Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:36

Уңған ҡатын ул таба

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Тормош ауырлығына һылтанмайынса, бала үҫтереүҙе оло яуаплылыҡ менән башҡарған әсәләр һоҡланыуға лайыҡ. Сибай ҡалаһында йәшәгән Гөлсинә Ғәниева – шундайҙарҙың береһе. Ул бар тормош йәмен, асылын, йәшәү маҡсатын улдарын тәрбиәләүгә арнай.

Бәхетле ғаиләлә бөгөн баһа­дирҙай дүрт ул үҫә. Исемдәре лә ниндәй бит әле, саф башҡортса: Са­лауат, Әмирхан, Нурислам һәм Азамат!

Гөлсинә – Баймаҡ районының Күсей ауылы ҡыҙы. Ике ағаһы янын­да иркәләнеп кенә үҫкән ул. Бәләкәйҙән ҡул эштәренә маһир, аш-һыуға оҫта булыуы уны Сибай педагогия колледжының технология бүлегенә алып килә. Хеҙмәт юлында ҡаланың балалар баҡса­ла­рының береһендә башлай. Тормош иптәше Әсхәт Риф улы – Сибай егете. Етмәһә, таусылар династияһын дауам иткән шахтерҙарҙың бер вәкиле лә.

Йәштәрҙең осрашыуы осраҡлы ғына килеп сыға. Гөлсинәнең иптәш ҡыҙының туйында уларҙың береһе – ҡыҙ яғынан, икенсеһе егет яғынан шаһит булараҡ ҡатнаша. Әхирәте­нең туйынан һуң күп тә үтмәй, Гөлсинә менән Әсхәт Ғәниевтәрҙең дә туйы була. Йәштәр, 2009 йылда сәстәрен сәскә бәйләп, үҙ тормоштарын башлай.

– Балалар бергә уйнап үҫә, бер-береһенә ярҙамлаша, – тип һүҙ баш­ланы әңгәмәсем. – Ҙур улыбыҙ – алтынсы, уртансыһы өсөнсө клас­та белем ала, быйыл Нурислам бе­ренсе класҡа бара. Азаматты әле балалар баҡсаһына өйрәтеп йөрөйөм, уға ике йәш. Атайҙары ҡыр­ҙа вахтала эшләй, шуға күрә ул өйҙә булмағанда бар яуаплылыҡ минең иңемә һалынған. Береһе дәрестән ҡайта, икенсеһе түңәрәккә әҙерләнә, өсөнсөһөн балалар баҡ­саһынан барып алырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта дәрестәрен ҡарарға, спорт менән шөғөлләнергә, түңә­рәк­тәргә оҙатырға, күмәкләшеп саф һауала уйнарға, аҙаҡ бергәләшеп тәмле­кәстәр бешереп алырға ла ваҡыт табыла. Иң мөһиме – уландарым һау булһын, тип кенә теләйем.

Ысынлап та, Ғәниевтәр улда­рының бар яҡлап та һәләттәрен асыу, физик тәрбиә биреү, уларҙы үҫтереү маҡсатында төрлө йүнә­лештә эш алып бара. Фатирҙа   таһыллыҡ һәм сослоҡ талап иткән бокс күнекмәләре өсөн “груша тубы” ла, төрлө спорт ҡорамал­дары ла урын алған. Шулай уҡ шахмат һәм шашка уйнарға ла ярата улар, робот техникаһы менән дә мауығалар. Әмирхан менән Нурислам, атайҙары кеүек техник белем алырға тырышып, киләсәктә инженер булыу теләге менән яна. Салауат – ҡалала математика буйынса олимпиада еңеүсеһе, артабан да белемен ошо йүнәлештә камиллаштырырға хыяллана.

“Шулай ҙа баһадирҙай егеттәр янына сәскәләй генә бер ҡыҙсыҡ кәрәктер?” тигән һорауым да яуап­һыҙ ҡалманы. “Әлбиттә, ҡыҙ бала­ның тыуыуын теләйбеҙ. Алла бир­һә, донъябыҙҙы йәнә нурға күмеп, ҡыҙыбыҙ ҙа булыр әле”, – тип ҡуйҙы Гөлсинә Хәбибрахман ҡыҙы.

Кем белә, киләсәктә бәхетле әсә­нең теләге тормошҡа ашыр әле. Ишле баланың мәшәҡәттәре лә етәрлектер, әммә шатлыҡ-ҡыуа­ныстары күберәк. Иң мөһиме – балалары имен-һау булһын, тигән теләк менән бәхетле йорттоң ишеген яптым.

 

К. ИШБУЛДИНА.

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: