Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2022, 22:00

Йылмайһаң, тормош та һиңә йылмайыр

Табип-терапевт, Красноусол үҙәк район дауаханаһының паллиатив бүлексәһе мөдире Зөлфиә Ғәлина ниндәй кәңәш бирә?

Йылмайһаң, тормош та һиңә йылмайыр
Йылмайһаң, тормош та һиңә йылмайыр

Ер йөҙөндә әллә күпме һөнәр бар, әммә улар араһында иң изгеһе - кешеләргә һаулыҡ бүләк итеүселәрҙер. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмө конкурсында ҡатнашҡан гүзәл зат вәкилдәренең береһе лә ғүмерен медицинаға арнаған – Ғафури районынан Зөлфиә Ғәлина.

Зөлфиә Рауил ҡыҙы – табип-терапевт, Красноусол үҙәк район дауаханаһының паллиатив бүлексәһе мөдире. Медицина өлкәһендә эшләүенә ун йылдан ашыу.

“Бала саҡта уҡ табибә булырға ҡарар иткәйнем инде. Үҫкән һайын был уй-хыялым кәмемәне, юҡҡа сыҡманы. Һәм мин Башҡортостан дәүләт медицина универитетына уҡырға ингәс, үҙемде был донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙом, – ти Зөлфиә Рауил ҡыҙы. – Диплом алғас, тыуған районыма эшкә ҡайтырға ҡарар иттем. Хәҙер бына ун йыл инде терапевт булып эшләйем”.

Ғаилә йөгө лә, эштәге ауырлыҡтар ҙа икәү бергә тартҡанда еңел алға бара. Зөлфиә лә ире Илдарҙан уңған. “Һәр ваҡыт һәм һәр нәмәлә лә ул – минең ышаныслы таяныс-терәгем”, – ти ул. Әйткәндәй, иренең һөнәре медицина менән бәйле. Был татыу ғаиләлә Риана исемле ҡыҙ үҫә.

Зөлфиә Ғәлинаның эше яуаплы булһа ла, ғаиләһенә лә ныҡлы иғтибар бүлергә, тәмле ризыҡтар бешереп һыйларға тырыша - башҡаларға ла шундай булырға кәңәш бирә. Бынан тыш, тағы бер күңеле ятҡан шөғөлө бар. Ул – бәйләү.

Тормош девизы: “Йылмай һәм тормош та һиңә йылмайыр”.

Фото Зөлфиә Ғәлинаның шәхси архивынан.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: