Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 19:34

Һеҙгә әйтәм, ҡыҙҙар!

Ирекле сығанаҡтан алынды.
Фото:Ирекле сығанаҡтан алынды.

Ниндәй байрам сәскәһеҙ булһын инде. Сәскә гөлләмәһе алыу һәр кемгә лә сикһеҙ шатлыҡ килтерәлер, моғайын. Ләкин уларҙың ҡыҫҡа ғүмерле булыуы күңелде ҡыра. Бигерәк тә раузалар тиҙ бирешә.

Шулай ҙа һәр сәскәнең ғүмерен оҙайтырға мөмкин. Бының өсөн, шул уҡ раузаларҙың һабаҡтарын мөмкин тиклем оҙонораҡ ҡыялатып ҡырҡырға, һыу аҫтында ҡала торған һабаҡтарын алып ташларға, көн һайын һыуын алмаштырырға һәм ботағын тағы ла әҙерәк ҡырҡырға кәрәк. Ә төнгөлөккә гөлләмәне һыулы гәзиткә төрөп, мөмкин тиклем ҙурыраҡ биҙрәгә ултыртып ҡуйыу мөһим. Сәскәнең ни тиклем ҙурыраҡ өлөшө һыуҙа булһа, ул шул тиклем дымға туйынасаҡ. Һыулы гәзит тә сәскәләрҙе һулыуҙан һаҡлай.

Ошондай ысул менән хатта рауза сәскәләрен башын эйеп һулый башлағас та ҡотҡарып алып ҡалырға мөмкин. Сәскә һатыусылар теле менән әйткәндә, төнгөлөккә “реанимацияға” ғына ҡуйырға кәрәк. Күрерһегеҙ, иртәгәһенә сәскә­ләрегеҙ яңы өҙөлгән кеүек буласаҡ.

Хризантема һабаҡтарын бысаҡ менән ҡырҡырға түгел, ә ҡул менән иҙеп йомшартырға кәрәк.

Лилиәләрҙе вазаға ҡуйыр алдынан һабаҡтарын бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға (60 градус тирәһе) тығып алырға кәрәк. Лилиә сәскәһенең уртаһында сығып торған һеркә япрағын алып ташлаһаң, ул оҙағыраҡ тора.

Сәскәләрҙе ҡуйған ваза эстән лайлаланмаһын өсөн төбөнә баҡыр аҡса һалып ҡалдырырға була. Шулай уҡ бер төймә аспирин йәки 1 литр һыу иҫәбенә 1 аш ҡалағы һеркә һалып ҡалдырһаң да, гөлләмәгеҙ оҙон ғүмерле булыр. Тик бындай һыуҙы көн дә түгел, ә ике-өс көнгә бер алмаштырырға кәрәк. Яңынан һыу тултырыр алдынан вазаны ныҡлап йыуырға онотмағыҙ.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: