Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:28

Хеҙмәте менән хөрмәтле

Ул – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ленин ордендары кавалеры.

Мәсетле район хакимиәтенән
Фото:Мәсетле район хакимиәтенән

Мәсетле районының Ишәле ауылы клубында уҙған сара Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордендары кавалеры, райондың почетлы гражданы Тәнзилә Мөхәмәтйәроваға арналды. Ошо көндәрҙә уны 75 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршылаған кисәлә туғандары, дуҫтары, коллегалары, ауылдаштары тәбрикләне.

Барлыҡ ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаған Тәнзилә Сәми ҡыҙының хеҙмәт юлы ысын мәғәнәһендә өлгө булып тора. Ул 14 йәшендә генә фермала эш башлай. Һыйыр һауыу, малдарҙы эсереү, уларға аҙыҡ таратыу һәм тиреҫ таҙартыу кеүек бар эш ҡул менән башҡарылһа ла, ҡыҙ бирешмәй.

18 йәшендә Тәнзилә Сәми ҡыҙы Ишәле ауылы егете Борис Мөхәмәт­йәровҡа кейәүгә сыға. Ул йылдарҙа “Коммунист” колхозының был ауылындағы фермаһы ҙур һауым һәм үрсем менән дан тота. Йәш һауынсы, Тәғзимә Закирова һәм Таһира Мөхәмәтова кеүек тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙар менән иңгә-иң терәп, тырышып хеҙмәт итә. Улар өлгөһөндә ул һыйырҙарҙың продуктлылығын арттырыу өҫтөндә эшләй. Районда беренселәрҙән булып юғары күрһәткестәргә өлгәшә – һәр һыйыр­ҙан йылына өс мең литрҙан ашыу һөт һауып ала.

1980 йылда Тәнзилә Мөхәмәтйә­рованы “Коммунист” колхозының һөтсөлөк-тауар фермаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, идара итеү өсөн уға  ниндәй ихтыяр көсө һәм ҡыйыулыҡ кәрәк булған! Эшселәр етешмәгәндә, уға һауынсы ла, малсы ла, быҙау ҡараусы ла булырға тура килә.

Етәкселек Тәнзилә Сәми ҡыҙының тырышлығын юғары баһалай. 1976 йылда ул тәүге юғары наградаға – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Аҙаҡ КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты, ВЛКСМ-дың, партияның район комитеты, район Советы һәм колхоз идараһының бик күп почет грамоталары менән бүләкләнә. 1977 йылда уға СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙа­ныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы тапшырыла. Өс йылдан СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән Ленин ордены кавалеры була.

Мәсетле район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Ростов ауыл биләмәһе башлығы Ирек Ғәлимов, райондың ветерандар советы рәйесе һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Зилә Рәхимҡолова Тәнзилә Сәми ҡыҙына йылы һәм ихлас теләктәрен еткерҙе. Уларҙың ҡотлауына юбилярҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, дуҫтары, ауылдаштары ҡушылды. Ә район мәҙәниәт һарайы йырсылары Линиза Вәлиева һәм Руслан Бәҙретдинов, Теләш күп функциялы мәҙәниәт үҙәге артистары Азамат Юнысов һәм Миләүшә Ниғә­мәтйәнова музыкаль бүләк яһаны.

Тәнзилә Мөхәмәтйәрованың яҡындары ла бик талантлы булып сыҡты. Мәҫәлән, класташы Сәғиҙә Дәүләтшина шиғыр яҙған, дуҫы Люциә Ғәниева мандолинала уйнап ҡотланы. 16 йәшлек ауылдашы Алтынай Ғәлимова иһә ҡумыҙ моңдары менән тамашасыларҙы хайран итте.

– “Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға” тигән һүҙҙәр тап Тәнзилә Сәми тураһында әйтелгән кеүек. Ул – ғүмере буйы илем, ерем тип янып йәшәгән хеҙмәт ветераны ғына түгел, ә балаларын һәм ейәндәрен өҙөлөп яратыусы әсә, уңған хужабикә лә. Ҙур наградаларға лайыҡ булған Тәнзилә Мөхәмәтйәрова, талантлы яҙыусы Рәшит Әхтәри, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы Рәшиҙә Әхмәҙиева төйәгендә эшләүем һәм йәшәүем менән бәхетле мин, – тине шәхси эшҡыуар, “Атайсал” проекты ҡатнашыусыһы Фәниә Тәхәүетдинова.

Тырыш хеҙмәте менән тыуған яғының ғорурлығына әйләнгән, ихлас­лығы, ябайлығы менән хөрмәт ҡаҙанған, баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ­тың күркәм өлгөһө булған, һәр яңы көндән йәм табып, яҡындарына йән йылыһы бүләк итеп йәшәгән ябай ауыл ҡатынының юбилей кисәһе бы­на шулай ихлас һәм тулҡынлан­дырғыс үтте.

 

Айгөл ШАРАПОВА.

 

Мәсетле районы.

Читайте нас в