Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 20:20

Ҡурай

Элек Асҡар ыҡсым ғына ине. Унда йәшәүселәр барыһы ла бер-береһен белә, үҙ-ара яҡын аралаша. Өлкән йәштәгеләр Мәрзиә менән Ташбулат Хәкимовтарҙы бик яҡшы хәтерләй. Татыу ғаилә ине, ул саҡта бик йәш булһам да, әле һаман иҫемдә. Мәрзиә апай ғүмер баҡый райондың ЗАГС бүлегенә етәкселек итте, “бүлек” тим, моғайын, бөтә эште бер үҙе алып барғандыр әле ул. Ташбулат ағай шәп ҡурайсы ине. Бер генә концерт-кисә лә унһыҙ үтмәне, ҡурайҙы ул үҙенә бер төрлө, күкрәктән сыҡҡан моң менән уйнай торғайны.

Бер ваҡыт ағай ҡаты сирләп китте. Дауаханаға һалдылар, “шәкәр диабеты” тип аяҡтарын киҫтеләр. Артабан әсәйемдең, Ташбулат ағайҙың өс туған апаһының һөйләүе буйынса яҙам.

– Ташбулат ятҡан палатаға барып инһәм, Мәрзиә килен дә шунда. Ағайыбыҙ ҡурайын һоратып алдыртҡан икән. Мәрзиә менән икәүләшеп, ян-яҡтан яҫтыҡ менән ҡымтып, Ташбулатты һөйәп ултырттыҡ. Бына ул ҡурайҙы ҡулына алды. Иркәләгәндәй, һыйпап, тын ғына ултырҙы. “Ҡуй, хәлең юҡ бит, уйнама, ятып ял ит”, – тип өндәште ҡатыны. Ташбулат тәрән итеп тын алды ла уйнап ебәрҙе. Ул тиклем дә моңдо сирҙән миктәгән кеше ҡайҙан алғандыр, йәндәрҙе тетрәтерлек моң ине ул. Табип, шәфҡәт туташтары, тағы әллә кемдәр палатаға инеп тулды. Күрше палатала ятҡан, үҙ аяғында йөрөй алған сирлеләр ҙә, ҡаршылағы бүлексә ауырыуҙары ла ошонда ине. Иламаған кеше ҡалманы. Мәрзиә килен менән мин, ике илаҡ, бөтәһенән дә уҙҙырҙыҡ. Ә ҡурайсы, һыҙланыуҙарын да онотоп, уйнаны ла уйнаны... Бер ваҡыт бөтәбеҙҙе лә палатанан ҡыуып сығара башланылар. Тиңһеҙ моңға әсирләнеп, беребеҙ ҙә ҡустымдың баҡыйлыҡҡа күскәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Ә бит ҡурай тауышын һаман ишетә һымаҡ инек...

Әсәйем бик йор һүҙле, шәп хикәйәсе ине, әлбиттә, мин бында ул һөйләгәндәрҙе үҙем хәтерләгәнсә, әммә нисек булған – шулай яҙҙым.

Был хәлгә бик күп йылдар уҙҙы. Ләкин һуңғы һулышына тиклем ҡурай моңонан айырылмаған Ташбулат ағай онотолмай...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА 

Читайте нас: