Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2022, 16:00

Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!

Резида Шәймәрҙәнова яҙмышын үҙе яҙған, бәхетен үҙе ҡойған...

Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!

Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене Резида Шәймәрҙәнова Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй. Ире Рәил менән ҡорған татыу ғаиләлә өс бала үҫә. Резида – Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһында бухгалтер-кассир. Ире иһә төҙөлөш тармағында эшләй.

Әүҙем, ихлас, егәрле, уңған, хәстәрлекле, яуаплы ҡатын күптән түгел ҡәйнә лә булды: ҡыҙы Айһылыу кейәүгә сыҡты. Әйткәндәй, ҡыҙы Өфөләге финанс техникумын тамамланы, әсәһе кеүек ул да бухгалтер булып эшләй һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетында ситтән тороп белем ала. Улы Аяз –  Өфө авиация техникумы студенты. Тырыш егет уҡыуҙан ҡалған ваҡытта “Пристань” ресторанында эшләй: был уның ата-әсәһе елкәһендә ултырмай, ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн атҡарыла. Кесе улдары Данияр – Өфө районының Шамонин урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы. Ул “Дарман” бейеү ансамбленә йөрөй.

...Бөгөнгө яҙмышын үҙе яҙған, тормошон үҙенең ныҡышмаллығы, тырышлығы, сәмселлеге һөҙөмтәһендә ҡорған, бәхетен дә тырыш хеҙмәттә, күп балалы, татыу ғаиләлә тапҡан Резида. Әйтерһең дә барыһы ла уға еңел бирелгән, әйтерһең дә яҙмыш уны һынауҙар аша үткәрмәгән.

Фотолар Резида Шәймәрҙәнованың шәхси архивынан.

Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Бүздәк ҡыҙы, Әлшәй килене ул!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: