Йәмғиәт
11 Марта 2022, 10:45

Банкта мәрхүм булған

Шул ваҡытта иргә кинәт ҡыйын булып китә, һәм ул иҙәнгә ауа...

Добавить в предпочтительные источники Google
Банкта мәрхүм булғанБанкта мәрхүм булған
Банкта мәрхүм булған

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Киров районында урынлашҡан банктарҙың береһендә аяныслы хәл булған.

Унда йомош менән килгән иргә кинәт ҡыйын булып китә һәм иҫтән яҙып  йығыла. Банкты шундуҡ ябалар, хеҙмәткәрҙәр тиҙ генә ашығыс ярҙам саҡыра. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медиктар, полиция хеҙмәткәрҙәре килеп еткәндә, ир йән биргән була шул…

Тәү тикшереүҙәрҙән уның үлеме криминаль характерҙа булмауы ла асыҡлана. Шулай итеп, көтмәгәндә ирҙең ғүмере өҙөлә, яҡындарының ишеген ҡайғы еле ҡаға.

Фото "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова