Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 13:37

Быйма кейеп сәкән һуҡтылар

Ҡыпсаҡ – спорт һөйөүсе биләмә.

Күптән түгел Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы ҡырмыҫҡа иләүендәй гөж килде – районыбыҙҙа инде хаҡлы рәүештә “спортсы ауыл” исемен алған ҡыпсаҡтар район, бәлки, республика тарихындалыр, беренсе тапҡыр быймалы хоккей буйынса ҙур ярыш үткәрҙе. Бәйгегә ҡыпсаҡтар үҙҙәре кеүек үк “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан күрше Белорет районының Тирлән ҡасабаһы хоккейсыларын саҡырҙы. Маҡсаттары – “Айыҡ ауыл” республика конкурсында муниципаль-ара тәжрибә уртаҡлашыу, күршеләр менән бәйләнеште нығытыу.

 

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы

 

Күрше менән дуҫ-татыу йәшәү – борондан килгән йола, йола ғына ла түгел, яҙылмаған ҡанун. Районда үткәрелгән “Бөрйән саң­ғыһы”нда ла, ғәмде һоҡландырып, һәр йәш категорияһында почетлы пьедесталды тотошлай тиерлек яулаған сәмле ҡыпсаҡтар белорет­тарҙы ҡаршыланы.

Ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы алдында ҡунаҡтар милли эсемлек – буҙа һәм “Үҙән” фольклор төркөмөнөң үҙенсәлекле күстәнә­сенән ауыҙ итте, моңло һандуғас Сәлимә Ғарифуллинаның йырын тыңлап кинәнде.

 

Сергетыштар, күкрәксәләр – сәнғәт әҫәре

 

Биләмәгә күҙҙең яуын алырлыҡ сергетыштарҙан, йылҡы малына теккән күкрәксәләрҙән күргәҙмә ҡуйылған. Парад аттарына тип, ағинәйҙәр өс көн эсендә сергетыштар әҙерләгән (материалды ауыл хакимиәте алып биргән).

Ярһып торған аттар өҫтөндәге күҙҙең яуын алырлыҡ сәнғәт әҫәренә тиң был монаяттарҙы урындағы ағинәйҙәр ҡоро ағзалары Зәкиә Муллағолова, Хәсибә Ибәтуллина, Венера Ҡарамышева атҡарып сыҡҡан. Ауыл оҫтабикәһе Әсмә Мәсәғүтова ла ике сергетыш әҙерләгән. Шулай уҡ аттарға күкрәксәләр ҙә өлгөрткәндәр. (Сара башланғансы, иң матур сергетышлы ат елдереп сығып та ҡасты).

Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы:

– Сергетыш – ул үндек. Баш­ҡорт­тар йәйге йорттан көҙгөгә күскәндә, унан ҡышҡы йортҡа – төп йортҡа күсенгәндә ошондай сергетыштарҙы аттарына япҡан, сөнки аттың ҡылы йәки тир эйәргә бәйләнгән әйберҙәргә төшә.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һыбайлы бит инде. Уларҙың имсәк балаһы ла – алдында, артында икенсеһен дә менгәштерә.Тимәк, был иң кәрәкле әйбер. Кейеҙ ҙә уның мотлаҡ кәрәкле өлөшө.

Башҡорт кәрәкле әйбергә ма­турлыҡ бирә белгән. Ат еҫе һеңгән әйбергә йылан килмәй, әле килеп урынлашып бөткәнсе, балалар уның ҡамауында ултырып тора.

 

Илһөйәрлек бында башлана

 

Бөтәбеҙгә лә таныш “Башҡорт­тар китте һуғышҡа” йыры оҙаты­уында ауыл урамы буйлап тәүҙә ауылдың афғансылары, моряктары, аҙаҡ уҡыусы балалар, тып баҫып үтеп, ауыл хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанға килеп, дүрткел рәүештә теҙелгәс, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы митинг башланды. Ҙур ташҡа “Арҙаҡлы бейҙәребеҙ Бабсаҡ һәм Күҫәк батырҙар иҫтәлегенә Ҡарағай Ҡыпсаҡ халҡынан” тигән яҙыу тарих булып уйылған. Обелискыға Ватан именлеге өсөн башын һалған яугирҙәр хөрмәтенә сәскәләр һалынғас, Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы сарала ҡатнашыусыларҙы ҙур байрам айҡанлы тәбрикләне: “Ҡыпсаҡтар – һәр ваҡыт бөтә яҡтан әүҙем халыҡ. Уларҙың спортҡа ылығыуы бер бөгөн түгел. Ошо матур сифат уларға ғына хас булмаһын, бөтә башҡортостандарҙың сифатына ла әүерелһен!”

Белорет районы делегация­һының етәксеһе – райондашыбыҙ, Нәби ауылы уҙаманы, Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафа улы Теләүбаев: “Бөрйән районы – минең дә тыуған төйәгем. Ҡыпсаҡ иһә – әсәйемдең тыуған ауылы. Бәләкәй саҡта бесәнгә тип килеп, атайым менән был юлдарҙы аҙ тапаманыҡ. Бөгөн беҙ ярышҡа тип килдек, әммә һеҙҙең дәғүәселәр сифатында түгел, сөнки Тирлән – 5 мең кеше йәшәгән ҙур ҡасаба, һәм беҙ төрлө номинацияла ярышабыҙ, шуға күрә һеҙ – беҙгә, беҙ – һеҙгә еңеү теләйек!” – тине.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов та митингта ҡатнашыусыларҙы ихлас ҡотланы, ҡыпсаҡтарға фәҡәт еңеү теләне.

Ауылдың дан ир-егеттәре – Фидан Баязитов, Рифат Мөхәмәт­ғәлин, Рәил Маликов, Марс Ибә­туллин, Илдар, Айтуған Усмановтар район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

 

Аттарҙа сабып ҡына...

 

Эшләгәс-эшләгәс, шартына килтермәй булмай инде ул, бына ҡыпсаҡ уңғанбикәләре хужаларҙың һәм ҡунаҡтарҙың баштарына милли бүрек, өҫтәренә елән кейҙереп, байрамса биҙәлгән саналы аттарҙа ауыл буйлап экскурсияға оҙатып ҡалды. Тирлән ҡасабаһы хакимиәте башлығы И. Нагорнова, башҡа ҡунаҡтар ҙа, башҡорт ҡунаҡсыл­лығына хайран булып, ауылды саналы атта йөрөп әйләнде.

 

Быйма кей – уйна хоккей!

 

Тәмле аштан һуң быймалы хоккей уйыны ҡыҙыу төҫ алды. Ҡолғаналар менән монасиптар зәңгәр боҙ майҙанын ысын алыш биләмәһенә әйләндерҙе.

Һай, шәп икән дә ҡолғаналарҙың һәптеюҡ йәш ыратҡан һаҡсыһы Ишбулат Ғайсин – ятып та, сәкәне менән кире ҡаҡлыҡтырып та, тегеләй ҡыйшайып, былай янтайып та тупҡа ҡапҡа эсендә хужа булырға әллә ни ирек бирмәне.

Ә боҙ өҫтөнә майҙан хужалары ҡыпсаҡтар килеп төшкәс, ҡолғаналарҙың шәплеге тиҙ һынды – туп артынан туп тысылдап ҡына торҙо ҡапҡаға! Ауылдың имам-хатибы Йәғәфәр Ғәйетбаев боҙға килеп төшкәс кенә ҡолғаналар ҡоролай еңелеүҙән арынды – бисмилләләп, өшкөрөп-төкөрөп тубын һелтәне, ахыры, дин әһеле...

Бына тирләндәр менән бөр­йәндәргә мөҙҙәт етте. Быйма кейеп хоккей уйнарға хатта район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов та төштө. Сәкәндәр сәкәнгә, ҡараштар ҡарашҡа, быймалар быймаға бәрелгән уйын ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.

Ярыш көтөлгәндән дә ҡыҙы­ғыраҡ, сәмлерәк булды. Шулай ҙа, әллә ни күп көс һалмаған һымаҡ булһалар ҙа, байтаҡ тәжрибә һәм таһылға эйә тир­ләндәр беҙҙең ҡапҡаға туп артынан тупты осороп ҡына торҙо!

Уйын булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Сәмсел һәм ныҡыш ҡыпсаҡтар үҙ боҙонда белореттарҙан еңелеүҙе күтәрәме һуң – йоҙроҡтай туп өсөн айҡаштылар-сайҡаштылар, туң боҙҙо ҡыҙған тимерҙәй итһәләр-иттеләр, барыбер еңеп, кубоклы булдылар! Тирләндәр – икенсе, бөрйәндәр – өсөнсө!

Эйе, ҡыпсаҡтар яңы ғына “Ауылпиада” үткәреп ғәмде аптырат­һынмы, яҡтыртылған саңғы юлы һалып, йәшен-ҡартын саңғыға баҫтырһынмы, гер күтәреү, уҡ атыу һәм башҡа спорт төрҙәрендә район, республика, хатта Рәсәй кимәленә сыҡһынмы, “Ауыл ҡышҡы уйындары”нда Рәсәй кимәлендә район намыҫын яҡлаһынмы, тюбинг асып, бөтә районды үҙенә ылыҡтыр­һынмы – барыһын да булдыра, бөтәһенә лә үрнәк күрһәтә.

Ошо әллә ни ҙур ҙа түгел ауылдың матур бер сифаты бар – берҙәмлек. Ошо сифаттарына ҡандан килгән сәмселлекте, яугирлекте, ныҡышмаллыҡты ҡушып алалар ҙа, әйҙә мас булалар – аяғына баҫҡанынан, артына ултырып шыуғанынан алып таяҡҡа таянғанына тиклем дөйөм эшкә, еңеүгә, һөҙөмтәгә ылыҡтыралар. Ошонан яҙҙырмаһын Бөрйәндең ҡыпсаҡтарын!

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

 

Бөрйән районы.

Читайте нас: