Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 23:02

Ихласлыҡта уның көсө

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Зыя ҡыҙы Искәндәрова тураһында һүҙем. Нисә йыл рәттән бергә эшләү дәүерендә ошо уҡытыусыға гел һоҡланам. Уның хеҙмәт юлы минең күҙ алдында башланды.

Йәш белгескә эшкә өйрәнеп китеү, тәүге аҙымдар яһау, әлбиттә, ҡыйын булғандыр, сөнки гимназияла тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. “Оло йөрәкле апайҙарҙың түҙемлек менән ярҙам ҡулы һуҙыуы, педагог һөнәренең серҙәренә өйрәтеүе, яңы педагогик алымдар менән таныштырыуы бөгөнгөләй хәтеремдә”, – ти хәҙерге ваҡытта инде үҙе тәжрибәле мөғәллимә. Туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү ғаиләһендә тәрбиәләнгән тип әйтһәм, һис тә яңы­лышмам, сөнки әсәһе Мәбүрә Мырҙахан ҡыҙы – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, атаһы Зыя Хәзимөхәмәт улы Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй урта мәктәбендә биологиянан белем бирә. Ауылдаштары өсөн генә түгел, ғөмүмән, районда билдәле шәхестәр.

1995 йылда университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, беҙҙең интернатта хеҙмәт юлын башланы ла инде Зифа Зыя ҡыҙы. “Гимназияла оҙаҡ йылдар эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, телсе Зөһрә Абдулла ҡыҙы Шаһиеваға йыш ҡына кәңәш һорап мөрәжәғәт итә инем”, – тип йылмая ул.

Эшкә өйрәткәндәре өсөн хөрмәтле ветерандарыбыҙға бөгөн дә рәхмәт уҡый педагог. Талантлы остаздар эргәһендә эшләү дәртле булыуҙы ла талап итә, шуға күрә, ике генә йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашырға баҙнат итә. Ҡаланың иң яҡшы 20 уҡытыусыһы араһында лауреат булып, Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Әйтергә кәрәк, хәҙер ул гимназия-интер­натта 27 йыл эшләй. Етәксе булараҡ, ете сығарылыш класы тәрбиәләгән. Ул белем биргән ҡыҙҙар һәм егеттәр Баш­ҡортос­тандың һәм Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында уңышлы уҡып, диплом алып сыға. 

Ниндәй генә эш тапшырһалар ҙа, яуаплы атҡара педагог. Гимназияла Бәләкәй фәндәр академияһына ла етәкселек итә. Республикала һәм Рәсәйҙә үткәрелгән конференцияларҙа  башҡорт мәҙәниәтен, тарихын, әҙәбиәтен Рәсәй кимәленә таныттылар. Мәскәү, Ярославль, Саранск ҡалаларындағы конкурстарҙа призлы урындарға лайыҡ булып, гимназиябыҙҙың абруйын күтәрҙеләр.

Зифа Зыя ҡыҙы республика һәм Рәсәй уҡытыусылары менән семинарҙарҙа, тү­ңәрәк өҫтәлдәрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә уңышлы уҡытыу алымдарын ҡулланып, ихлас тәжрибә уртаҡлаша. Рус теле уҡытыу­сыларының методик берекмәһенә лә етәк­селек итә. Шуныһы ҡыуаныслы: коллективта үҙе белем биргән ике элекке уҡыу­сыһы эшләй, тимәк, ышаныслы алмаш үҫә.

Зифа Искәндәрова 2012 йылда республика күләмендә үткәрелгән “Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе булды.  2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан педагогик эшмә­кәрлегендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән уҡытыусылар өсөн конкурс иғлан ител­гәйне. Зифа Зыя ҡыҙы унда еңеп, Рәсәй Хөкүмәтенең аҡсалата премияһы менән бүләкләнде. 2015 йылдан – Башҡортос­тандың мәғариф алдынғыһы, 2019 йылдан – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Ғөмүмән, уның уңыштары бихисап. Һанап бөтөү мөмкин түгел. Артабан да гимназия-интернатыбыҙҙа тоғро хеҙмәт итеп, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәк быуындарын тәрбиәләүгә тос өлөш индерәсәгенә шигем юҡ.

Артабан да эшегеҙҙән кинәнес, донъянан ҡыуаныс табып, ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға терәк булып, үҙегеҙҙе уратып алған кешеләргә йылылыҡ, илһам, дәрт таратып йәшәгеҙ, Зифа Зыя ҡыҙы!

 

Рима НӘБИЕВА,

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны, юғары категориялы тәрбиәсе.

Читайте нас: