Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2022, 16:15

Хәрбиҙәргә теләктәшлек белдерҙеләр

Кешеләр был юлы айырыуса күп булды. Унда тотош ғаиләләре менән килгәндәр.

Хәрбиҙәргә теләктәшлек белдерҙеләр
Хәрбиҙәргә теләктәшлек белдерҙеләр

Благовар районының Языков ауылында Украинала барған хәрби операцияны хуплап автоуҙыш үтте. Район халҡы ошо рәүешле беҙҙең хәрбиҙәргә теләктәшлек белдерергә ҡарар итте.

Әйткәндәй, сарала ҡатнашырға теләк белдергән кешеләр был юлы айырыуса күп булды. Унда тотош ғаиләләре менән килгәндәр. Хәрби хәрәкәт ветерандары, хәҙер тупланырға, берҙәм көс булырға кәрәк тип, үҙҙәре менән ҡатындарын һәм балаларын алып килгән.

Фото: m.vk.com/wall-125337715_24404

Сығанаҡ: m.vk.com/wall-125337715_24404

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: