә күҙ-ҡолаҡ булырға күнеккән. “Ул шул тиклем хәстәрлекле, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ”,  – ти шатлыҡ-бәхет нурҙарына сорналған әсә.

Өҫтә балалар спорт менән мауыға, тип яҙғайныҡ. Ә был башланғыс – ата-әсәнән: Филүзә Абдуллина үҙе волейбол менән дуҫ. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан торған волейбол командаһы составында район үҙәге Аҡъярҙа ойошторолған ярышта икенсе урынды яулаған ул.

Ғаиләлә татыулыҡ, бер-береңә ышаныс һәм тыныс мөхит булғанда, әллә ниндәй маҡсаттарға өлгәшергә мөмкин. Быға Абдуллиндар ғаиләһе менән танышҡандан һуң, тағы бер тапҡыр инандыҡ. Өҫтәүенә, ишле ғаиләнең иркен, матур йорто, ихата тулы мал-тыуары бында бәхетлеләр йәшәгәнлегенә ишара.

Балаларының ошондай матур тормош ҡороуына өләсәй-олатайҙар – Зөлфиә менән Мәжит Моталовтар, Роза һәм Әйүп Абдуллиндар – сикһеҙ шат. Был аңлашыла ла: балаңдың бәхетле йәшәүен күреү үҙе ҙур бәхет бит! Улар ҙа ишле ғаиләгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ынтыла, ейән-ейәнсәрҙәрен төрлө шөғөлгә, мәҫәлән, умартасылыҡ серҙәренә өйрәтә икән.

Күп балалы әсә Филүзә Мәжит ҡыҙының бәхете – ҡыҙҙарының һәм улдарының һау-сәләмәт, шат булыуында. Ире Илшат Әйүп улы ла уның ныҡлы таяныс-терәге.

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

 

Хәйбулла районы.

Читайте нас: