Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 13:26

“Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”

Шаршамбы көндө Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә аҙнаның иң мөһим мәсьәләләре ҡаралды. Улар араһында – иҡтисади хәл, ситтә ҡалған туристарға ярҙам итеү, коронавирус, сәсеү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, юлдарҙы ремонтлау һәм башҡалар.

 

Бер кем дә ауыр хәлдә ҡалмаясаҡ

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡта­рына Украинала барған махсус операция барышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә бөтә яҡлап ярҙам итергә ҡушты.

– Беҙҙә бөгөнгә өс кеше һәләк булған. Алдан һөйләшкәнсә, уларҙың ғаиләһенә ҙур иғтибар биреләсәк. Балалары аяҡҡа баҫҡансы, ғүмер буйы ярҙам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров республика Хөкү­мәтенең иҡтисад бүлегенә бизнесҡа ярҙам күрһәтеү буйынса федераль үҙәктең ҡарарҙарын анализларға һәм уларҙы тормошҡа ашыра башларға ҡушты.

– Беҙҙең артта – дүрт миллион халыҡ, иҡтисадыбыҙ, социаль өлкә, балалар, мәктәптәр, балалар баҡса­лары, социаль ҡорамалдар тора. Шуға күрә беҙҙең бурыс – быны тыныс, ышаныслы башҡарыу. Хәҙер хәлде анализларға, ниндәй эҙемтәләр булыу ихтималын аңлау, тейешле ҡарарҙар ҡабул итеү мөһим. Ашығып, сәбәләнеп бер нимә лә ҡабул итмәйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы ДХР һәм ЛХР-ға гуманитар миссия йомғаҡтары тураһында ла һөйләне.

– 4 мартта беҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам ебәрҙек. Был эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Йөк барып етте. Халыҡ бик рәхмәтле, беҙҙең йөктө һәм кешеләрҙе ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алдылар, – тине республика етәксеһе.

Тик эш бының менән генә туҡтамай. Радий Хәбиров Донецк һәм Луганск халҡына ярҙам итеү өсөн тағы бер автоколонна ойошторорға ҡушты.

– Беҙҙең Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары менән айырыуса яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы беләһегеҙ, тәүге конвой уңышлы барып етте, ул ҡайтҡас та, икенсеһен әҙерләй башлағыҙ. Унда ихтыяж ҙур, уларға нимә кәрәклеген аныҡ аңларға ғына кәрәк. Ярҙамдың бер  өлөшө – Донецк, икенсеһе Луганск халыҡ республикаларына юллана. Билдәле булыуынса, генералыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов Беренсе Май ҡасабаһында ерләнгән, шуға күрә Красный Луч менән мөнәсәбәттәребеҙ айырыуса мөһим, быға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.

 

Туристар ҡайтарыласаҡ

 

Әлеге ваҡытта бер ни тиклем Башҡортостан кешеләре сит илдәрҙә тороп ҡалды һәм кире әйләнеп ҡайтыу буйынса ауырлыҡтар кисерә. Радий Хәбиров, һәр ваҡыттағыса, үҙенең һүҙ­ҙәренә тоғро ҡалды: “Беҙ үҙебеҙҙе­келәрҙе ташламайбыҙ”.

Был йүнәлештә эштәр нисек ойошторолғаны тураһында кәңәшмәлә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева менән Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һөйләне.

Әлеге ваҡытта Ситуация үҙәге нигеҙендә штаб булдырылған, уның эше ике йүнәлеш буйынса алып барыла. Беренсеһе –туристар менән үҙаллы, икенсеһе – туроператорҙарҙан турҙар һатып алған ойошҡан туристар менән эшләү. Рәсәйгә ҡайтырға ярҙам итеү үтенесе менән йәмғеһе 23 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Алты кеше кире ҡайтарылған.

Бөтәһенә лә мәғлүмәти ярҙам күрһәтелә. Ярҙам кәрәк булған осраҡта кешеләр +7 347 218 19 19 телефоны буйынса Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.

Туроператорҙар мәғлүмәттәренә ярашлы, ойошҡан туристар төркө­мөндә, 9 мартҡа сит илдән 1835 кеше ҡайтҡан, 760 кешенең ҡайтыуын көтәләр. 10 мартта Доминикананан 497 турист килеүе көтөлә.

– Сит илдә тағы 760 самаһы кеше ҡала, улар республикаға 12 мартҡа тиклем махсус рейстар менән ҡайта. Туроператорҙар мәғлүмәте буйынса, туристарҙың ойошҡан төркөмдәрен сығарыу илгә ҡайтарыу рейстары графигына ярашлы уҙғарыла. Яңы турис­тар әлегә сыҡмай, – тине Ринат Фәтҡуллин.

Килеп тыуған хәлгә бәйле Башҡорт­останда эске туризм күләме арта һәм ҙур ағымды ҡабул итергә әҙер булырға кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы. Хөкүмәттә ошо мәсьәләне айырым ҡарарға ниәтләйҙәр.

 

Коронавирус буйынса хәл тотороҡлана

 

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Башҡортостанда COVID-19 менән сирләгәндәр өсөн урындар һаны ҡыҫҡартыла башланы. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфөнөң Дим биҫтәһендәге һәм 8-се дауахана, Күмертау һәм Салауат ҡалаларындағы ковид госпи­талдәре ғәҙәти эш тәртибенә күсәсәк.

Вакцинацияға килгәндә, министр белдереүенсә, ошо көндәрҙә үҫмерҙәр өсөн 950 доза “Спутник М” вакцинаһы көтөлә. Әле 12-нән 18 йәшкә тиклемге 2376 үҫмер тулыһынса прививка яһатҡан.

Өлкәндәргә килгәндә, план 99,9 процентҡа үтәлгән һәм 2481689 кеше прививканың беренсе компонентын һалдырған. Тулыһынса был ғәмәлде 2341909 кеше тамамлаған.

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, 11 мартта Туймазы ҡалаһында яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге асыласаҡ. Беренсе пациенттарҙы унда бер аҙнанан ҡабул итә башлаясаҡтар. Сибайҙағы үҙәк иһә ике аҙнанан асыласаҡ, апрель башында унда ла пациенттар дауалана башлаясаҡ.

Миҙгел эштәренә әҙерлек башланды

 

Яҙ етте. Тимәк, сәсеү миҙгеле баш­ланыуға ла күп ҡалманы. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ағымдағы ауыл хужалығы миҙгеле билдәһеҙлек кимәле һәм былтырғы ҡоролоҡтан зыян күргән аграрийҙарҙың ҡатмарлы финанс хәле менән айырылып торасаҡ. Тәбиғәт-климат үҙгәреше һәм тотороҡ­һоҙ баҙар конъюнктураһы, һис шикһеҙ, ауыл эшсәндәренең эшендә сағыласаҡ, тигән фекерҙә ул.

Уның һүҙҙәренсә, 2022 йылғы уңыш өсөн сәсеү майҙандарының структура­һы эске ихтыяжды һәм экспортты иҫәпкә алып әҙерләнгән. 2021 йылдың көҙөндә 295 мең гектар ужым сәселгән: 150 мең гектарға яҡын бойҙай (уҙған йылдың уңышына ҡарағанда 31 гектарға аҙыраҡ), 140 мең гектар арыш (32 гектарға аҙыраҡ). Сәсеүлектәрҙә тупраҡтың туңыуы, ҡарһыҙ декабрь, февралдә тупраҡҡа һылашҡан боҙ ҡатламы һәм йылы ҡышлау шарттары сағылды, тип билдәләй тармаҡ эксперттары.

Һөҙөмтәлә ужымдың 68 проценты яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә. Шуға күрә, министр билдәләүенсә, яҡшы ужым уңышына иҫәп тоторға тура килмәй: яҡынса баһалауҙар буйынса, сәсеүлектәрҙең 20 проценты һәләк буласаҡ (47,2 мең гектар). Сығымдарҙы ҡаплау өсөн яҙғыһын 1,4 миллион гектарҙа, былтырғы майҙандарҙан 70 мең гектарға тиерлек күберәк, иген сәсеү күҙаллана.

Техник культуралар 422 мең гек­тарҙы биләйәсәк (былтырғынан ете мең гектарға күберәк), уларҙың 90 проценты – майлы, 10 проценты – шәкәр сөгөлдөрө.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, былтыр көслө ҡоролоҡтан зыян күргән Урал аръяғы аграрийҙарына орлоҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән мотлаҡ ярҙам күрһә­теләсәк.

Дөйөм алғанда, быйыл сәсеү өсөн 20,45 миллиард һум талап ителә, тип белдерә республиканың Ауыл хужа­лығы министрлығы. Был 2021 йылғы яҙғы кампания сығымдарынан 25 процентҡа күберәк.

Тағы бер ағымдағы эштәргә килеп, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау тура­һында ла һүҙ булды. 15 майға тиклем республика юлдарында яҙғы осорҙа юлда барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы һанлаштырыу тамамлана, ә 15 июнгә ҡәҙәр етешһеҙлектәр тулыһынса бөтөрөләсәк. Был турала төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итте.

Юл хеҙмәттәре соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарырға әҙер. Мәҫәлән, “Башкиравтодор” филиалдары 1 321 тонна һалҡын асфальт-бетон ҡатнаш­маһы, 477 мең тоннанан ашыу төрлө фракцияларға ҡырсынташ һәм дүрт мең тонна битум әҙерләгән. Йылытҡандан һуң ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһын етештереү заводтары эшләй башлай.

2022 йылда Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуға бөтәһе 5,7 миллиард һум ҡаралған.

 

Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

 

Былтыр Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 27,4 миллиард һум аҡса бүленгән. 2022 йылда милли проекттарҙы финанслау 1,4 тапҡырға – 37 миллиард һумға тиклем арттырыла. Был турала кәңәшмәлә Премьер-министр урын­баҫары Илшат Тажетдинов һөйләне.

“Демография” милли проекты сиктәрендә 70 меңдән ашыу ғаилә 6,5 миллиард һумдан ашыу күләмдә бала тыуыуға бәйле айлыҡ түләүҙәр алған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республика дауаханаларына һәм поликлиникаларына 44 берәмек төрлө профилле медицина ҡорамалы, шул иҫәптән магнит-резонанс, компьютер томографияһы аппараттары килтерелгән, өҫтәмә биш онкологик амбулатор ярҙам үҙәге асылған.

Мәғариф өлкәһендә – Стәрле­тамаҡта “Кванториум” технопаркы һәм “IT-куб” балаларға һанлы белем биреү үҙәге, Башҡортостанда өҫтәмә рәүештә тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлеш­тәге 207 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылған. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Ҡариҙел районының Яугилделә ауыл мәҙәниәт йорто төҙөлгән, ауыл муниципалитеттарында 19 мәҙәниәт учреждениеһы реновацияланған, ауылдарҙа 10 заманса моделле китапхана асылған.

– “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” программаһы сараларын тормошҡа ашырыу торлаҡ төҙөлөшө күләмдәренең артыуына булышлыҡ итте, – тине вице-премьер. – 2021 йыл йомғаҡтары буйынса республикала 2,9 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән, тағы 146 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләнде­релгән, 30,6 мең квадрат метр авариялы торлаҡтан күсерелгән. “Хәүеф­һеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә генә 344 километр юл ремонтланған, Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер сафҡа индерелгән.

Иҡтисади милли проекттар буйынса – Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Учалы, Салауат һәм Бәләбәй ҡалаларында 2021 йылда “Минең бизнесым” үҙәгенең офистары асылған. 123 бәләкәй һәм урта бизнес субъекты үҙ продукцияһы менән сит ил баҙарына сыҡҡан. Интернетҡа өҫтәмә 1 164 социаль әһәмиәтле объект – фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәктәптәр, колледждар, ауыл советтары, янғын һүндереү частары, мәҙәниәт учреждениелары тоташтырылған.

2021 йылға ҡаралған 145 маҡсатлы күрһәткестең өсәүһенә генә өлгәшеп булмаған: юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғандарҙың һаны, эшкә һәләтле йәштән өлкәндәрҙең һәм социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында хеҙмәттәр алған инвалидтарҙың өлөшө һәм төҙөлөш стадияһында күп фатирлы торлаҡ күләме.

Республика Башлығы был күрһәт­кестәр буйынса яуаплы булған министр­лыҡтар, ведомстволар етәкселәренә артта ҡалыу сәбәптәрен өйрәнергә, уларҙы юҡҡа сығарыу буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

 

Читайте нас: