Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 23:00

“Тулыһынса хуплайым”

Юлдаш Йосопов: "Донъяуи тәжрибә күрһәтеүенсә, террорсылар менән килешеү мөмкин түгел".

“Тулыһынса хуплайым”
“Тулыһынса хуплайым”

Мәғлүм булыуынса, бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Инстаграмдан башҡа социаль селтәрҙәргә күсеүе хаҡындағы ҡарарын белдерҙе. Ошоға бәйле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов үҙ фекерен еткерҙе.

"Һуңғы осорҙа беҙҙең дәүләткә ҡаршы киҫкен мәғлүмәти һуғыш алып барылғаны мәғлүм, уға күнеккән һымаҡ та булдыҡ. Әммә был осраҡта Рәсәйгә ҡарата әйтелгән һүҙҙәрҙе мәғлүмәти террорлыҡ тип атау фарыз. Ә донъяуи тәжрибә күрһәтеүенсә, террорсылар менән килешеү мөмкин түгел.

Унан тыш, бындай күренештәргә яуап саралары фәҡәт үҙебеҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарға нигеҙләнергә тейеш. Мәҫәлән, ватсапҡа бәйле проблемалар, Метаның үҙенә ҡарағанда, граждандарға бер нисек тә күберәк зыян килтерергә тейеш түгел.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм башҡа дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең Мета ресурсында шәхси сәхифәләрен алып барыуҙан баш тартыуы - яҡшы аңлашылған һәм мәғлүмәти террорлыҡҡа ҡаршы тәбиғи яуап.

Башҡортостан Башлығының ҡарарын, әхлаҡи ҡиммәттәр һаҡланған башҡа социаль селтәрҙәргә күсеүен тулыһынса хуплайым", - тине Юлдаш Мөхәммәт улы.

Фото: sun9-59.userapi.com

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: