Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!
Бөгөн илебеҙҙә Украина ерендәге ваҡиғаларҙы һыҙланып, хәүефләнеп һәм яҡшыға өмөтләнеп күҙәтмәгән ғаилә юҡтыр, моғайын. Башҡортостанда, шулай уҡ тотош Рәсәйҙә лә, күптәрҙе Украина менән туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ ептәре бәйләй, шуға күрә һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә тиҙҙән барыһы ла яйға һалыныр – туғандаш Украина ерендә тыныслыҡ тантана итер тигән өмөт йәшәй.
Бөгөн беҙ Рәсәйгә ҡаршы әлегә тиклем һис ҡасан да күрелмәгән мәғлүмәти һуғыштың шаһитыбыҙ. Украина Көнбайыш менән бергә Рәсәй халҡы араһында ҡотҡо таратып, беҙҙе тарҡатырға маташа. Улар Украинаны демилитаризациялауға йүнәлтелгән тыныслыҡ урынлаштырыу операцияһын үҙҙәренең сәйәси һәм иҡтисади мәнфәғәттәренән сығып баһалай һәм илебеҙ халҡы араһында паника тыуҙырыу, ҡотҡо таратыу һәм беҙҙе ҡапма-ҡаршы төркөмдәргә бүлеү маҡсатында бик күп аҡса сарыф итә. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәргә ошо маҡсатта ҡуйылған рекламаға тәүлегенә кәмендә 50 000 доллар тотонола. Дөйөм алғанда, әлегә тиклем улар мәғлүмәт яуына бер миллиард һумдан ашыу аҡса һалған. Был аҡсаның беҙҙең илгә ҡаршы файҙаланылыуы менән бер рәттән, фашизмды яҡлау өсөн дә тотонолоуын аңларға тейешбеҙ.
Рәсәй Федерацияһы Советының дәүләт суверенитетын яҡлау буйынса комиссияһы рәйесе Андрей Климов һүҙҙәренсә, мәғлүмәт яуында ҡатнашҡан Көнбайыштың планы күптән төҙөлгән булған. Польшала нигеҙләнеп, АҠШ-тағы кураторҙарының күрһәтмәһе буйынса эшләгән тотош фейктар фабрикаһы бар. Илебеҙгә ҡаршы нәфрәт уятыу маҡсатындағы төп инструменттарҙың береһе – Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын яҡлау буйынса махсус операциялар тураһында ялған мәғлүмәттәр. Күп осраҡта уларҙың йөкмәткеһе илебеҙ хәрбиҙәрен аяуһыҙ итеп ҡылыҡһырлауға ҡайтып ҡала – Рәсәй һалдатын үлтереүсе, баҫып алыусы, кешелекһеҙ дошман итеп күрһәтергә тырышалар. Уларға булмаған енәйәттәрҙе, йыртҡыслыҡ осраҡтарын тағалар, илебеҙ һалдаттарының, йәнәһе лә, әсирлеккә төшөүе, Рәсәй армияһының хәрби техникаһын юғалтыуы хаҡында ялған хәбәрҙәр тараталар.
Ошондай шарттарҙа һеҙҙе һуғыш һәм тыныслыҡ мәсьәләләрендә уяу һәм иғтибарлы булырға, ҡотҡоға бирелмәҫкә, ялған хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа, уларҙы таратыуға юл ҡуймаҫҡа саҡырам. Хакерҙар Рәсәйҙең ҙур матбуғат саралары сайттарын ватып инә һәм халыҡ араһында ҡотҡо, ығы-зығы тыуҙырырға маташып, дөрөҫлөккә тап килмәгән хәбәр тарата. Шулай уҡ беҙҙең сайттар ҙа хакерҙар һөжүменә дусар булды. Бөгөн чаттарҙа таратылған имеш-мимешкә түгел, ә тикшерелгән сығанаҡтарға, абруйлы эксперттарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу зарур.
Ил һәм республика етәкселегенә булышлыҡ итеү өсөн һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ урынында тырышып эшләүе мөһим! Ҡотҡоға бирелмәйек! Бөгөнгө шарттарҙа беҙҙең өсөн иң мөһиме – илебеҙ именлеге һәм халыҡтарҙың үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәүе. Рәсәй етәкселеге алып барған сәйәсәт, тыныслыҡ урынлаштырыуға йүнәлтелгән хәрби операция ла тап ошо изге маҡсатты күҙ уңында тота. Милләтселектең яңы усаҡтарын ҡабыҙырға тырышыусыларға, фашизм ҡалдыҡтары яҡлыларға берҙәм рәүештә ҡаршы тороп, бер һүҙле, уртаҡ маҡсатлы булырға тейешбеҙ. Ошондай болғауыр заманда беҙҙе бары тик берҙәмлек, айыҡ аҡыл, илһөйәрлек рухы көслө итәсәк! Тыныслыҡҡа һәм бәхетле киләсәккә йүнәлтелгән дөйөм тырышлыҡ менән бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, тип ышанам. Беҙ – Ер йөҙөндә тыныслыҡ һәм кешеләрҙең шат йөҙҙәре яҡлы!
Фото авторҙың шәхси архивынан.