Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2022, 09:00

Әгәр ул егет булмаһа...

Өфөлә бәләгә тарыған бесәйҙе... Екатеринбургтан килеп ҡотҡарғандар.

Әгәр ул егет булмаһа...
Әгәр ул егет булмаһа...

Өфөнөң Ушаков урамындағы йорттарҙың береһендә вентиляция торбаһына бесәй төшөп ҡыҫылғанын күргән кешеләр уны күпме алырға тырышһа ла, булдыра алмай. Хатта профессиональ ҡотҡарыусыларҙың йәшниккә аҙыҡ һалып төшөрөүе лә ярҙам итмәй: бесәй ашауын-ашай ҙа, тик йәшниккә инмәй. Ҡотҡарыуҙың икенсе вариантына - беренсе ҡаттағы фатирҙан уйым тишеп алыуға фатир хужаһы ризалыҡ бирмәй.

Эшлекле ярҙам Екатеринбург ҡалаһынан килә. Ҡотҡарыусы ирекмән Евгений Зенков Өфөгә үҙенең махсус ҡорамалдарын килтерә. Сетерекле хәл тураһында хәбәрҙар егет аэропорттан тура ҡазаға тарыған бесәй янына ашыға һәм хайуанды был ҡоллоҡтан ҡотҡара.

Йортта йәшәүселәр, ваҡиға тураһында ишетеүселәр - барыһы ла был оло йөрәкле егеткә рәхмәт әйтә. Ҡотҡарыу эштәрен ойоштороп йөрөгән ҡыҙ һөйләүенсә, бесәйҙең хәле яҡшы, тик оҙаҡ ашамай-эсмәй тороуы ғына уны бер аҙ хәлһеҙләндергән. Нисек булһа ла, уны ветеринар клиникаға алып барыу кәрәк буласаҡ. Әҙерәк күҙәтеү аҫтында тотҡандан һуң, бесәйгә өй эҙләй башлаясаҡтар.

Бесәй кеше түгел, ә шулай ҙа... Бәләкәй йән эйәһенең бәләһенә битараф ҡалмаған изге күңелле Евгенийҙың был матур ҡылығы барыһында ла уға ҡарата хөрмәт, һоҡланыу, рәхмәт тойғолары ғына уятҡандыр. Нәҡ шундай миһырбанлы, ярҙамсыл, ихлас кешеләр арҡаһында ла донъя йәмле, яҡты, ышаныслы.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: