Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:34

Кис ултырып, ҡыҙҙар сигеү сигә...

Боронғо шөғөлгә иғтибар артты.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли кәсептәренә, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең шөғөлөнә иғтибар артты. Гүзәл заттарыбыҙҙа боронғо биҙәүестәргә, селтәр-ҡашмауҙарға ҡыҙыҡһыныу уянып, уларҙы үҙҙәре лә эшләргә тотондо. Хәҙер һәр төбәктә кейеҙ һуғыу, селтәр, милли биҙәүестәр, ҡорама эшләү оҫталарын осратырға мөмкин. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡул эштәре был юҫыҡта аҡса табыуҙың бер өлгөһөнә әйләнде. Улар, үҙ эштәрен һатыуға сығарып, ярайһы уҡ табыш та ала. Шундай оҫтабикәләрҙең бер нисәһен Хәйбулла тарафтарында осратырға насип булды.

Зилә Сынбулатоваға 72 йәш тип һис тә әйтерлек түгел! Күптән хаҡлы ялға сыҡҡан инәй тик ултырыуҙы өнәмәй: йә аҡ ҡағыҙға шиғырҙарын теҙә, йә ҡулына бәйләмен ала, күңеле төшөп китһә, селтәр, ҡашмау эшләргә тотона.

Аҡъюл ауылы ҡыҙы Әбүбәкер ауылына килен булып төшкәс тә уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Ире, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Фәтих Сынбулатов оҙаҡ йылдар ауылда белем усағы директоры була. Дүрт ҡыҙға ғүмер биргән ғаилә ауылдаштары ара­һында абруйлы һәм өлгөлөләрҙән һанала.

Ҡул эштәренә бәләкәйҙән маһир ханым ҡыҙҙарына аҡлы-суҡлы кейемдәрҙе үҙе бәйләп кейҙерә, уларҙа ла ҡул эштәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.

Шулай ҙа бәйләмгә ныҡлап тотоноуы хаҡлы ялға сыҡҡас башлана. Ә инде ире Фәтих Ишмө­хәмәт улы вафат булғас, бар күңелен ошо йөн-ептәргә һала.

– Ҡыҙҙар тәрбиәләгән әсә, хәҙер һөйөклө өләсәй булараҡ, нисек инде халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә битараф булырға мөмкин?! Тәүҙә үҙем эшләгән әйберҙәремде ҡыҙҙарыма бүләк итһәм, хәҙер – ейәнсәрҙәремә сират. Аллаға шөкөр, бигерәк бәхетлемен: 25 ейән-ейәнсәрем бар, бүлә-бүләсәремде күреү ҡыуанысын кисерҙем. Айырыуса ҡыш ҡулымдан бәйләмем, ырғаҡ төшмәй. Ейәнсәрҙәрем интернеттан яңыса эшләү алымдарын өйрәтә, ана, күрәһегеҙме, модалы ғына сумкамды төрлө пакеттарҙан эшләнем. Бигерәк матур, ныҡлы килеп сыҡты, – тип йылмая ул.

Ҡайҙа нисектер, әммә Хәйбул­ла тарафтарында ҡашмау бәйләү өҫтөнлөк итә. Зилә Искәндәр ҡыҙы ла бер нисә селтәр, ҡашмау бәйләгән, шулай уҡ кофта, төрлө шәлдәр, балалар кейеме, йылы ойоҡбаш-бейәләй, диван, ултыр­ғыс япмалары – барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләгән!

“Оҫта ҡуллы ғына түгел, дәртле бейеүсе лә”, – тип таныш­тыр­ҙылар Фәрзәнә Билалова менән.

Өс ҡыҙға һәм өс малайға ғүмер биргән Фәрзәнә был  ауылға Мәмбәттән килен булып төшкән. Тормош иптәше Хөсәйен Ғәле улы менән бик бәхетле ғүмер кисерә, 12 ейән-ейәнсәргә хәстәр­лекле олатай һәм өләсәй ҙә улар.

– Бәйләүҙең бөтә төрөн дә үҙләштереп бөттөм, хәҙер ҡорама ҡорорға һәм түшелдеректәр эшләргә тотондом, – ти әңгәмәсем. – Ҡатын-ҡыҙҙың ҡул эше менән булышыуы өләсәй-әсәйҙәргә хас борондан ҡалған шөғөл. Бына хәҙер үҙебеҙҙең ҡыҙҙарға, ейәнсәрҙәргә өйрәтәбеҙ. Кемеһелер ҡул эштәренә таһыллы булһа, икенселәре был шөғөлдө яратмай, һәр кемдең үҙ ихтыяры.

2018 йылда Билаловтарҙың ғаилә ансамбле “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһендә икенсе урын яулай. Килене Гөлфирә, ейәнсәре Айгүзәл һәм үҙе башҡарған (трио) халыҡ йолаларына бәйләп ҡуйылған бейеүҙәре (бейеүҙе Әлфиҙә Ултыраҡова һала) менән иҫ киткес оҫта сығыш яһап, алдынғы урынға сығалар.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йәнә бер үҙенсәлекле баш кейеме – гәләбәште (кәләпәш) Хәйбулла яҡтарында ғына осратырға мөмкин. Уны элек бай ҡыҙҙары ғына кейер булған. Ул – шлемға оҡшаған, артҡы яғы арҡаға төшөп торған, тәңкәләр менән биҙәлгән киң арҡалыҡлы бейек башлыҡ. Әлбиттә, бөгөн уны элекке ваҡыттағы кеүек тәңкә, мәрйендәр менән яһау мөмкин түгелдер, әммә оҫталар гәләбәште хәҙерге биҙәү әйберҙәре, аҡсалар менән эшләй.

– Беҙҙең ғаиләлә дүрт ҡыҙ һәм ике малай үҫте, шуға күрә бәләкәйҙән һәр беребеҙ бәйләү, тегеү эштәренә маһир булдыҡ. Әсәйем дә ҡул эштәренә бик оҫта ине, кис һайын уның янына ултырып, апай-һеңлеләребеҙ менән бергә нимәлер тегергә, бәйләргә өйрәндек. Аҙаҡ был шөғөл көндәлек эш кеүек ҡабул ителә башланы. Беребеҙ – ойоҡбаш, икенсебеҙ бейәләй башланы. Беҙҙең быуынға, бөгөнгө кеүек, йәнең ни теләй, шуны һатып алып кейергә мөмкинлек тә, тауар ҙа, кейем-һалым да булманы. Ҡыҙҙарбыҙ бит, зауыҡлы кейенгебеҙ, матур күренгебеҙ килгәндер инде, шуға күберәк модалы әйберҙәрҙе, итәк-күлдәктәрҙе күп осраҡта әсәйем бесеп, үҙебеҙ тегеп кейенә торғайныҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: барыбыҙ ҙа ҡул эштәренә маһир, кәрәк икән, милли күлдәктәрҙе лә тегәбеҙ, селтәр, ҡашмау, таҡыя, гәләбәшен дә эшләйбеҙ, – ти Гөлсинә Билалова.

Бына шундай оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар менән танышырға насип итте Хәйбулла яҡтарында. Ниндәй генә затлы биҙәүестәр булһа ла, үҙебеҙҙең инәй-өләсәйҙәребеҙ таҡҡан биҙәүес­тәргә, миллилеккә етмәй, ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға нәзәкәтлек һәм һөйкөмлөлөк өҫтәй.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Хәйбулла районы.

Читайте нас: