Илебеҙ етәксеһенең махсус хәрби операция үткәреү хаҡындағы ҡарарын Рәсәйҙең бар төбәктәрендә лә халыҡтың күпселеге хуплай. Бының бер һынланышы – битараф булмаған меңләгән кешенең социаль селтәрҙәрҙә патриотик йөкмәткеле хәбәрҙәр һала башлауы.
Ошондай рухлы контент менән махсус сайт, социаль селтәрҙәрҙәге берләшмәләрҙә, мессенджерҙа алышырға мөмкин. Һәр теләгән кеше үҙенең мәғлүмәтен ҡуя ала: һүрәттәр булһынмы, видеороликтармы, шиғыр, йыр, слогандармы. Ватанды һаҡлаған армиябыҙҙың, һалдат-офицерҙарыбыҙҙың күңелен дәртләндерерлек идеялар ҙа тәбрик ителә. Күңеле битарафлыҡҡа солғанмаған Рәсәй халҡын проектта ҡатнашырға саҡыралар. Иң яҡшыларҙы бүләктәр һәм сувенирҙар көтә.
Һылтанмалар:
Сайт: https://zanamipravda.ru/, занамиправда.рф
"Бәйләнештә": https://vk.com/za.nami.pravda
"Класташтар": https://ok.ru/zanamipravda
Telegram: https://t.me/zarussia_1
Фото://ria.ru/