Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 19:57

Тандырҙа бешкән көлсә – иң тәмлеһе!

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һәр кем ҡайҙа һәм ниндәй ерҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙ халҡының йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә генә түгел, милли аш-һыуына, ризыҡтарына ла тоғро ҡала.

Юлыҡ ауылында йәшәгән Зарифбай Хөсәйенов сығышы менән Ҡарағалпаҡ иленән. Төрки телдәр булараҡ, ҡара­ғалпаҡ теле башҡорт теленә яҡын, шуға күрә Зарифбай Айытбай улы күптән башҡортса рәхәтләнеп һөйләшә.

1996 йылда уны ауылда мәсеткә имам-хатип итеп саҡыралар. Ауыл халҡы бергәләшеп тиҙ арала уға йорт һалып бирә. Шулай итеп, ҡарағалпаҡ Зарифбай Айытбай улы башҡорт ерендә төпләнеп ҡала. Зәйтүнә исемле башҡорт ҡатыны менән ғаилә ҡора. Бөгөн улар өс бала үҫтерә. Зарифбай Хөсәйенов 20 йылдан ашыу бик боронғо Юлыҡ мәсетенең имам-хатибы була, күптәргә иман юлына баҫырға ярҙам итә, дин һабаҡтарын өйрәтә. Үҙе лә һәр саҡ белемен камиллаштыра, Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәне тамамлай. Тыуған яҡтарында йыш булмаһа ла, халҡының милли аш-һыуына тоғро ҡалған ул.

– Урамда үҙебеҙсә көлсә бешереү өсөн тандыр мейес сығарып ҡуйҙым. Күңелем төшкәндә, тыуған яҡ һағындырғанда, ғаиләмде ҡарағалпаҡ халҡының милли аш-һыуы менән һыйларға яратам. Бигерәк тә ошо үҙем эшләгән тандырҙа көлсәләр бешергәнде балалар көтөп ала. Ауылдаштарҙы ла саҡырып, һыйлап алам, – ти Зарифбай Айытбай улы.

Әйткәндәй, Юлыҡ ауылы халҡы ҡарағалпаҡ ауылдаштарын ихтирам итә, дин һәм иман буйынса әле лә уның йортона төрлө һорауҙар менән килә, аят аштарына саҡыра, балаларға исем ҡушырға, йәштәр никах туйҙарын үткәрергә лә мөрәжәғәт итә.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Баймаҡ районы.

Читайте нас: