Медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре һәм күңелдән сыҡҡан яҡшы теләктәр килеүен дауам итә. Бөгөн шуларҙың бер-икеһе менән танышайыҡ.
“Һуңғы осор беҙҙең өсөн еңелдән булманы. Коронавирус инфекцияһының таралыуы, сикләүҙәр көсөргәнеш тыуҙырҙы. Хәүефле сир беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Көтмәгәндә мәкерле вирусты йоҡтороп, Зубов ҡасабаһындағы йоғошло ауырыуҙар госпиталенә килеп эләктем.
Бик ауыр хәлдә инем, әллә күпме хроник сирҙәрем бар. Мине госпиталдә йылы ҡаршыланылар, ошондай ҙа иғтибарлы ҡараш булыр тип һис көтмәгәйнем. Әйтерһең дә, сит илдәге ҡиммәтле дауаханала дауаланам, барыһы ла яңы, палаталар таҙа. Ә шәфҡәт туташтары, минут һайын тигәндәй хәлемде белешеп, тейешле процедураларын йәһәт кенә башҡара, температураны үлсәй, энә ҡаҙай.
Табиптар Г. Мирсаяпова һәм Д. Семенованың профессионаллеге, кешеләрсә мөнәсәбәте мине шулай тиҙ һауыҡтырғандыр. Бындай яҡшы мөнәсәбәт бер миңә ҡарата ғына булғандыр, тип уйлай күрмәгеҙ, бөтә ауырыуҙар ҙа уларҙың йылы ҡарашын тойоп, ярҙам итәсәктәренә ышанып ятты.
Палатала дауаланған дүрт пациент та ошо аҡ халатлы фәрештәләргә сикһеҙ рәхмәтле булғандыр, тип уйлайым. Барыбыҙ ҙур өмөттәр бағлап көтөп алған Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ, тик әлегә ковид-госпиталдәр хеҙмәткәрҙәренә ял итергә форсат юҡ. Мин уларға көс еткеһеҙ хеҙмәттәре өсөн рәхмәтемде белдерәм, быйыл бары уңыштар ғына насип булыуын теләйем. Һаулыҡ, именлек һеҙгә!” – тип тамамлаған хатын А.В. Кулагин.
Факкаровтар ғаиләһе лә ошо бүлексә табиптарына – мөдир Дарья Владимировна Семеноваға, табиптар Роберт Дамир улы Мөхөтдиновҡа, Гөлшат Тәфтизан ҡыҙы Мирсаяповаға, Лина Марат ҡыҙы Хисамоваға, тынғыһыҙ шәфҡәт туташтарына, егәрле санитаркаларға оло рәхмәттәрен белдергән. “Беҙ уларҙың йөҙҙәрен дә күрә алманыҡ. Шундай ауыр шарттарҙа ла кешелек сифаттарын һаҡлаған, һынмаған, ҡыйыу эш иткән, ярҙамсыл медицина хеҙмәткәрҙәренең һәр береһе һоҡланғыс. Үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, кешеләр һаулығы өсөн көрәшкән аҡ халатлыларҙың һөнәрҙәренә тоғролоғо хөрмәт тыуҙыра”, – тип яҙа улар.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.