“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә уңышлы барған конкурста ҡатнашҡан Яңауыл районы ҡыҙы Ләйлә Рәзиф ҡыҙы Сафина 1986 йылдың 24 авгусында донъяға килгән. Уның бала сағы Иҫке Ҡоҙаш ауылында үтә.
Мәктәпте миҙал менән тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалына уҡырға инә тырыш, маҡсатлы ҡыҙ: рус-башҡорт филологияһы факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап сыға. Студент йылдарында мәҙәни сараларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, вокал, сәхнә оҫталығы түңәрәктәренә яратып йөрөй, шиғырҙар, гәзиткә мәҡәләләр яҙыу менән мауыға.
Диплом алғас, хеҙмәт юлын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ башлай Ләйлә. Һуңғараҡ тәрбиәсе лә, китапханасы ла булып эшләй. Артабан ғүмерен телевидение менән бәйләй һәм хәҙер инде ун йылдан ашыу Яңауыл районы халҡын ихлас ҡотлауҙар менән ҡыуандыра, башҡорт телендә сыҡҡан яңылыҡтарҙы алып бара. Ошо ваҡыт эсендә мөхәррир вазифаһына үрләй.
Буласаҡ ире Рәмил Фәрид улы менән 2005 йылда танышып, тәүҙә өс йылдан ашыу дуҫлашып йөрөп, 2009 йылда йәрәшәләр. Бөгөн татыу ғаилә Яңауыл ҡалаһында үҙ йортонда йәшәй, ике ул тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре Айҙар – 5-се класс уҡыусыһы. Кеселәре, алты йәшлек Наил, балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы “Башнефть” системаһында диспетчер булып хеҙмәт итә.
Ғаиләләре менән Башҡортостан, Рәсәй буйлап сәйәхәт итергә яраталар. Улдарын эш һөйөүсән, аҡыллы, итәғәтле итеп үҫтерергә тырышалар. Әйткәндәй, 7 мартта Ләйлә менән Рәмил Сафиндарҙың ғаилә ҡороуына 13 йыл. Беҙ уларҙы ошо матур ғүмер байрамдары менән ҡотлайбыҙ, именлек, бәхет, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Фотолар Сафиндарҙың ғаилә архивынан.