Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:59

Тормошобоҙҙо еңеләйтәйек, ҡыҙҙар!

Һеҙгә бер нисә файҙалы лайфхак.

“Лайфхак” тигән модалы һүҙ йәки, ябай итеп әйткәндә, файҙалы кәңәштәр көндәлек тормошта, экрандарҙа, ялтырап торған журнал биттәрендә йышыраҡ күренә башланы. Һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәңәштәр күп, һәм был яҡшы, сөнки бәләкәй генә хәйләләр беҙгә ваҡытты, аҡсаны, нервыны һәм көстө сарыфламаҫҡа ярҙам итә, ә һөҙөмтә яҡшы килеп сыға. Ваҡыт нисек кенә үҙгәрмәһен, ниндәй генә яңы технологиялар индерелмәһен, стандарт әйберҙәрҙе һәр ваҡыт ғәҙәти булмағанса ҡулланыусы табыласаҡ. Бөгөн байрам уңайынан заманса ҡатын-ҡыҙ өсөн мотлаҡ кәрәк буласаҡ бер нисә лайфхак менән уртаҡлашырға булдыҡ.

 

* Сәстәрен буяған кеше белә – тамырҙары үҫеп китһә, был йәмһеҙ күренә. Ә бөҙрәханаға барырға ваҡыт юҡ. Кемдер сәсен йыш буяп зыян килтерергә теләмәй. Был осраҡта бөҙрәханаға барыуҙы кисектерергә ярҙам итерҙәй бер хәйлә бар.

Сәсегеҙҙе ҡара төҫкә буяғандан һуң тамырҙары аҡһыл булып үҫеп сыҡһа, хәлде төҙәтер өсөн ябай тушь ярҙам итә. Уның менән ипләп кенә сәс тамырҙарын буярға мөмкин. Әгәр һары сәсле булып, ҡара тамырҙар килеп сыҡһа, уларҙы йә пудра, йә “тень” менән буярға була. Аңлашыла, был саралар оҙаҡҡа түгел: ә бына мөһим осрашыу, кисекмәҫтән барыр урын килеп сыҡһа, бындай лайфхак кәрәк буласаҡ.

* Йәнә бер кәңәш “майлы” сәстән яфаланғандарға ҡағыла. Әгәр көн һайын сәс йыуырға тура килә икән, тамырҙарына балалар присыпкаһы йәки крахмал яғыу ҙа етә. Был бысраҡ кеүек ялтырауҙан ҡотҡара һәм оҙағыраҡ ваҡыт таҙа күренеүен тәьмин итә.

* Сәсегеҙҙең ҡабарып тороуын теләһәгеҙ, ғәҙәти теш щеткаһы ярҙамға килә. Уны алығыҙ ҙа, шәлкем-шәлкем сәсегеҙҙе тотоп, щетка менән тызығыҙ, өҫтән тамырына тиклем хәрәкәт яһағыҙ. Прическағыҙ шунда уҡ ҡабарынҡы булып күренер.

Сәсегеҙ ҡойолһа йәки яй үҫһә, никотин кислотаһы ярҙам итәсәк. Ул дарыуханала һатыла һәм тәмәкегә ҡағылышы юҡ. Унда сәс өсөн кәрәк В3 витамины бар. Был үҙенсәлекле сара сәсте күпертеп ебәрә, ҡойолоуын туҡтата һәм ҡиммәт тә тормай. Ампулалағы никотин кислотаһын шампунгә, сәс өсөн маскаларға ҡушырға ла, айырым да файҙаланырға була. Консистенцияһы буйынса ул һыуға оҡшаған, шуға күрә аҙаҡ йыуырға кәрәкмәй. Бер нисә тапҡыр файҙаланыу менән тәьҫирен тойорһоғоҙ. Дауалау курсы 30 көнгә иҫәпләнгән. Тик сәсегеҙҙең тамырына һөртөр алдынан уға аллергия бармы-юҡмы икәнлеген тикшерергә онотмағыҙ.

* Шулай ҙа нисек кенә сәсебеҙ матур булмаһын, бит тиреһе арыған “һоро” төҫтә, ҡыҙыл тимгелле икән, әллә ни сибәр күренмәҫһегеҙ. Шунда уҡ салонға йүгереү мотлаҡ түгел. Һәр өйҙә тиерлек ябай аспирин таблеткалары бар. Матурлыҡты тергеҙеү өсөн улар кәрәк тә. Өс-дүрт таблетка аспиринды һыуҙа иретәбеҙ ҙә биткә яғабыҙ. Ипле хәрәкәттәр менән уны скраб кеүек итеп һөртәбеҙ, биш минутҡа ҡалдырабыҙ һәм һыу менән йыуабыҙ. Тире шыма буласаҡ һәм ҡыҙарыу юҡҡа сығасаҡ.

* Ҡабарып торған ирендәр әле һаман модала. Ҡатын-ҡыҙ был һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн шикле уколдар ҡаҙатырға ла әҙер. Ә беҙ иһә ябай ғына ысул тәҡдим итмәксебеҙ. Әлбиттә, һөҙөмтә оҙаҡ һаҡланмая­саҡ, әммә ваҡытлыса ярҙам итәсәк. Шулай итеп, ирендәргә майлы крем йәки вазелин һөртәбеҙ һәм бер нисә минут дауамында ҡоро теш щеткаһы менән тызыйбыҙ. Тик артыҡ тырышмағыҙ, йәрәхәтләүегеҙ бар.

* Тирегеҙ ҡоро булһа, гиалурон кислотаһынан инъекциялар ярҙам итә, әммә был ҡиммәт, ниндәй һөҙөмтә бирере аңлашылмай. Ябай ғына ысул бар. Йылы пар менән битте йомшартырға ла зәйтүн майы һөртөргә кәрәк. Ете минут дауамында май һылап, массаж яһағыҙ. Әгәр был процедураны биш көн һайын эшләп торһаң, тирегеҙ үҙгәрер, сәләмәт һәм сағыуға әйләнер.

* Һытҡы, һәр ваҡыттағыса, ваҡыт­һыҙ килеп сыға. Ул һиҙелмәһен өсөн тональ крем түгел, күҙ өсөн ғәҙәти тамсылар ярҙам итә. Мамыҡ диск алабыҙ, уға тамсыларҙы сылатабыҙ һәм биш минутҡа һыуытҡысҡа һалабыҙ. Һуңынан ике минутҡа проблемалы урынға ҡуйып торорға кәрәк. Һытҡы бәләкәсәйәсәк һәм артыҡ һиҙелмәйәсәк.

* Биҙәнеп йөрөү матур, әлбиттә. Тик кис һайын уны йыуып ятырға кәрәк. Бының өсөн ниндәй генә ҡиммәтле саралар юҡ. Ә беҙ һеҙгә ябай, арзан юл тәҡдим итмәксебеҙ. Зәйтүн майы менән һыуҙы бергә өс нисбәтендә ҡушабыҙ һәм косметиканы йыуа торған сара әҙер. Был ҡатнашма хатта бик ныҡ торған тушь һәм тендәрҙе лә таҙарта, шул уҡ ваҡытта тирене лә ҡоротмай.

* Тональ крем йәки помада йыш ҡына кейемде бысрата. Таптарҙы бөтөрөүҙең ябай сараһы бар. Ҡыры­ныу өсөн крем алабыҙ, бысранған урынды шуның менән эшкәртәбеҙ һәм кер йыуыу машинаһына һала­быҙ. Был осраҡта тап тиҙерәк йыуыласаҡ.

* Помаданы бөтөрөү ҙә еңел түгел, әммә уның да ябай ысулы бар. Ни бары сәс лагы кәрәк. Уны помадалы тапҡа һиптерәбеҙ һәм бер нисә минутҡа ҡалдырабыҙ. Аҙаҡ шулай уҡ кер йыуыу машинаһына һалып йыуып алабыҙ.

* Эҫе көндә ябыҡ аяҡ кейемендә оҙаҡ йөрөһәң, ул еҫләнә. Был осраҡ­ҡа кәңәш бар. Сығып китер алдынан кроссовка йәки туфли эсенә әҙерәк сода һалығыҙ. Ул тиҙ арала насар еҫте һеңдерә. Тик аҙаҡ барыбер аяҡ кейемегеҙҙе йыуырға онотмағыҙ.

* Водород перекисе күп ерҙә файҙаланыла. Уны көнкүрештә лә уңышлы тотонорға була. Мәҫәлән, кеданы ағартыу өсөн. Бының өсөн ике аш ҡалағы сода, бер аш ҡалағы водород перекисе һәм бер аш ҡалағы һыу ҡушырға кәрәк. Уның менән һарғайған кеданы эшкәртәбеҙ һәм егерме минуттан йыуабыҙ.

* Әйткәндәй, өс процентлы перекись менән тәҙрә йыуырға ла була: уны пульверизатор ярҙамында тәҙрәгә һибергә лә йомшаҡ сепрәк менән һөртөп алырға.

* Өйөгөҙҙә ҡашығаяҡ йыуа торған шыйыҡсағыҙ бөтһә, гәрсис онтағын файҙаланырға була. Ул хатта һыуыҡ һыуҙа ла майлы һауыт-һабаны еңел йыуа һәм тәбиғи ҙә булып тора.

* Гәрсис насар еҫтәрҙән дә ҡотҡара. Уның менән һыуытҡысты һөртөп сығырға йәки онтаҡты кейем шкафына һалырға мөмкин.

* Көҙгөгөҙ ялтырамаймы? Кер һабыны ярҙам итә ала. Уны әҙерәк көҙгөгә яғырға һәм йомарланған гәзит менән һөртөп алырға кәрәк. Әгәр ванналағы көҙгөнө ошо ысул менән таҙартһағыҙ, ул оҙаҡ ваҡыт тирләмәй торасаҡ.

* Кер һабынының тағы бер фай­ҙаһы: уның менән ҡайсы йөҙөн эш­кәрт­һәң, ул үткерерәк була һәм материал буйлап шымараҡ йөрөйәсәк.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әҙерләне.

Читайте нас: