Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март , 15:00

Бергә булғанда ғына беҙ - көс

Белореттарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов тәбрикләне һәм уңыштар теләне.

Бергә булғанда ғына беҙ - көс
Бергә булғанда ғына беҙ - көс

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Белорет районынан сыҡҡан яҡташтар активының тәүге ойоштороу йыйылышы үтте. Унда белореттарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов тәбрикләне.

– Ошондай йәмәғәт ойшмалары беҙгә лә ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклегенә юл күрһәтә, мөһимлеген асып һала. Беҙҙең төп аудиториябыҙ райондарҙа, ауылдарҙа эшләгән кешеләр. Улар менән бергә эшләү беҙҙең өсөн бик мөһим. Шуға ла беҙгә һорауҙарығыҙ булһа, еткерегеҙ. Артабан да ниндәйҙер проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа бергә эшләрбеҙ. Һеҙгә артабанғы эшмәкәрлегегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине Юлдаш Йосопов.

Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Өфөлә йәшәгән Белорет районының яҡташтар ойошмаһының эше һүлпәнәйеп ҡалғайны, шуға был йүнәлештә эште яңынан тергеҙергә ҡарар ителде.

Һәр эштең башында башлап йөрөүсе, төп ойоштороусы торорға тейеш. Сарала ҡатнашҡан актив Белорет районының яҡташтар ойошмаһы рәйесе итеп режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре Рәйес Абдрахман улы Исмәғилевте һайланы. Шулай уҡ төрлө йүнәлештәр буйынса яуаплылар тәғәйенләнде.

Бергә булғанда ғына - беҙ көс, шуға ла артабан да яҡташтар ойошманың эшенә Белорет районынан сыҡҡан аҡһаҡалдарыбыҙ ҙа, билдәле шәхестәребеҙ ҙә, йәштәребеҙ ҙә йәлеп ителәсәк.  

Автор фотоһы.      

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в