Рәшиҙә Иҫәнбаева – алдынғы ҡарашлы, әүҙем, һәләтле йәштәребеҙҙең береһе. Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлап, менеджер һөнәрен үҙләштергән. Әлеге ваҡытта көнсығыш бейеүҙәре менән шөғөлләнә, гастролдәрҙә сығыш яһай. Рәшиҙә интернет селтәрендә блогер булараҡ та билдәлелек яулай, айырыуса “Тик-ток” селтәрендә әүҙем.
– Сәләм, Рәшиҙә! Ҡайһы райондың һылыуы булаһың?
– Башҡортостандың иң матур райондарының береһе – хозур тәбиғәтле, ҡуйы урманлы Әбйәлил районының Шәрип ауылында тыуып үҫкәнмен.
– Бейеү сәнғәтенә һөйөүең бала саҡтан киләме?
– Бала саҡтан уҡ тип әйтә алмайым, сөнки мин бик баҫалҡы, оялсан булдым. Йырлап, бейеп йөрөмәнем, тиһәм дә була. Сәнғәттән бөтөнләй йыраҡ инем, ниндәйҙер көс мине сәхнәгә этәрҙе, сәнғәт үҙе мине һайланы. Шулай ҙа күңел төбөндә бейеү сәнғәтенә һөйөү булғандыр: мәшһүр шәхесебеҙ Рәшиҙә Туйсинаның бейеүҙәрен һоҡланып ҡарай торғайным.
– Ғаиләңдә бейеүселәр бармы?
– Әсәйем бейеүгә маһир. Ул – бик талантлы, дәртле кеше, район конкурстарында, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
– Бәләкәй сағыңда кем булырға хыялландың?
– Кем генә булып бөтөлмәй инде бала саҡта! Шулай ҙа аныҡ ҡына хыялым булманы. Һүрәт төшөрөргә ярата инем, бәлки, рәссам булырға уйлағанмындыр.
– Һөнәрең буйынса менеджерһың, тик әле бейеү сәнғәтендә үҙеңде таныта бараһың...
– Эйе, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында уҡыным. Һуңғы курстарҙа төрлө бейеү студияларына йөрөй башланым.
– Башҡорт бейеүҙәренән тыш, тағы ниндәй халыҡтың бейеү сәнғәте оҡшай?
– Ғөмүмән, төрлө стилдәге, төрлө халыҡ бейеүҙәре оҡшай. Әммә үҙем күберәк көнсығыш бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Һинд бейеүҙәре булһынмы, ғәрәп, төрөк – барыһын да яратып башҡарам. Бәләкәй саҡтан уҡ һинд фильмдарына һәм актерҙарына ғашиҡмын.
– Танылған артистар араһынан кемдәр менән бергәләп ижад итәһең?
– Күп кенә арҙаҡлы, талантлы шәхестәр менән эшләргә насип булды. Бала саҡтан яратып тыңлаған Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Алһыу Бәхтиева һәм башҡалар менән бер сәхнәлә сығыш яһарға тура килде. Әлеге көндә Ирек ағай Ноғоманов менән бәйләнештәбеҙ, киләсәккә ҙур уй-ниәттәр менән янып йәшәйем.
– Һинеңсә, башҡорт ҡыҙҙары ниндәй булырға тейеш?
– Бөгөнгө заман талаптары, һынауҙар төрлө ролгә индерә шул ҡатын-ҡыҙҙы... Әлбиттә, ул сабыр, мөләйем булырға тейеш.
– Ә башҡорт егеттәре?
– Ҡыйыу, тәүәккәл, рухи һәм физик яҡтан көслө булырға тейеш, тип уйлайым.
– Әле ниндәй хыялдар менән янып йәшәйһең?
– Үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡарап, бар яҡлап та үҫергә, музыка менән шөғөлләнергә уй-ниәтем бар. Шулай уҡ үҙемдең бейеү студиямды ла асмаҡсымын.
– Кумирҙарың кем?
– Бәләкәй саҡта Гөлдәр Ишҡыуатова менән Гөлсөм Бикбулатованы кумирҙарым тип һанай инем, шулай уҡ Сәғиҙулла Байегет, Гүзәл Уразованың йырҙарын яратып тыңлайым, ә Рәсәй йондоҙҙарынан Нюша, Полина Гагаринаның ижадын күҙәтеп барам.
– Уңыштарың тураһында ни әйтерһең?
– Силәбе өлкәһендә үткәрелгән гүзәллек конкурсында икенсе урынға сыҡтым һәм башҡа бик күп бәйгеләрҙә лауреат булдым, диплом һәм маҡтау ҡағыҙҙарым бихисап.
– Әле ҡайҙа ижад итәһең?
– Әлеге ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында йәшәйем. Һәр ваҡыт үҙ өҫтөмдә эшләйем, социаль селтәрҙә сәхифәләремде әүҙем алып барам. Һуңғы арала баш ҡалабыҙ Өфөгә күсергә лә теләк бар.
– Тормош девизың?
– “Ныҡлы, ышаныслы аҙымдар менән алға атларға”.
– Гәзит уҡыусыларға теләктәрең?
– Һау-сәләмәт булһындар, яҡты уй-хыялдар менән янып йәшәһендәр, китап-журналдарҙы күберәк уҡыһындар. Иң мөһиме – мөғжизәгә ышанып, тормошто яратып йәшәһендәр!
– Рәхмәт, Рәшиҙә һылыу! Уңыштар һиңә!
Рифат ЙӘМЛИХИН әңгәмәләште.