Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 15:00

Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып

Дәүләкән ҡыҙы Резеда Әғәҙуллинаны ниндәй уңыштары тағы ла алға ынтылдыра? 

Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә ойошторолған конкурста ҡатнашҡан Резеда Әғәҙуллина – Дәүләкән районы ҡыҙы. Уның ғүмер юлы Ҡоръятмаҫ ауылы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән.

“Тәүге тәпәй баҫҡан ерем, ашар ашым, тыуыр балаларым ошо ерҙә яҙмышыма яҙылған. Насип йәрем менән дә ошо ерҙең һыуын эсеп, бер һуҡмаҡтан атлап килдек. Атай нигеҙен һаҡлап, ауылыбыҙҙы йәмләп, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып йәшәйбеҙ, –  ти Резеда. – Ирем Гизәр Ғиниәт улы менән 26 йыл бергә йәшәп, ике балаға ғүмер бирҙек. Һәр ауыл кешеһе кеүек, беҙ ҙә күпләп мал аҫрап,ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса ултыртып донъя көтәбеҙ. Балаларыбыҙға ла хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырыштыҡ”.

Әғәҙуллиндарҙың ҡыҙҙары Ильвина, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, үҙ ғаиләһен ҡорған. Ейәнсәрҙәре Сабина донъяға килеп, тормоштарына тағы ла бер нур өҫтәп, олатай һәм өләсәй булыу бәхетен бүләк иткән. Улдары Айгиз әлеге мәлдә Өфө авиация техникумында белем ала. “Беҙ ҡорған ғаилә усағы туғандарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы йыйыр йылы урын булып тора, – ти уңған ҡатын. – Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң 22 йыл инде туған мәктәбемдә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытам. Ошо дәүерҙә балалар күңеленә Тыуған иленә, туған теленә һөйөү, ихтирам тойғолары һалыуға, рух өҫтәүгә үҙ өлөшөмдө индерәм. Мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмө тәрбиәсеһе лә булараҡ, кескәйҙәрҙе матурлыҡҡа, изгелеккә өндәп, халҡыбыҙҙың бай рухи хазинаһы менән таныштырып, милләте менән ғорурланып үҫһендәр өсөн бар тырышлығымды һалам”.

Резеда Әғәҙуллинаның уҡыусылары районда, республикала үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. “Уҡыусыларымдың өлгәшкән уңыштары, ҡаҙаныштары күңелемде үҫтереп кенә ҡалмай, һөнәремде тағы ла нығыраҡ яратырға, тырышып эшләргә көс-ҡеүәт бирә, – ти ул. – Алдыма ҙур маҡсаттар ҡуйып, ғаиләмдең терәген, ауылдаштарымдың ихтирамын тойоп, тормош юлымды матур, мәғәнәле йыр итеп алға барыуымды дауам итәм”.

Фотолар Резеда Әғәҙуллинаның ғаилә архивынан.

 

Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Тыуған ере Ҡоръятмаҫтан ҡот алып
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: