Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 19:33

Ир-атҡа сер итеп кенә

Ирекле сығанаҡтан алынды.
Фото:Ирекле сығанаҡтан алынды.

Сама белеү яҡшы. Ҙур, бай гөлләмә туйға ғына килешә. Бер бөртөк роза, бер нисә генә ҡәнәфер, тюльпан, гладиолус бүләккә һәйбәт.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡара бесәй бәлә билдәһе булһа, һары сәскә – хыянат кәүҙәләнеше.

Дауаханала ятҡан яҡынығыҙға сәскә алып барырға булһағыҙ, шуны белегеҙ: үтә еҫле сәскәләр һайламағыҙ – сирлегә оҡшамаҫ, үтә оҙон һабаҡлы ла булмаһын, аҡ төҫтәге сәскәләр илтмәгеҙ – аҡ стена фонында юғалып ҡалыр.

Донъя ҡатын-ҡыҙҙарының 75 – 95 проценты, социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, үҙҙәренә иң һәйбәт бүләк тип сәскәләрҙе иҫәпләй.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: