Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:44

Күктән төшмәй ул бәхет…

“Тыуған илде, ғәзиз ерҙе ярһып һөйҙөм кешесә”

Нәсих Хәлисов фотоһы
Фото:Нәсих Хәлисов фотоһы

Күгәрсен районы халҡы үҙенең абруй, танылыу яулаған шәхестәре, батыр һәм илһөйәр яҡташтары менән ихлас күңелдән ғорурлана. Шуларҙың араһынан дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Биишева, беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың исемдәрен телгә алыу ҙа, ошо ерҙә һигеҙ Советтар Союзы Геройы тыуып үҫкәнен әйтеү ҙә етә. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт итеп, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, яҡташтарының һөйөүен яулағандар был бәрәкәтле ерҙә ифрат күп. Шундай шәхестәрҙең береһе – Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, З. Биишева, Р. Ғарипов, М. Ғафури исемендәге  премиялар лауреаты Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы Бейешева быйыл 90 йәшлек юбилейын билдәләне.

 

“Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора”

 

Тура һүҙле, һәр ваҡыт халыҡ хәстәре менән янып йөрөгән, ихлас күңелле хеҙмәт ветераны – башҡорт матбуғаты баҫмаларының айырылғыһыҙ тоғро дуҫы, кәңәшсеһе, авторы. Ошо олпат йәшендә лә тынғыһыҙ апайыбыҙ мәҡәләләре менән ҡыуандырып тора. Оло юбилейын билдәләгәндән һуң телефон аша: “Һабаҡташым Рәми Ғарипов тураһында иҫтәлектәрем менән уртаҡлашҡым килә, иртәгә мәҡәләмде алырһығыҙ”, – тигән дәртле тауышын ишетеп, Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙының матбуғаттан бөгөн дә айырылмауын, гәзитте даими  алдырыуын, йәмғиәт тормошо менән ҡыҙыҡһынып-янып йәшәүен аңлайбыҙ. “Ат етмәгән ергә хат етә” тигән халыҡ әйтемендәгесә, хеҙмәт ветеранының  тапҡыр һүҙҙәре, тос фекерҙәре матбуғат аша һәр кемгә барып етәсәк, халыҡ яҙмышына, йәшә­йешенә бәйле мәсьәләләр күтәреләсәк, хәл итеү юлдары хәстәрләнәсәк…

Кешеләргә ярҙам кәрәккәндә уның төрлө инстанция ишектәрен ҡыйыу асып инеүе, үҙ фекерен еткереүе, ныҡыш­маллығы билдәле. Ләлә апайҙың “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған ҡайһы ғына мәҡәләһен алма, һәр береһе халҡыбыҙға хас булмаған ят сифат­тарҙан арыныу, ауырлыҡтан сығыу юлдарын кәңәшләшеп хәл итеү тураһында. Мәҫәлән, уны матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың халыҡ араһында һүлпән барыуы борсоғанын яҡшы беләбеҙ.

“Хәйер, был – уйлап еткерелмәгән­лектән килеп тыуған мәшәҡәт. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Әлбиттә, бөгөн эшһеҙ ҡалған кешегә матбуғат баҫмаларына яҙылыу еңел түгел. Әммә урындарҙа төрлө кимәлдәге етәкселәр, эшҡыуарҙар, интеллигенция вәкилдәре бар ҙабаһа! Улар үҙ төбәгендә етерлек кимәлдә аңлатыу эше алып барһа, был һауаплы эште яйға һалыу еңел булыр һымаҡ. Ә һин, уҡыусым, асыҡтан-асыҡ әйт, нимә һине ҡәнәғәтләндермәй – үҙ теләгеңде яҙып ебәр. “Гәзиттең йөкмәткеһен йәнләндереү, байытыу өсөн нимә эшләнең?” – тип һорағы килә ундай­ҙарҙан. Бөгөнгө киҫкен мәсьәләләрҙе халыҡҡа аңлатырҙай, хәл итеү юлдарын асырҙай, кешеләрҙең аһ-зарын аңлап, фәһемле кәңәштәре менән сығыш яһарҙай йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, билдәле шәхестәр ни өсөн өндәшмәй? Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда, айырыуса ил уҙамандары выжданында. Йәшерен-батырын түгел, халыҡ алдында туған телде һаҡлау тураһында матур һүҙҙәр һөйләп, башҡорт матбуғат баҫмаларын алдырмаған зыялыларыбыҙ бихисап. Икенсенән, тотороҡһоҙ ауыр осорҙа милли матбуғатты таратыуҙы халыҡ иңенә генә һалыу төптө дөрөҫ түгел. Аңлайым, дәүләт өсөн бөгөн ҡатмарлы осор, шулай ҙа республиканың милли матбуғатына таянып, йәмғиәттәге төрлө мәсьәләләрҙе бер-береңә ярҙамлашып  хәл иткәндә етәкселектең абруйы күтәреләсәк”, – тип иҫәпләй Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы.

Тура һүҙле, халыҡты әрнеткән мәсьәләләрҙе йөрәге аша үткәргән “милләт әсәһе” исеменә лайыҡ апа­йыбыҙ, үҙ күләгәһенән ҡурҡып, әйтер һүҙен әйтмәй, ҡулынан килгән эште еренә еткермәй туҡтап ҡала торған­дарҙан түгел. Мәҫәлән, урамдарға арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен биреү, баш ҡала йөҙөн биҙәү, бүтән тарафтарға танытыу өсөн тос фекер­ҙәрен еткереүе, 90-сы йылдар аҙағында Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙандың ташландыҡ хәлгә килеүе, сүплеккә әүерелеүе тураһында тәүге­ләрҙән булып саң ҡағыуы, редакциялар буйлап йөрөп, уй-хәсрәте менән уртаҡ­лашыуы, Ҡоролтай менән кәңәшләшеүе күҙ алдында.

 

Яҙып та, баһалап та бөтөү мөмкин түгел…

 

“Башҡортостан” гәзитен даими ал­дырған Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы уның биттәрендә баҫылып сыҡҡан һәр мәҡәләгә, фекергә иғтибарлы булды. Айырыуса белем алыу, телдең милли сафлығын һаҡлау, ата-бабаларыбыҙ беҙгә ҡурсалап тапшырған хазинаны артабан байытыу, киләсәк быуынға еткереү мәсьәләһе һәр саҡ уның уйында. Был тәңгәлдәге һөйөнөслө эштәр, Мәғариф министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылған бурыстар ҡыуан­дырһа, радио-телевидениела яңы проекттар күренеүе сикһеҙ һөйөндөрһә, тел байлығын, уның милли үҙенсәлектәрен ҡәҙерләмәү, тәржемә итеүҙәге кәмсе­лектәр борсоуға һала. Педагогтың ауыл мәктәптәрен, айырым ауылдарҙы һаҡ­лау, милли аңды үҫтереүгә ҡағылған мәҡәләләре лә яҡташтарыбыҙҙың күңеленә үтеп инерлек, йәмәғәтселекте уйландырырлыҡ булды.

Беҙ уның үткән быуаттың 90-сы йылдар башында республиканың йәмәғәт тормошона башкөллө инеп китеп, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенә етәкселек иткән ваҡытын яҡшы хәтерләйбеҙ. Тәрән үҙгәртеп ҡороуҙар башланған, ҡатмарлы, билдәһеҙлек хөкөм иткән, халыҡҡа дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү, ҡырҡыу мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү талабы тыуған мәлдә махсус ойошманың төҙөлөүе һулар һауалай кәрәк ине. Тәүҙәрәк ул халыҡтың осрашыу, хәтер яңыртыу, сәйәси мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереү, эшлекле фекерҙәрҙе юғарыға еткереү урыны булды, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанды. Аҙаҡ башҡорт халыҡ йолаларын тергеҙеү, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен үҫтереү, сәнғәтебеҙҙең күркәм ҡомартҡыларын яңыртыу, мәҙәни саралар ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алды. “Күңелле, йөкмәткеле осрашыуҙарҙан рухи кинәнес алған халыҡтың ижтимағи әүҙемлеге көсәйҙе, һәр кем үҙен милләттең айырылғыһыҙ өлөшө итеп тойҙо, – тип хәтерләй ул шау-шыулы йылдарҙы хеҙмәт ветераны. – Бындай башланғыстар һүнеп-һүрелә барған милли аңды үҫтереүҙә, таралып барған халыҡты туплауҙа мөһим роль уйнаны”.

2001 йылда “Аҡ тирмә”нең рәйесе итеп һайланған Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙының урғылып торған дәртенә, энергияһына, республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә башҡорт милли мәҙәниәтен үҫтереү буйынса олоғара эштәр башҡарыуына, баш ҡала ЗАГС-тарында өлгө алырлыҡ башҡорт туйҙары, райондарҙа “Шәжәрә йыйындары”, ижад кисәләре ойоштороуына хәҙерге йәштәр көнләшерлек. Был ҡабатланмаҫ иҫтәлекле мәлдәрҙе күптәр әле лә һағынып хәтерләй торғандыр. Ҡырыҫ баҙар шарттарына яраҡлашып, Екатеринбург ҡалаһы, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре менән аралашып, уртаҡ осрашыуҙар, кисәләр ойоштороу матур традицияға әүерелде. “Аҡ тирмә”нең бөтә башҡарған хеҙмәтен, үкенескә ҡаршы, бер мәҡәләлә генә яҙып та, баһалап та бөтөү мөмкин түгел.

Халҡыбыҙ яҙмышына бәйле һәр нәмәлә эше булған Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙының ырыу шәжәрәһе сылбырында бер-береһенә үрелеп барған данлы кешеләр етерлек. Уның шәхес булараҡ формалашыуына ҙур йоғонто яһаған туғандарын, ата-әсәһен, яҡташтарын ил инәһе бөгөн дә һағынып, ҙур рәхмәттәр менән иҫкә ала.

 

Халыҡҡа хеҙмәт иткән шәхестәр

 

“Алма ағасынан алыҫ төшмәй”, – ти халыҡ. Уҡыусыларыбыҙҙы ошо хөрмәткә лайыҡ шәхестәр менән ҡыҫҡаса ғына таныштырмаҡсыбыҙ. Атаһы, күптәр өсөн “Бейеш ағай”, “олатай”, заманының алдынғы, белемгә ынтылыусан уҡытыусыһы, балаларына дөрөҫ тәрбиә бирергә, уларҙы уҡытырға тырыша. “Атай-әсәйебеҙ бөтәбеҙгә лә бәхеттең төп сере намыҫлы хеҙмәттә икәнен төшөндөрҙө. 60 йыл буйына барыбыҙға өлгө булып йәшәнеләр”, – ти Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы, уларҙы ихтирам менән телгә алып.

Әсәһе Миңлебикә апайҙың, һәр бала­һын ҡурсалап, халыҡ йыр-моңона һөйөү тәрбиәләп үҫтереүе лә хәтерендә яҡшы һаҡлана. Һуғыш ваҡытында Мәҡ­сүттә ҙур ауырлыҡ менән асылған балалар йортона етәкселек итеп, уҡытыусы Ғибаҙулла Абдулла улы Бейешев күп етемдәрҙе аслыҡтан, үлемдән йолоп ҡала.

Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһы тарихына юлды башлаған, мәктәпте ойоштороуға көс һал­ған атаһының бер туған һеңлеһе Хәлимә Абдулла ҡыҙы Бейешева (Ҡор­банаева) – Ленин ордены кавалеры, “РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған шәхес.

Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы, киң ҡоласлы талант эйәһе Зәйнәп Биишеваның яҡын туғаны булыу (атаһының бер туған һеңлеһе), ғорурлыҡ тойғоһонан тыш, ҙур яуаплылыҡ өҫтәүен дә йәшермәй Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы. 

Бер туған ағаһы, күренекле ғалим, тәржемәсе Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев – башҡорт теленең аңлатмалы һүҙ­легенең тәүге мөхәррире, тел нескәлек­тәрен яҡшы белгән ғалим. Уның “Тел хикмәттәре”, “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше”, “Милләт һәм милли сәйәсәт” китаптары, “Башҡорт те­лен­дә йөрөгән ғәрәп һәм фарсы һүҙ­ҙәре” хеҙмәте фән донъяһында яҡшы таныш. Ҙур ғилми хеҙмәттәр, шиғырҙар, поэмалар һәм башҡа ижад емештәре ғүмеренең төп мәғәнәһенә әүерелгән, абруй ҡаҙанған шәхес тыйнаҡлығы, ябайлығы менән  дә һоҡланыу тыуҙырып йәшәне.

Ләлә апайҙың тағы бер туған ағаһы, бөтә ғүмерен матбуғатҡа арнаған Фуат Ғибаҙулла улы Бейешев менән “Совет Башҡортостаны” гәзитенә эшкә килгән мәлдә тәүге тапҡыр танышыуыбыҙ иҫемдә. Аҙ ғына бергә эшләү ваҡытында ул публицист, республика райондарын арҡырыға-буйға ураған һәләтле журналист, бүлек мөдире булараҡ, аҙ һүҙле, бик етди шәхес булып хәтерҙә ҡалған.

Ҡустыһы, фән докторы Әсғәт Бейешев, Өфө дәүләт нефть институтын ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, бөтә ғүмерен нефть өлкәһенә арнай, юғары вазифалар биләй. Балалары ла атайҙарының юлын һайлай. Бер туған һеңлеһе Рауза Бейешева, ҡырҡ йылдан ашыу балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға. Ошондай көслө нәҫел тамырҙарынан һут алып, туғанлыҡ ептәрен дауам иткән, халыҡ­тың ышанысын һәм ихтирамын яулаған шәхес нисек үҙен бәхетле тоймаһын?! Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Биишеваның ошо хаҡтағы шиғыр юлдары тап һеңлеһенең уйҙарын ҡабатлағандай:

Кешесә бәхетле булдым,

Яндым, көйҙөм кешесә.

Тыуған илде, ғәзиз ерҙе

Ярһып һөйҙөм кешесә.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас: