Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:46

Яҙ ҡояшы: кемгә наҙлы, кемгә зарарлы...

 Ниһайәт, арыу уҡ ялҡытҡан, ҡатлы-ҡатлы кейеме менән екһендергән ҡыш үтеп, тәҙрәләргә илгәҙәк яҙ ҡояшы нурҙарын һирпә. Тәбиғәт уяна, уның менән бергә ҡатын-ҡыҙҙың да яңы һулышы асыла. Гүзәл зат ҡаты шарттарҙан бер аҙ йонсоған ҡиәфәтен сафландырырға, тормошҡа ҡыуанырға, бар донъяны һоҡландырырға әҙер!

 

Бит тиреһен “яңыртабыҙ”

 

Ҡышҡы бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған һауа торошона, температура төрлөлөгөнә тире нисек яуап бирә? Ул өҫкө ҡатламды ҡалынайта. Төҫөнөң бер ни тиклем тоноҡланыуы шунан килеп сыға ла инде. Тимәк, тирегә “яҙғы таҙарыныу” бер ҙә ҡамасау итмәй. Скрабтар уны таҙалай ҙа, сафландыра ла, көс тә өҫтәй. Өҫтәүенә, скраб менән таҙартыу бит тиреһенә массаж булып та хеҙмәт итә. Был сараларҙы ҡулланғанда, һәр кем тиреһенең ниндәй төргә ҡарағанынан сығып һайларға тейеш. Этикетканы иғтибарлап уҡырға кәрәк: әйтәйек, скраб эсендәге ҡайһы бер таҙартыусы киҫәксәләр наҙлы, йомшаҡ, ҡоро тире өсөн үтә ҡаты булып, уның торошона зыян килтереүе бик ихтимал.

Уларҙың ҡайһы берҙәре көн дә ҡулланыр өсөн бара, ә ҡайһыларын аҙнаһына бер генә тотонорға кәңәш ителә.

 

 

Нурҙан һаҡларға кәрәк

 

Көттөрөп килгән йылы яҙҙың тәүге нурҙарына ҡойонғанда, уның бит тиреһе өсөн хәүеф тыуҙырғанын да оноторға ярамай. Сағыу яҙғы ҡояш, артыҡ йылыһын бирмәһә лә, ҡайһы бер ханымдарҙың тиреһендә ярайһы уҡ күренеп торған “эҙҙәр” – көрәнһыу таптар (пигмент) ҡалдырырға мөмкин. Ҡояш нурҙары ярҙамында алған Д витамины беҙҙең организм өсөн үтә файҙалы һаналһа ла, нескә тиреле заттарға уның ана шундай бик үк күңелгә ятмаған, тышҡы ҡиәфәтте бер аҙ боҙа торған хәүефе лә бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Шуға ла тирене артыҡ ҡояш нурҙарынан аралап торған махсус крем һатып алыу зарур (SPF-фильтрлы кремдар). Был матдәләрҙе тирене дымландырыу, туйындырыу өсөн тотонолған кремдарға ғына түгел, төҫөн тигеҙләп, берҙәм тон бирә торған сараларға ла ҡушалар. Бөтәһе лә – ҡупшыҡайҙарҙың гүзәллеген мөмкин тиклем һаҡларға ярҙам итер өсөн. Хәҙерге косметик саралар ҡуйылығы буйынса ла йәтеш – улар еңел һөртөлә, тиҙ генә тирегә һеңә, битте майлап ҡуйған кеүек тойғо ҡалдырмай. Төрлө типтағы тирегә айырым сығарылалар, шуға ла туташ-ханымдарға үҙҙәренә килешкәнен һайлап алыу бер ни тормай.

Бит тиреһендә  таптар барлыҡҡа килеү хәүефе янаған кешеләргә ҡайһы бер препараттарҙың, мәҫәлән, А витаминының, ҡайһы бер антибиотиктарҙың был хәлдең килеп сығыу ихтималлығын арттырыуын да иҫтән сығарырға ярамай.

Ирен дә ҡояш тәьҫиренә бирешеп барыусан. Уның тиреһе бик йоҡа, шуға ла өҫтәмә һаҡлау сараларына мохтаж. Был осраҡта ла дымландырған саралар, әлбиттә, шул уҡ ҡояштан һаҡлай торған матдәләр ҡушылғандары ярҙамға килә. Улар май рәүешендә лә сығарыла, гигиеник ирен буяғыс, ялтыратҡыстар ҙа булыуы ихтимал.

 

 

Ҡуйы, матур сәсемде...

 

Оҙайлы ҡыштан һуң сәскә лә яҡшы тәрбиә талап ителә. Һыуыҡ көндәрҙән, бер туҡтауһыҙ башлыҡ кейеүҙән, әле һыуыҡ, әле йылынан, йылытылған бүлмәләрҙәге ҡоро һауанан сәс “әлһерәй”, көсөн юғалта, төҫө лә тоноҡланып китә. Тәүге ҡояш нурҙары күҙҙе сағылдырыу менән, баш кейемен һалырға ашығырға ярамай.

Ультра-шәмәхә нурҙарға сәсте лә, тирене лә яйлап ҡына күнектереү яҡшы. Үтә йылы ла сәс өсөн бик үк яҡшы түгел – ул дымды күпләп юғалта, шунлыҡтан тиҙ һынып барыусанға әйләнә, төҫө тоноҡлана.

Әлбиттә, хәҙер һатыуҙа матурлыҡты һаҡлар өсөн тәғәйенләнгән төрлө-төрлө заманса косметик саралар бар. Сәсте тәрбиәләр өсөн ҡояштың артыҡ нурҙарынан һаҡлай торған матдәләр (шул уҡ SPF-фильтр) ҡушылған саралар – шулар иҫәбендә. Улар сәстең формаһын да тәртиптә  тота, йылҡылдатып, күпертеп ебәрә. Һәр ҡатын-ҡыҙ шундай ялтырап торған, ҡуйы, матур сәс тураһында хыяллана бит!

Р. ҒАТАУЛЛИНА әҙерләне.

Читайте нас: