Район гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләгән мәлем. Редакциянан иң һуңғы булып ҡайтам, ә өйҙә – кескәй балалар. Гәзит аҙнаһына өс мәртәбә, ике телдә сыға. Типографияла ла, редакцияла ла бөтә эш ҡулдан башҡарыла, хәҙерге кеүек компьютер юҡ.
Иҫкә төшһә, типографиянан һәр хәрефте ҡул менән сүпләп теҙгән апайҙарҙы йәлләп китәм. Ә гәзит баҫыусылар һуң! Ун алты килолыҡ ҡурғаш полосаны әле улай, әле былай күсереп йөрөтөргә тура килә ине уларға. Күптәр зарарлы производствола эшләп, ауыр сирҙәрҙән бик иртә китеп барҙы. Йыш ҡына эштән таңғы 4-5-тә лә ҡайта инек.
Мин, әлбиттә, ҡағыҙ, ручка, строкомер-линейка менән генә эш итәм, ләкин гәзит сыҡҡан көндә бик арыйым, етмәһә, мәҡәлә яҙып өлгөрөргә лә тейешмен. Ҡайһы мәҡәләне нисек урынлаштырыу, ниндәй материалды сығып килгән гәзиткә биреү, ниндәй фото ҡуйыу, буласаҡ гәзиттең макетын эшләү, бөтә булған хәбәр-һүрәтләмәләрҙе уҡып, хаталарын төҙәтеү... һәм башҡа бөткөһөҙ эш-мәшәҡәт.
Бер мәл тәржемәсе Роза Таһирова:
– Беҙҙә яңы ЗАГС мөдире, ишеттегеҙме? – тип һорай.
Иптәше партия район комитетында эшләгәс, ул бөтә яңылыҡты иң алда ишетә.
– Кемде ҡуйғандар? – тип ҡыҙыҡһына икенсе тәржемәсе Илүзә Әғзәмова.
– Дания Асраровнаны. Ә Мәрзиә апай пенсияға сыҡҡан.
Дания Асраровна район комитетында яуаплы ғына вазифа башҡара ине.
“Эх, – тигән уй килә башыма. – Ниңә белмәй ҡалдым икән? Еңел генә эш, рәхәтләнеп эшләр инем ул ЗАГС тигәндәрендә. Бында ялҡтым, арыным... Ғаиләмде лә күрмәйем...”.
Йыл үттеме-юҡмы, ғаиләбеҙ Сибайға күсенде. Редакцияла буш урын булманы, мине ҡала Советы ЗАГС мөдире итеп раҫланы. Хатта Өфөгә барып, ярты ай эшкә өйрәнеп тә ҡайттым.
Тәүҙә күңелле генә күренде, ярҙамсы инспекторым Гүзәл дә бик эшлекле, тырыш, әммә бөткөһөҙ ҡағыҙ тултырыу, бөтә булған хәл-әхүәлде теркәп барыу, архивтар менән эш итеү тиҙ ялҡытты. Тыуым менән үлем, ҡауышыу-айырылышыу, исем-фамилия үҙгәртеү, йәш билдәләү кеүек документтарҙа теркәлеп бара торған хәл-ваҡиғалар араһында иң ауыры – кеше вафат булғанда акт кенәгәләрен тултырыу. Ҡайғылы кешене йыуатыу урынына үҙемдең күҙҙәр шәмәрә башлай. Айырыуса кескәй балалар ваҡытһыҙ китеп барһа...
1986 йылда Чернобыль фажиғәһе булды. Карелияла йәшәгән ғаилә биш йәшлек улдарына үлем хаҡында танытма юллап килде. Сибайҙан ситкә китеп эшләп йөрөгән йәш ғаилә ине. Дуҫтары Белоруссияға ялға ҡайтырға булғас, үҙҙәренең улы менән бергә биш йәшлек Максимды ла алалар. Ике көндән ҡот осҡос фажиғә... Инспекторым ул көндә ял итә ине. Ә мин акт яҙмаларын тултыра алмайым: ҡулдарым дерелдәй, кенәгә битенә күҙ йәше тама. Өсәүләшеп илайбыҙ. Ярай әле, нисектер, сират юҡ.
Иртәгәһенә эштән китеү тураһында ғариза бирҙем. Барыбер ҡапыл ғына ебәрмәнеләр. Ҡала хакимиәте башлығы Рыков кире өгөтләп маташа.
– Һин аңлайһыңмы, ниндәй һәйбәт урынды ҡалдырырға йыйынғаныңды? – ти. – Шәп пенсия аласаҡһың бит, сабыр итеп, стаж ғына тултыр.
Ә миңә пенсия Ҡафтау аръяғында һымаҡ тойола, уға тиклем әле-е-е, йәнәһе.
Еңмеш, барыбер киттем. Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында “Знамя прогресса” исемле күп тиражлы гәзит асылды, шунда мөхәррир булып. Бер аҙҙан ҡалала “Йәншишмә” исемле башҡорт гәзите асылды, уны ла күпмелер ваҡыт алып барҙым.
Мин иһә бер нәмәне аңланым: тормошта һәр кемдең билдәләнеп ҡуйылған үҙ урыны бар. Ә эшкә килгәндә, еңеле юҡ. Һәр эштең үҙ хикмәте.
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА