Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 23:06

Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр...

“Беҙҙең маҡсат – яңғыҙ, тол ҡалған кешеләргә ярҙам итеү”

“Аулаҡ өй” яңғыҙҙар клубының эшмәкәрлеге хаҡында хәҙер инде республикабыҙҙың күп кенә райондарында яҡшы беләләр. Ошо ваҡыт эсендә яңғыҙҙар клубы 500-гә яҡын парға ғаилә ҡорорға ярҙам иткән. Ә бит барыһы ла Фәймә Ниғмәтуллинаның яңғыҙаҡ дуҫтарын бер-береһенә шаярыу ҡатыш димләүенән башланып киткән. Тора-бара был уның яратҡан шөғөлөнә әйләнә.

– Фәймә Батыр ҡыҙы, йәмғиәте­беҙҙәге ҡалыптарҙы емерә-вата башлап ебәргән был эшмәкәрлегегеҙ менән күптәрҙе хайран иттегеҙ бит?!

– “Клуб” асып ебәреү хыялы уйҙа ла булманы, сөнки үҙем лицей-интернатта тәрбиәсе эшен алып бара инем. Ваҡыт уҙа торҙо, дуҫтарымдың таныштары: “Миңә лә иптәш кәрәк ине”, – тигән теләк менән бәйләнешкә сыға башланы. Үҙем дә һиҙҙем, был эшһеҙ мин йәшәй алмайым. Кеше ҡыуанысын күреү, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашыу йәшәйеш рәүешемә әйләнде. Ошо ваҡытта оло аҙым яһарға баҙнат иттем, шәхси эшемде астым.

“Аулаҡ өй” яңғыҙҙар клубы ойошторған беренсе кисәлә ун бер кеше генә булды. Был һан торған һайын арта барҙы, минең ярҙамға мохтаж кешеләр икенсе ҡала-райондарҙан да килә башланы. Кисәне йәмле һәм ҡыҙыҡлы итеп алып барыу өсөн күп көс талап ителә. Был эштә ярҙамға йырсыларҙы, музыкаль йәһәттән һәләтле кешеләрҙе йәлеп итергә тура килә. Уйын, йыр-бейеүгә бай кисәне йәмләп, оҫта хужабикәләрҙең төрлө тәмле аш-һыу бешереп алып килеүе беҙҙә тағы бер традицияға нигеҙ һалды: самауыр янында сәй эсеүҙәр, матур әңгәмәләр ойоштороу, яңғыҙҙарҙың асылып китеп аралашыуы. Һәр кисә һайын программаға яңынан-яңы асыштар индереп, шымарта килдек.

– Осрашыуҙарға кешеләрҙе нисек йәлеп иттегеҙ?

– Яңғыҙаҡтар кисәләргә үҙҙәре теләп килә башланы. Уларҙың  күбәйеп китеүе, төрлө район-ҡаланан булыуы төп базаны ойоштороуға булышлыҡ итте. “Аулаҡ өй” яңғыҙҙар клубы, биләмәһен киңәйтеп, ете район-ҡала яңғыҙаҡтары өсөн яңырып асылды. Анкета-аноним, “Серле йәшник” булдырылды, бында беҙгә килгән яңы яңғыҙаҡтар үҙҙәренең телефондарын, теләктәрен яҙып ҡалдыра. Беҙ уларҙы, теләктәре, тыуған ере, холоҡ-фиғеле, йондоҙнамәләре буйынса бүлеп, базаға теркәйбеҙ. Хәҙер беҙҙең яңғыҙаҡтар кенәгәһе ун мең кешенән артып китте. Уларҙың иң йәшенә 26 булһа, иң олоһона  76 йәш.

Ошо ун йыл эсендә беҙҙең һөҙөмтәләр ҙә яҡшырҙы – бөтәһе 500-ҙән ашыу кисә ойошторолған, 409 пар үҙ бәхетен тапҡан, 52 бәпес донъяға килгән.

 – Белеүебеҙсә, һеҙ яңғыҙҙарҙы ҡауыштырғас, артабан да улар менән аралашыуҙы дауам итәһегеҙ...

– Яңы барлыҡҡа килгән һәр пар айырым мөнәсәбәт талап итә. Беҙ уларҙың туйҙарына “Аулаҡ өй” яңғыҙҙар клубы исеменән көмөш балдаҡтар бүләк итәбеҙ, һәр илленсегә алтын балдаҡтар кейҙерәбеҙ. “Аулаҡ өй” яңғыҙҙар клубы ярҙамында барлыҡҡа килгән ғаиләләрҙә тыуған бәпәйҙәрҙе лә бүләкләп торабыҙ.

Йыл һайын ете район-ҡалала “Яңғыҙҙар һабантуйы”н ойошторабыҙ. Улар өсөн кисәләр генә үткәреп ҡалмайбыҙ, бергәләп йыйылышып, йәй көндәрендә Тоҙло Илек күленә, Арҡайымға, Шүлгәнташ мәмерйәһенә ялға барып ҡайтабыҙ. Ҡайһы бер ауыл хакимиәттәре, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ауылдарындағы яңғыҙ кешеләр менән ҡыҙыҡһынып тора, беҙҙең кисәләргә йөрөүҙәрен талап итә, сараны уҙғарыуҙа ла ярҙам ҡулы һуҙа. Уларға ҙур рәхмәт. Бар саралар спиртлы эсемлектәрһеҙ, ауыл советынан берәй вәкил ҡатнашлығында үтә.

 – Яңғыҙаҡтар мәсьәләһе ауылда ла, ҡалала ла берҙәй көнүҙәк булып тора, илебеҙҙең демографик хәлендә лә кире сағылыш таба. Был йәһәттән һеҙҙең клуб әлегә дәүләт туранан-тура ҡыҫылмаған ошо социаль мәсьәләне лә хәл итә түгелме?

– Беҙҙең эштең төп маҡсаты – яңғыҙ, тол ҡалған кешеләргә тормош иптәшен табыуҙа ярҙам күрһәтеү, яңғыҙаҡтар һанын кәметеү, яңы ғаиләгә нигеҙ һалыу, демографик хәлде яҡшыртыу. Ишле ғаилә – ил терәге, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Ғәҙәттә, ғаилә эшле лә, балалы ла була, унда эсеүгә, төшөнкөлөккә бирелеүгә ваҡыт ҡалмай. Шуның өсөн парһыҙҙар ғүмерҙә­рен заяға уҙғармаһын, яңғыҙлыҡтан ялҡһа, тормош иптәшен таба алмаһа, беҙгә мөрәжәғәт итһен.

“Аулаҡ өй” клубының асылыуына ун йыл тулыу айҡанлы, ете район-ҡала яңғыҙҙары өсөн һәр аҙнаның ике көнөндә төрлө райондарҙа кисәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ төрлө байрамдар хөрмәтенә үҙенсәлекле байрамдар ҙа уҙғарыла. 

 – Фәймә Батыр ҡыҙы, ысынлап та, һеҙ яңғыҙаҡтарҙың тормошона яңы һулыш биреп, тормоштарын йәмләй­һегеҙ. Ошо изге эшмәкәрлегегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: