Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2022, 20:30

“Бәйләнештә” селтәре әүҙемләште

ТикТок Рәсәй аудиторияһынан “баш тартҡандан” һуң...

“Бәйләнештә” селтәре әүҙемләште
“Бәйләнештә” селтәре әүҙемләште

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә клиптарҙы ҡараусылар һаны ныҡ артҡан. Матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ТикТок Рәсәй аудиторияһынан “баш тартҡандан” һуң ҙур әүҙемлек күҙәтелгән. Был хаҡта UA REGNUM хәбәр итә.

“Бәйләнештә” селтәре яңы роликтарҙы ҡарауҙың ике тапҡырға артҡанын билдәләне. “Башҡа платформаларҙан контент авторҙарының ҙур күләмдә теркәлеүе һәм клиперҙар яғынан әүҙемлек артыуы ла күҙәтелә”, - тип белдерҙеләр социаль селтәрҙең матбуғат хеҙмәтендә. Шулай уҡ заманса шарттарҙа аралашыуҙың, ыңғай тойғолар менән уртаҡлашыуҙың мөһим икәнлеге лә билдәләнде. Бынан тыш, социаль селтәр ошо майҙанға күскән яңы ҡулланыусыларҙы, блогерҙарҙы тәбрикләне.

“Бәйләнештә” селтәре “Клиптар”ҙа 100 миллион һумлыҡ приз фонды менән яңы эшмәкәрлеген әүҙемләштерәсәк. Әле Башҡортостанда был социаль селтәрҙән ҡулланыусылар ике миллионға яҡын.

Фото: akket.com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: