Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 23:10

Талҡан яһау оҫтаһы

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Бөгөн сауҙа кәштәләрендә боронғо ысул менән етештерелгән талҡанды йыш осратырға мөмкин. Уны яһаусылар ҙа бихисап, тәме лә төрлөсә. Әммә милли ризыҡты тап боронғоса, үҙенә генә хас алымдар менән ҡыҙҙырып, уны ағас тирмәндә тартып әҙерләнгән талҡандың тәме лә, шифаһы ла башҡаса. Шуныһы ҡыуаныслы: боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлаусыларҙы, талҡан эшләүселәрҙе арабыҙҙа осратырға мөмкин әле. Шундай оҫталарҙың береһе – Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Гөлсирә Хамматова.

Талҡан – туҡлыҡлы, көс биргән, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған милли ризыҡ. Элек ул хатта итте алмаштырған, шуға күрә алыҫ походтарға алыр булғандар. Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡалыҡ ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән.

Ысынлап та, үҙенсәлекле аҙыҡтың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки шыттырылған бойҙайҙың туҡлыҡлы матдәләренең бөтә запасы 90 процентҡа ҡулланыуға яраҡлыға әйләнә: аҡһымдар – аминокислотаға, крахмал – глюкозаға, шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырығандар өсөн ул икеләтә файҙалы.

Гөлсирә Хамматова был татлы ризыҡтың бойҙай бөртөгөнән алып әҙер булғанға тиклем нисек әҙерләнеүе хаҡында шул тиклем ихлас һөйләне.

– Тәүҙә бойҙайҙы таҙартабыҙ, йәғни уны елгәреп алабыҙ. Бының өсөн урам уртаһына ҙур ашъяулыҡ түшәп, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен иҫәпкә алып, һауытҡа ҡойолған аш­лыҡты әкренләп елгәрәбеҙ. Былай иткәндә, төшөмө булмаған бойҙай ситкә оса, яҡшылары ашъяу­лыҡ­та ҡала. Артабан уны тышҡы мейестәге ҡаҙанда ҡыҙҙырабыҙ. Бер эшлә­гәндә бер биҙрә самаһы ҡыҙҙырып алам, – ти талҡан эшләү оҫтаһы.

Хәтеремдә, бала саҡта талҡан тартыу өсөн беҙҙең ауылда ағас тирмәнгә сират була торғайны. Күрәһең, ул бер нисә генә кешелә булғандыр. Ә бына Гөлсирә инәйгә ул яҡтан борсолорға түгел: уның йортонда 120 йыл тирәһе тоғро хеҙмәт иткән, йәғни ата-бабаларынан ҡалған изге ҡомартҡы бар. Хатта тештәрен дә бер ваҡытта ла яңыртмағандар, шул килеш һаҡланған. Әллә күпме кешене аслыҡтан алып ҡал­ған был ҡомартҡыны Гөл­си­рә Хамматова бик ҡәҙерләп тотона.

Әҙер бойҙайҙы тир­мәндә тартаһың, ярҙамсың булһа, бигерәк уңайлы. Тарт­тырылған он кеүек массаны табаҡҡа һалабыҙ. Самалап аҡ май иретәбеҙ, әҙерәк һыу, шәкәр өҫтәргә мөмкин. Артабан иретелгән май өҫтөнә самалап тарттырылған массаны һалабыҙ, бер аҙ тоҙ өҫтәйбеҙ ҙә болғатабыҙ. Берегергә тейештәр, ҡул менән эшләргә лә була. Шунан үҙебеҙгә кәрәк ҙурлыҡта йомарлап, батмусҡа теҙәбеҙ. Бер аҙ һы­уы­тырға ҡуйғандан һуң, ашарға мөмкин.

Шулай уҡ бойҙайҙан башҡа, муйыл, еләк, сейә, ҡыҙыл эремсектән дә талҡан эшләргә була. Улары бигерәк тә тәмле килеп сыға. Бының өсөн йәй көнө махсус рәүештә ошо емештәрҙән эремсек әҙерләнә һәм, улар киптерелеп, сепрәк тоҡсайҙа һаҡлана (дым тартырға тейеш түгел). Ҡыш көнө мейестә бер аҙ киптереп, ағас тирмәндә тартабыҙ.

Уйлап ҡараһаң, талҡан эшләүҙең сере бик ябай ғына, иң мөһиме, теләк һәм дәрт кәрәк. Сауҙа нөктәләренән ниндәйҙер технологиялар менән етештерелгән, ялтыр ҡаптарға төрөлгән талҡанды һатып алғансы, үҙебеҙҙең өләсәйҙәр эшләгәнсә һәр кем яһай ала түгелме һуң уны?! Шул саҡта сифатлы, шифалы, файҙалы талҡан һәр саҡ табыныбыҙҙың түрен биләр, иң яратҡан ризығыбыҙға әүерелер.

Кәримә УСМАНОВА.

Әбйәлил районы.

Читайте нас: