Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 19:30

Студенттар теләктәшлек белдерҙе

Улар берҙәмлеген, ойошҡанлығын күрһәтеү өсөн ҡулдарына Рәсәй флагын сағылдырған карточкаларҙы тотоп, “Z” хәрефе төҙөп баҫты.

Студенттар теләктәшлек белдерҙе
Студенттар теләктәшлек белдерҙе

Башҡорт дәүләт университетының спорт майҙансығында “Башҡорт дәүләт университетында яҙ” тип аталған флешмоб үтте. Уҡыу йортоноң барлыҡ факультеттарынан һәм институттарынан 400-ҙән ашыу студент, Рәсәйҙә ауыр сәйәси хәл булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан миҙгелен ҡаршы алыу сараһына дәррәү йыйылды. Социаль һәм тәрбиәүи эштәр буйынса проректор Рәшит Сафин сығышында яҙҙың өмөт, ышаныс, күңел күтәренкелеге алып килеүен билдәләне.

– Һеҙ ҡышҡы сессияны тапшырҙығыҙ, хәҙер уҡыуҙан тыш төрлө ғилми, интеллектуаль, ижади, спорт конкурстарында, форумдарҙа ҡатнаша алаһығыҙ. Күп саралар юҡҡа ғына яҙғыһын үткәрелмәй. Әле, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетында студент профсоздарының форумы үтә. Тиҙҙән тағы ла көтөп алған бер байрам уҙасаҡ. Ул - “Студент яҙы” конкурсы, унда һәләтегеҙҙе күрһәтә алаһығыҙ. Әүҙем булығыҙ, һеҙгә тик еңеүҙәр теләйем! – тине Рәшит Рафаил улы.

Университет хеҙмәткәрҙәре профкомы рәйесе Айнур Хужәхмәтов та студенттарға барлыҡ башланғыстарында уңыштар, яңы үрҙәр теләне.

Илдәге әлеге еңел булмаған заманда студенттар берҙәмлеген, ойошҡанлығын күрһәтеү өсөн ҡулдарына Рәсәй флагын сағылдырған аҡ, күк һәм ҡыҙыл карточкаларҙы тотоп,  “Z” хәрефе төҙөп баҫты.

Акцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, студенттар клубы йырсылары – Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаттары Гөлнара Байғужина һәм Гөлйемеш Ҡылысова сығыш яһаны. Шулай уҡ сараға “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө лә саҡырылған ине.

Акция студенттарға оҡшаған. Был хаҡта улар үҙҙәре белдерҙе.

– Шәп сара булды, иң мөһиме – илһөйәрлек рухы һәм күңел күтәренкелеге! – ти математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты аспиранты Никита Лушников.

– Көн шәп, сара бөтәһенә лә оҡшаны, ул беҙҙе тупланы, күңелде күтәрҙе. Байрамда ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ, – ти психология факультеты студенты Лейла Туран.

– Башҡорт дәүләт университетында уҡыуыма шатмын. Унда барлыҡ өмөттәрем аҡланды. Үҙебеҙҙең университетты, ҡаланы, республиканы, Рәсәйҙе яратам! – тине роман-герман филологияһы факультеты студенты Ирина Тимофеева.

Сараны университеттың Тәрбиә эше буйынса идаралығы һәм уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең профкомы ойошторҙо.  

Фото: Башҡорт дәүләт университеты сайты.

Студенттар теләктәшлек белдерҙе
Студенттар теләктәшлек белдерҙе
Студенттар теләктәшлек белдерҙе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в