8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә барған конкурста ҡатнашҡан Айгөл Ғилманова – Ҡыйғы районы ҡыҙы. Ул Йосоп ауылында тыуып үҫкән, ошо ауылда урта мәктәп тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына уҡырға ингән. Уны уңышлы тамамлап, ошо уҡ йылда ауылдашы Илгиз Радик улы менән ғаилә ҡоралар.
Төрлө һөнәр өлкәһендә үҙен һынап ҡарарға тура килә Айгөлгә. Салауат районының “Йүрүҙән” гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән. Ошо баҫмала эшләгән йылдарҙы бик һағынып иҫкә ала ул. Тыуған ауылындағы балалар баҡсаһында ете йыл мөдир булып эшләгәндән һуң, күрше Түбәнге Ҡыйғы ауыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе була.
“Балалар – тормош йәме, шатлығы. Улар менән эшләү, күңелдәренә тәрбиә осҡондарын һалыу – үҙе оло бәхет”, – ти уңған ҡатын. Ҡыҙы Алтынай Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбенең Солтан ауылы филиалында 8-се класта уҡып йөрөй. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулай, шиғриәтте үҙ итә, уҡыу алдынғыһы. Улы Айгизгә 24 йәш. Өфөләге “БашАльянсСтрой” йәмғиәтендә уңышлы эшләп йөрөй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының һуңғы курсында белем ала.
Айгөлдөң ире – шәхси эшҡыуар: халыҡтан һөт йыйыу менән әүҙем шөғөлләнәләр, умарта тоталар, күпләп мал-тыуар аҫрайҙар. Тырыш ғаилә, заман ауырлыҡтарына һылтанмай, алға ынтыла. Ғаилә карабын ошолай бергә алып барғанда ғына тормош та көйлө була шул.
Фотолар Айгөл Ғилманованың шәхси архивынан.