Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 10:00

“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."

Бар яҡлап өлгөр Гөлназ Ҡоломбәтованың тормошона ошо шиғыр юлдары тулыһынса тап килә.

“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә иғлан ителгән конкурста иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе - Гөлназ Ҡоломбәтова.

Ул Салауат ҡалаһында 1974 йылдың 19 ноябрендә тыуған. Бәләкәй сағынан моңға булған һөйөү уны музыка мәктәбенә алып килә, уны уңышлы тамамлағас, тырыш ҡыҙ тыуған ҡалаһындағы музыка училищеһына уҡырға инә. Артабан Гөлназ Салауат педагогия колледжында студенттарҙы баянға өйрәтә, параллель рәүештә Стәрлетамаҡ филармонияһы оркестрында ҡыллы инструменттарҙа уйнай, Силәбе музыка академияһында баян класында ла белемен камиллаштыра.

Ваҡыты еткәс, кейәүгә сығып, ике балаға ғүмер бүләк итә. Улар икеһе лә итәғәтле, тәрбиәле, тырыш. Улы Айрат та, ҡыҙы Әҙилә лә туған башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына ихтирамлы, иғтибарлы, туған телен беләләр һәм аралашалар. Төрлө яҡлап үҫешкәндәр – вокал, гитара, скрипка, хореграфия буйынса халыҡ-ара, республика һәм ҡала конкурстары лауреаттары. Улы Айрат милли көрәш менән шөғөлләнә, Стәрлетамаҡ физкультура колледжын бик яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлай, буш ваҡытында эшләй, компьютер техникаһын яҡшы белә. Әҙилә ҡыҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала, "Аманат" этно-фольклор төркөмөндә солистка – скрипкала уйнай. Балаларының ошондай рухлы булып үҫеүендә әсә кешенең йоғонтоһо ҙур, әлбиттә.

Эшендә лә ҙур уңыштарға өлгәшә: ваҡыты еткәс, тағы ла музыка училищеһына уҡырға инеп, ике йылда гитара класын да тамамлай һәм хәҙерге көндә Салауат ҡалаһының Сәнғәт үҙәгендә, Ишембай ҡалаһының Сәнғәт мәктәбендә баян һәм гитара класында балаларға белем бирә. “Йыл уҡытыусыһы-2021” конкурсында ҡатнашып, лауреат булған, "Сударушка" халыҡ ансамбленә йөрөй. Өйҙә иһә унан да яҡшыраҡ хужабикәне таба алмаҫһың: фатирына йәм биреүсе, интерьерын зауыҡ менән биҙәгән. Ҡул эштәренә оҫта: энә, ырғаҡ менән бәйләй, оҫта бешерә, һуңғы арала башҡорт милли биҙәүестәре – һаҡал, селтәр эшләү, бәйләү менән ҡыҙыҡһына. Бөтә башланғыстарын да ире ҡеүәтләп, ярҙам итеп тора.

Гөлназ – тоғро дуҫ, яҡшы әхирәт-серҙәш, һөйкөмлө, һөйөклө, изге күңелле, яҡты йөҙлө, ихлас, асыҡ әсәй, апай, әсәһенең яратҡан ҡыҙы. Ғөмүмән алғанда, уның тураһында һөйләгәндә Зәйнәб Биишеваның һүҙҙәре ныҡ тура килә:

“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул,

Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға”.

Фотолар Гөлназ Ҡоломбәтованың шәхси архивынан.

“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул..."
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: