Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:56

Кейеҙ баҫыу – оло сәнғәт ул

Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү күңелгә ял, тыныслыҡ бирә.

Г. Үтәбаеваның ғаилә архивынан
Фото:Г. Үтәбаеваның ғаилә архивынан

Республика сараларында Гүзәл Үтәбаеваның ҡул эштәрен күреп, һәр саҡ һоҡланып ҡарайым. Ысынлап та, был уңған ҡатындың ҡулынан килмәгән эше юҡ: төрлө әйберҙәр бәйләй, сигеү сигә, кейеҙ баҫа, халҡыбыҙҙың аш-һыуҙарын тәмле итеп әҙерләй.

Ябай башҡорт ҡатыны борондан килгән кәсептәрҙең әһәмиәтен юғалтмауға, мираҫ булараҡ һаҡлап алып ҡалыуға тос өлөш индерә.

Шулай итеп, Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы Әмир  Үтәбаевтың һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Әбйәлил Үтәбаевтың әсәһе – ҡул эштәре оҫтаһы Гүзәл ҮТӘБАЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.  

– Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы, бындай һәләт, халҡыбыҙҙың кәсептәрен белеү һәр кемгә лә бирелмәгән. Һеҙ ҡасан милли шөғөлдәргә ылығып киттегеҙ? 

– Өсөнсө класта уҡығанда әсәйем­дән күреп, бәйләм бәйләй башланым. Тәүҙә үҙемә носки, бейәләй биҙәкләп бәйләнем, аҙағыраҡ – гетра, аҡса булмағанда, гамаж урынына оҙон ойоҡ, бирсәткә, шарф, шапка, свитер, пуловер, юбка, паутинка кеүек кейемдәргә тотондом. Ғаиләле булғас, улдарыма кофта, салбар, бишмәттәр бәйләп кейҙерҙем.

Алтынсы класта уҡығанда ҡорама эшләй башланым. Әсәйем өйҙә юҡ саҡта уны көтәүелләп, ҡулды ҡаушы­рып ултырһаң, оҙаҡ бит, шуға ҡорама эшләп ҡуйһам, ул ҡайтҡас, ифрат ҡыуана торғайны. Аҙағыраҡ туҡыма­ны үҙем киҫеп, диванға, һан­дыҡ өҫ­төнә юрғандар, ултырғыс­тарға түшәк­тәр эшләнем. Институтты та­мам­ла­ғас, арҡырыһын да, ябына торғанын да үҙем ҡорамалап, күбеп ҡуя торғайным. Бер мәл күп итеп диван мендәрҙәрен эшләнем дә һуңынан уларҙы бүләк итеп таратып бөттөм.

Ҡулдан тегелгән юрғандарҙы боронғоса итеп өйөп ҡуйһаң, үҙенсә бик матур башҡорт мөйөшө килеп сыға. Шуны ла әйткем килә, хәҙер “пэчворк” тип сит мөхиттең әйберҙәрен өйрәнергә маташалар. Ҡорама бит беҙҙең тарих төпкөлөнән юл ала! Элек ул муллыҡ, күңел бөтөнлөгө, донъя теүәллеге булып һаналған. Уның өсмөйөш һәм квадрат формалары өҫтөнлөк алған, шуларҙан инде ҡусҡарын да , башҡа биҙәген дә һалғандар. Сағыу ҡораманан торған ҡаралты, сигеп эшләнгән карауат япмалары, ҡорғандар, стенаға эленгән һөлгөләр, яҫтыҡтар өйгә матурлыҡ та, бөхтәлек тә, ҡот-бәрәкәт тә өҫтәгән.

Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү күңелгә ял, тыныслыҡ бирә, кәйефте күтәрә. Әйткәндәй, улар ярҙамында яҙмыш һынауҙарына ла биреш­мәнем.

– Ҡул эштәрегеҙ араһында сигелгән, тегелгән әйберҙәр күп. Шул тиклем оҫталыҡ ҡайҙан килә?

– Сигә лә торғайным, әле лә эшләйем, бәйләм дә бәйләп алам, юрған да күбейем. Яңыраҡ бер юрғаныма “Рәхмәт” тип яҙып ҡуйҙым. 

Элекке сигеүле таҫтамалдарымды бүләк итеп бөтөрҙөм, нимәгә һалып ҡуям, тип. Был оҫталыҡҡа ла әсәйемдән өйрәндем. Ул йөндө үҙе иләй, буяй, һуңынан төндәр буйы матур итеп сәскәләп, биҙәкләп бейәләйҙәр, шәлдәр бәйләй ине. Беҙ апайым, ағайым, ҡустыларым менән әсәйем зауыҡлы итеп теккән кейем­дәрҙе кейеп үҫтек. Ул кешеләрҙең теләген дә үтәне. Мәктәпте бөткәс, үҙемә кейем тегә башланым, ләкин әсәйем һымаҡ бесергә өйрәнә алманым.

– Кейеҙ һуғыу серҙәрен дә әсәйегеҙ өйрәттеме?

– Әсәйем кейеҙ генә баҫманы, әммә Хәҙисә өләсәйем оҫта кейеҙсе ине. Бала саҡта ул баҫҡан, һуҡҡан кейеҙҙәрҙә уйнап үҫтек. Беҙ иҙәндә өшөмәһен тип, әсәйем биш-алты кейеҙҙе түшәп эшкә киткән.

Шул өләсәйемдең кейеҙҙәре әрһеҙләнеп, туҙып бөткән. Алтынсы класта уҡығанда өләсәйемдең күҙ ҡамаштырырлыҡ сағыу төҫтәргә буялған йөндәрҙән балаҫ һуҡҡанын күп мәртәбә күҙәтеп тороуым әле лә хәтеремдә.

Алла­ға шөкөр, хәҙер үҙем дә баҫа башланым. Кейеҙ баҫыу үҙе айҡап сыҡҡыһыҙ оло сәнғәт донъяһы икән. Унһыҙ милләтебеҙҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Борон-борондан ата-бабаларҙан ҡалған изге йола ул – кейеҙ баҫыу. Бала тыуғас, бәхет теләп, аҡ кейеҙгә һалғандар. Ҡыҙҙарға кейеҙ, ҡорама, сигеүле ҡаралтынан бирнәлек әҙерләгәндәр. Килендәрҙе, бәхет-бәрәкәтлек теләп, аҡ кейеҙгә баҫтырғандар. Башҡорт балы, ҡымыҙы, буҙаһы, ҡурайы һымаҡ, кейеҙе лә борондан килгән ҡиммәттәребеҙҙең береһе, хатта мөғжизәһе тип әйтерлек. Кейеҙ тирмәһен генә иҫкә алғанда, башҡорт ошо өйөн йыйындарға үҙе менән алып йөрөй алған. Кейеҙ эҫелә – еләҫлекте, һыуыҡта йылыны һаҡлай, һыу ҙа үткәрмәй.

Күп нәмәләрҙе баҫып ҡына ҡалмайым, сигеп матурлап ҡуям. Сигеүҙең ике төрлө ысулын ҡулла­нам: баҫып һәм энә менән сигеп. Мәҫәлән, хәситәләрҙе заманса биҙәр өсөн икеһен дә башҡарам. Төп биҙәген энә менән төрткөләп баҫам да, һуңынан паетка, аҫылташтар, ҡортбаштар менән биҙәйем. Һатып та, ҡайһы саҡ бүләккә биреп тә ебәрәһең. 

– Мәғлүм булыуынса, кейеҙ баҫыуҙы ла, башҡа йәмәғәт эштәрен дә Зилә Лира менән бергә алып бараһығыҙ...

– Һәр эштә рухташтар, фекер­ҙәштәр була. Зилә Лира менән беҙ ҙә ошо йәһәттән уртаҡ тел таптыҡ. “Бәхетнамә”, “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуҙарында Зилә Лира менән оҫталыҡ дәрестәрен дә күрһәткәнебеҙ булды.

Ике елән баҫып, сигеп кейҙем. Икеһе лә “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсына әҙерләнгәндә Зилә Лира етәкселегендә башҡарылды. Фасонын, биҙәктәрен дә ул уйлап тапты, баҫҡанда һалышты. Сигеүҙәрен үҙаллы башҡарҙым.

– Төрлө сараларға тәмле аш-һыуҙар ҙа әҙерләйһегеҙ, табындар ҡороуҙа ла әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Ризыҡ тәмле булһын өсөн ниндәй шарттарҙы үтәү фарыз?

– Һөт ризыҡтарына ижтиһадыңды һалып эшләмәһәң, тәме лә булмай, ауыҙҙа ла иреп тормай ул. Ҡатыҡ, эремсек, ҡорот, сыр, ҡыҙыл эремсек, күбек майын әҙерләүҙең дә үҙенсә­лектәре бар. Ҡала ерендә йәшәгәс, ҡайһы берҙәре яйлап онотола барған һымаҡ, эшләһәң, иҫкә төшә.

Буҙа ҡоям тиһәм, ҡайһы бер кеше аптырай. Ғөмүмән, был эсемлекте элек күберәген Күбәләк ырыуы кешеләре әҙерләгән. Оло ҡунаҡтар саҡырғанда, туйҙар булғанда иң ҡәҙерле, хөрмәтле кешеләрҙе буҙа менән, ҡымыҙ менән һыйлағандар. Мин иҫ белгәндән буҙаның тәмен беләм. Үҙем 30 йәштән һуң ғына ҡоя башланым. Ауылдағы оло инәйҙәр эсемлекте ҡуйы итеп әҙерләй ине, хәҙер дан артынан ҡыуып, шып-шыйыҡ, һыулы итеп эшләйҙәр ҙә, төрлө байрамдарҙа һатып торалар, күңелгә ҡыйын була, сөнки улар буҙаның бәҫен төшөрә. Сифатһыҙ эсемлекте тәү башлап эскән кешелә ниндәй тәьҫорат ҡала инде, тип борсолам. 

– Төрлө йүнәлештәге эшмәкәр­леккә ынтылыш, тормошто һөйөү һеҙгә ҡайҙан килә?

– Ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған әсәйем Таңсулпан Сәләх ҡыҙы йыр-моңға ғашиҡ кеше булды. Мандолинала өҙҙөрөп уйнаны, ҡумыҙҙы виртуоздарса сиртте. Атайым Рәхимйән Ишкилде улы Юнысов та моңло тауышлы ине, оҫта бейене. Ғөмүмән, уны Әбйәлил районында белмәгән кеше юҡтыр. Атайым менән әсәйем, 1957 йылда уҙғарылған Халыҡ-ара үҙешмәкәр сәнғәт фестивалендә ҡатнашып, иң-иңдәр булып таныла, лауреат дипломдарына лайыҡ була. 1970 йылда әсәйем, беренселәрҙән булып башына самауыр һәм сәй сервизы менән батмус ултыртып бейеп, маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Ошондай йырлы-моңло музыка мөхитендә үҫеүем, әсәйемдең уҡытыусы булыуы, атайымдың хисапсы, иҫәпсе-ревизор вазифаларын башҡарыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлектәре миңә тәьҫир иткәндер. 

Йәнемә ҡот-дауа биргән, рухымдың ныҡлығын тотҡан тыуған ауылымдағы атай йортон бер ҡасан да ташламаным. Бер мәл күсенеп тигәндәй ҡайттым. Ауылдағы Вәлит Мөхәмәтғәлин етәкселегендәге “Йәйғор” йыр һәм бейеү ансамбленә ҙур теләк менән йөрөнөм.

– “Ер һүҙе” проектынан да ситтә ҡалмағанһығыҙ бит...

– Билдәле кинорежиссёр Булат Йосопов киномәктәбе “Ер һүҙе” проектын быйыл икенсе тапҡыр ойоштороп ебәрҙе. Был сара туған телде тергеҙеүгә, һаҡлауға, үҫтереүгә һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуға ҡоролған булыуы менән әһәмиәтле.  “Ер һүҙе” проектында алған белемдәрҙе артабан да ҡулланырға тигән уй-хыял бар.

– Гүзәл ханым, һеҙгә килә­сәктә лә халҡыбыҙҙың мираҫын һаҡлап, уны йәштәргә тапшырыу йүнәлешендә уңыштар теләйбеҙ.

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: