Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2022, 20:30

Соҡорҙар 15 июнгә тиклем ремонтланып бөтәсәк

9 мартҡа ҡарата республика юлдарында 3 290 етешһеҙлек теркәлгән, шуларҙың 1 270-е бөтөрөлгән дә.

Соҡорҙар 15 июнгә тиклем ремонтланып бөтәсәк
Соҡорҙар 15 июнгә тиклем ремонтланып бөтәсәк

15 майға тиклем республика юлдарында яҙғы осорҙа юлда барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы һанлаштырыу тамамлана, ә 15 июнгә ҡәҙәр етешһеҙлектәр тулыһынса бөтөрөләсәк. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итте.

Соҡорҙарҙы ямауҙы контролдә тотоу юл инфраструктураһын контролдә тотоу һәм планлаштырыуҙың автоматлаштырылған системаһы аша ойошторолдо. 9 мартҡа ҡарата республика юлдарында 3 290 етешһеҙлек теркәлгән, шуларҙың 1 270-е бөтөрөлгән дә.

Күпселек юлдар, урамдар әле ҡарҙан һәм боҙҙан әрселмәгән, шуға күрә барлыҡ муниципалитеттар ҙа соҡорҙарҙы һанлаштырыуға тотонмаған. Әлегә эштәрҙе Өфө һәм республиканың Юл хужалығы идаралығы алып бара. Башҡа ҡала-райондар ҡар һыуҙарын юлдан ситкә ағыҙыу маҡсатында юл ситтәрен ҡарҙан, ҡар өйөмдәренән таҙартыу менән шөғөлләнә.

Юл хеҙмәттәре соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарырға әҙер. Мәҫәлән, “Башкиравтодор” филиалдары 1 321 тонна һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы, 477 мең тоннанан ашыу төрлө фракцияларға ҡырсынташ һәм дүрт мең тонна битум әҙерләгән. Йылытҡандан һуң ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһын етештереү заводтары эшләй башлай.

2022 йылда Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуға бөтәһе 5,7 миллиард һум ҡаралған.

Радий Хәбиров барлыҡ муниципалитеттарға автомобиль юлдарын тикшереүгә, етешһеҙлектәрҙе һанлы форматҡа күсереүгә, уларҙы бөтөрөүгә тотонорға ҡушты. Эштәрҙе 15 июнгә тамамларға кәрәк, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

– Был эште өс йыл буйына яйға һалдыҡ һәм темптың кәмеүенә юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ, – тине Радий Хәбиров. - Шулай уҡ Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы трассаһы, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы, юлдар төҙөү, ремонтлау буйынса бөтә эштәрҙең тулыһынса тормошҡа ашырылыуы мөһим. Был бик мөһим. Халыҡ көтә.

Фото: inprotvino.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: