Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 13:29

Рәсәйҙең яҙмышы хәл ителә

Беҙҙең көс – ғәҙеллектә һәм хаҡлыҡта.

Башинформ.
Фото:Башинформ.

Белеүебеҙсә, 24 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына телевидение аша мөрәжәғәтендә Украина тарафынан һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар булған Донбасс халҡын яҡлау өсөн махсус хәрби операция башларға ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе. Был ҡарар Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының башлыҡтары ярҙам һорап  мөрәжәғәт иткәндән һуң ҡабул ителгән.

– Килеп тыуған хәл беҙҙән тәүәккәл һәм кисектергеһеҙ ҡарар талап итә. Донбасстағы халыҡ республикалары Рәсәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ошоға бәйле, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставының 7-се өлөшөндәге 51-се статьяһына ярашлы, Федерация Советының санкцияһынан сығып һәм Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы менән дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһында Федераль Йыйылыш раҫлаған килешеүҙе үтәп, махсус хәрби операция үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иттем, – тип белдерҙе Владимир Путин.

Рәсәй Президенты мәсьәләгә асыҡлыҡ та индерҙе, операцияның маҡсаты – Украинаны демилитаризациялау (хәрби ғәскәр тотоуҙы, хәрби сәнәғәт булдырыуҙы тыйыу, ҡоралһыҙландырыу) һәм денацификациялау (фашизм, нацизм ҡалдыҡтарын бөтөрөү саралары). Шулай уҡ урындағы халыҡҡа һәм Рәсәй Федерацияһы граждандарына ҡарата ҡан ҡойошло енәйәттәр ҡылған кешеләр енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.

Владимир Путин белдереүенсә, Рәсәй Украинаны баҫып алырға йыйынмай, әммә күрше дәүләттәрҙән даими рәүештә хәүеф янаған шарттарҙа артабан үҫешеү мөмкин түгел.

Мәғлүм булыуынса, 23 февралдә Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин һәм Луганск Халыҡ Респуб­ликаһы Башлығы Леонид Пасечник Рәсәй Президенты Владимир Путинға Украина тарафынан килгән хәрби агрессияны кире ҡағыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Әлбиттә, һуғыш һәйбәт күренеш түгел, әммә был осраҡта ул мәжбүри күрелгән сара, сөнки әгәр беҙ артабан да шымып ҡалһаҡ, бынан 81 йыл элек булған ваҡиға ҡабатланасаҡ. 1939 йылдың  23 авгусында Германия менән СССР һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөй. Тик  Германия, һуғыш башламау тураһындағы документты боҙоп, 1941 йылдың 22 июнендә таңға ҡарай илебеҙгә һөжүм итә.

Ата-бабаларыбыҙға Совет Социалистик Республикалар Союзына баҫып ингән нацистик Германияға һәм уның Европалағы союздаштарына (Венгрия, Италия, Румыния, Словакия, Финляндия, Хорватия) ҡаршы һуғышырға тура килә. Икенсе донъя һуғышы Ҡыҙыл Армияның еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияланыуы менән тамамлана.

Ошо ваҡиғаларҙан сығып, Рәсәйҙе тарҡатыуға йүнәлтелгән мәкерле һуғыштың кисә-бөгөн генә башланмауына иғтибар бирергә кәрәк, ул быуаттар дауамында бара, тик алыштың алымдары һәм саралары төрлөсә – “һалҡын һуғыш”, санкциялар, мәғлүмәт һуғышы, сәйәси баҫым, ғәйепләүҙәр һәм башҡалар.

Мәҫәлән, 1949 йылдың 4 апрелендә Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО) “Европаны Советтарҙан һаҡлау өсөн” төҙөлә. Йәнәһе, НАТО үҙ алдына “Төньяҡ Атлантика төбәгендә тотороҡ­лолоҡ һәм тормош кимәлен яҡшыртыу” маҡсатын ҡуя, альянста ҡатнашыусы илдәр коллектив хәүефһеҙлек, тыныслыҡ һәм именлек булдырыу өсөн көстәрен берләштерә. Бөгөн уның составына 28 ил инә, әммә НАТО сәйәсәтендәге “төп дирижер” – Америка Ҡушма Штаттары.

Ә инде 1991 йылда Рәсәйҙе тарҡатыуға йүнәлтелгән сәйәсәт тағы ла көсәйтелә, әммә ул асыҡтан-асыҡ алып барылмай, ә аҫтыртын рәүештә – элекке Советтар Союзына ҡараған республикаларҙа һәм ҡасандыр Ҡыҙыл Армия ҡотҡарған дуҫ илдәрҙә Рәсәйгә ҡаршы ҡоролған сәйәсәт киң йәйелдерелә. Һөҙөмтәлә “төҫлө ихтилалдар” була, һәм был илдәр етәкселегенә Америка һәм Көнбайыш Европа илдәренең арбаһында ултырған кешеләр килә.

Илебеҙ нефть, газ һәм ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарына, урманға, эсәр һыуға бай. Был инде донъя “тотҡаһы” булып торған капиталистарға тыныс йәшәргә ирек бирмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҫым төрлө яҡлап алып барыла, унда ғәҙеллек юҡ, халыҡ-ара хоҡуҡи нормалар үтәлмәй, Рәсәйҙең һәм уның граждандарының хоҡуҡтарын тупаҫ рәүештә боҙоу дауам итә.

Бындай мөнәсәбәт спортта ла туранан-тура сағыла:  инде икенсе тапҡыр беҙҙең спортсыларыбыҙ Олимпиада уйындарында Рәсәй флагы менән сығыш яһауҙан мәхрүм ителде, әле Пекинда барған Паралимпиада уйындарында спортсыларыбыҙҙы ҡатнаштырманылар.

Бөйөк Ватан һуғышында үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, Европаны, донъяны фашизмдан ҡотҡарған совет һалдаты бер көн килеп дошманға әйләнде. “Демократия” тип ҡысҡырған Европала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа неофашизм яңынан ҡалҡып сыҡты, улар Рәсәйгә ҡаршы сығыш яһай, ҙур хәүеф сығанағы булып тора. Ә беҙ түҙәбеҙ, түҙәбеҙ, әммә түҙемлектең дә сиге бар...

Белеүебеҙсә, Украинала рус милләтенә ҡараған халыҡтар ҙа күп йәшәй. Инде тиҫтә йыл самаһы уларҙың халыҡ-ара хоҡуғы боҙола, ризаһыҙлыҡ белдергәндәр эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Ошо тотороҡһоҙлоҡтан ялҡҡан Ҡырым һәм Севастополь халҡы, 2014 йылда Украинанан айырылып, Рәсәйгә ҡушылырға теләк белдерҙе. Шул ваҡытта Донецк һәм Луганск төбәктәре үҙҙәрен Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы тип иғлан итте. Әлбиттә, был Украина етәкселегенә оҡшаманы. 2014 йылдан бирле ошо ике республика үҙенең азатлығы өсөн көрәшеп йәшәй. Һигеҙ йылға яҡын дауам иткән геноцидҡа сик ҡуйыу маҡсатында, Рәсәй ике республиканы яҡлауға алды.

Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу белдереүенсә, Украиналағы махсус хәрби операцияның төп маҡсаты – Рәсәйҙе Көнбайыштан янаған хәрби хәүефтән һаҡлау.

“Беҙҙең өсөн иң мөһиме – Рәсәй Федерацияһын украин халҡын беҙҙең илгә ҡаршы ҡулланырға тырышҡан Көнбайыш Европа илдәре тарафынан тыуҙырылған хәрби хәүефтән яҡлау. Рәсәй Армияһы Украина биләмәһен баҫып алырға йыйынмай”, – тип белдерҙе ул.

Алдараҡ Сергей Шойгу Рәсәй Президенты Владимир Путинға, уның бойо­роғона ярашлы, Стратегик тәғәйен­ләнештәге ракета ғәскәрҙәре, Төньяҡ һәм Тымыҡ океан флоттары идаралығы пункт­тары дежурныйҙарының алмашыныуы, алыҫ авиация командованиеһының көсәйтелгән режимда хәрби дежурлыҡты башлауы тураһында хәбәр иткәйне. Ғөмүмән, беҙҙең Ватан һаҡсыларыбыҙ әле көсәйтелгән тәртиптә тәүлек әйләнәһенә ил һағында намыҫлы хеҙмәт итә.

Шул уҡ ваҡытта ошо егеттәрҙе хөрмәт итеү, уларға теләктәшлек белдереү урынына, киреһенсә, Рәсәй Хәрби көстәренә ҡаршы йүнәлтелгән фейктар, ялған мәғлүмәт таратыусылар, илебеҙгә ҡаршы санкцияға саҡырыусылар барлыҡҡа килде. Әлбиттә, был бер ниндәй ҙә сиктәргә һыймай.

Шуға ла Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Ҡораллы көстәре тураһын­дағы ялған мәғлүмәтте – фейктарҙы таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Бындай ғәмәлдәр өсөн 1,5 миллион һумға тиклем штраф һалыу йәки өс йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Әгәр кеше үҙенең хеҙмәт вазифаһын файҙаланып йәки яуыз уй-ниәттә ошондай фейктар таратһа, ул саҡта яза тағы ла ҡатыраҡ буласаҡ: штраф биш миллион һумға тиклем артасаҡ, шулай уҡ биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Ә инде айырыуса ауыр эҙемтәләргә килтергән ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн 10 – 15 йылға иректән мәхрүм итәсәктәр.

 

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас: