Аш-һыу төрләндереп әҙерләнгән булһа, ҡунаҡтарҙың кәйефе күтәренке булыр, тантана яҡшы үтер, сөнки ул хужаларҙың ҡунаҡтарға мөнәсәбәтен дә күрһәтә. Шуға ла, һәр ҡунаҡтың күңелен күрер өсөн, аш-һыу төрлөсә булырға тейеш.
Иң тәүҙә төп ризыҡ һайлана. Ул бик туҡлыҡлы булһа, десертҡа еңелерәк аш әҙерләнә. Төп ризыҡ еңел булһа, туҡлыҡлыраҡ десерт бирелә. Өҫтәлгә бер юлы балыҡ йә итле аш ҡуймағыҙ. Ике бер төрлө гарнир ҙа әҙерләмәгеҙ. Өҫтәлгә үтә күп ризыҡ ҡуйырға кәрәкмәй. Кеше тамаҡ туйҙырырға түгел, бер-береһе менән аралашырға тип йыйыла. Табынды аш-һыу ғына түгел, матур әңгәмә лә биҙәй.
Ултыр әле яндарыма
Дуҫтар йыйылғанда кемдең кем янына ултырыуы мөһим түгел. Быға рәсми тантаналарҙа ғына әһәмиәт бирелә. Шулай ҙа, ҡунаҡ ҡабул иткәндә, бер нисә ҡағиҙәне күҙ уңында тоторға кәрәк:
* Ир менән ҡатын, әсә менән ул яҡын ултырмай, сөнки улар былай ҙа күп аралаша.
* Бер-береһен ихтирам итеп етеңкерәмәгән кешеләр ҙә йәнәш ултырмай.
* Ике ҡатын-ҡыҙҙы бер-береһе янында ултыртыу килешеп бөтмәй.
* Хужалар ҡунаҡтарын һыйлар өсөн уңайлы урынды, йәғни уларға ҡамасауламайынса аш бүлмәһенә сығып йөрөрлөк урынды биләй.
Ҡунаҡты кем һыйлай?
Хужа менән хужабикә икеһе бергә. Төп ризыҡ менән һыйлағанда, әйтәйек, хужабикә ит өләшә, ә хужа тәрилкәләргә салат һалып сыға.
Алдан тәрилкәләргә һалынғандарынан һәм һурпанан башҡа бөтөн аш-һыу һул яҡтан, ә эсемлектәр уң яҡтан бирелә. Файҙаланылған һауыт-һабаны ла уң яҡтан йыйып алалар, таҙаларын иһә һул яҡтан ҡуялар. Быларҙы хужабикә менән хужа бергә эшләй.
Ә бына эсемлектәр һайлау, ҡунаҡтарҙы улар менән һыйлау фәҡәт ир-ат шөғөлө. Эсемлектәр алдан әҙерләнеп, бәләкәй өҫтәлдә йә буфетта тора. Хужа иң тәүҙә табындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың рюмкаларын тултыра (үҙ ҡатынына иң аҙаҡтан ғына ҡоя), һуңынан ир-атҡа һалып сыға (үҙенә – иң һуңынан). Бокалдың өстән ике өлөшө генә шарап менән тултырыла. Араҡы менән ликер рюмка тулғансы тип әйтерлек ҡойола. Коньяк рюмканың дүрттән бер өлөшөнә һалына, шунан уны ҡулда йылытып алалар. Һыу менән һут ярты стакандан ашыуыраҡ булырға тейеш. Ниһайәт, ҡунаҡтар матур итеп әҙерләнгән өҫтәл янына ултырышты һәм хужабикәнең ашай башлағанын көтә. Хужабикә ауыҙ иткәс, ҡунаҡтар һыйлана башлай.
Салфеткалар тураһында
Ниндәй генә аш булмаһын (иртәнге, көндөҙ, киске), ашау-эсеү әйберҙәре иҫәбенә салфетка ла инә. Салфетка ауыҙ-ҡулдарҙы һөртөү өсөн ҡулланыла, өҫ кейемен бысраныуҙан һаҡлай. Уның менән аш приборҙарын, тәрилкәләрҙе йәки бокалдарҙы һөртөү килешмәй. Салфетка ҡағыҙҙан йәки туҡыманан эшләнә. Ул ашъяулыҡҡа оҡшаш булырға тейеш. Байрам өҫтәленә ҡыштырлап торған салфеткалар ҡуйһаң, һәйбәтерәк. Улар ябай ашау процесын ысын байрамға әйләндерә, йәм өҫтәй.
Салфетка тәрилкәнең һул яғында йәки тәрилкә өҫтөндә ятырға тейеш. Бик йыш салфетканы тәрилкәгә бейек форма биреп һалалар – былай матур, ләкин бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Был осраҡта салфетканы алып, тубыҡҡа йәйергә мөмкин. Уртаға бөкләнгән йәки бөтөнләй бөкләнмәгән салфетканы, ғәҙәттә, йәйеп ултыралар.
Салфеткалар шаҡмаҡ формаһында һәм төрлө ҙурлыҡта була. 32х32 см һәм унан бәләкәйерәк салфеткалар – иртәнге аш өсөн, уларҙан ябай һындар яһап, бөкләп һалырға мөмкин. 40х40 – 60х60 см үлсәмендәге салфеткалар – көндөҙгө, киске, байрам аштары өсөн, уларҙан да төрлө һындар яһайҙар. Форма бирер өсөн салфеткаларҙы крахмалларға кәрәк.
Кәримә УСМАНОВА