Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 23:09

Кешеләргә матурлыҡ өләшә

8 Март байрамына 170 мең ләлә үҫтерә.

Илиза Мостафинаның шәхси архивынан.
Фото:Илиза Мостафинаның шәхси архивынан.

Иглин районының Үктәй ауылында үҙ эшен асҡан Илиза Мос­тафина бишенсе йыл сәскә үҫтереп һата. Баҡһаң, 8 Март алдынан сауҙаға сығарылған ләләләр ситтән килтерелмәгән, күпселеге үҙебеҙҙә етештерелгән икән. Шуға ләлә һатып алыр алдынан, уның ҡайҙа үҫтерелгәне тураһында ла һорарға онотмағыҙ. Илизаның продукцияһы сибек кенә, нескә һабаҡлы түгел: эре сәскәле, йәм-йәшел япраҡлы, оҙаҡ һулымай торған гөл.

Илиза менән тормош иптәше Рөстәм тәүҙә бәләкәй теплицала ләлә сәскәләре үҫтерә. Байрам алдынан, ғәҙәттә, 20 мең алып сәсһәләр, быйыл беренсе тапҡыр 8 Мартҡа 170 мең төп ултырт­ҡандар. Улар әле гөрләп сәскә ата. 


Ҙур һәм иркен теплицаны Илизаның тормош иптәше төҙөй. Эште былтыр көҙ тамамлағандар. Ул заманса йыһазлан­дырылған: һауа температураһын, дым­лылыҡты бер кимәлдә тотоу мөһим, яҡтыртыу системаһын да эшләргә кәрәк. Был ҡоролмаларҙың барыһы ла Рөстәмдең тырышлығы менән ҡуйылған. Ҙур һыуытҡыс та күп йыллыҡ сәскәләрҙе һаҡлау өсөн бик уңайлы итеп эшләнгән. 


Ләләләрҙең төрлөлөгө һәм сорттары менән дан тотҡан Голландиянан Илиза бер йөк машинаһы бүлбе һатып ала. Уларҙың һәр береһен бөртөкләп ултыртып сығыу үҙе күпме ваҡыт талап итә! Был осраҡта хужабикәгә ҡыҙы Азиза, әсәһе, һеңлеләре ярҙамға килә. 


– Иң тәүге ләләнең сәскә атыуы – беҙҙең өсөн оло байрам. Әлбиттә, һатыуҙы ойоштороп, өлгөрөрбөҙмө-юҡмы, сәскәләр төҫөн юғалтмаһын, тип көйҙөк. Әммә 8 Март алдынан бушап ҡалған теплица һәм һатып алыусыларҙан килгән рәхмәт һүҙҙәре бөтә ауырлыҡ­тарҙы ҡул менән һыпырып ташлағандай була. Теплица ләләләрҙән бушағандан һуң, бер йыллыҡ сәскәләрҙең орлоғо сәселә. Уларҙың яҡынса 30 төрөн, күп йыллыҡ сәскәләрҙең 20 төрөн ултыр­табыҙ, – тип һөйләй уңған Илиза.


Күптән түгел Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” Илиза Мостафина ҡатнашып, киләсәккә маҡсаттары менән уртаҡлашты. Тәмләткес үләндәр үҫтереп һатыу менән дә шөғөлләнергә теләй ул. Район хакимиәте етәксеһе эшҡыуарға “Агростартап” програм­маһында ҡатнашырға кәңәш биргән. Маҡсаттар тормошҡа ашһа, был Мостафиндарға тағы ла киңерәк ҡанат йәйеп эшләргә мөмкинлек бирәсәк.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: