Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ҡарамағында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан эвакуацияланған граждандарға йәмәғәт башланғысында ярҙам штабы эшен дауам итә.
Өфөнән өлкән йәштәге ирекмән Зимфира Дәүләтова элегерәк тә пунктҡа ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн аҙыҡ-түлек, кейем-һалым тапшырған. Штаб эшендә ярҙам кәрәк булыуы тураһында белгәс, пенсионер ҡатын “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмән штабына ҡушылырға ҡарар иткән.
“Партия штабына бер нисә тапҡыр килдем. Яңы кейем, аҙыҡ-түлек, урын кәрәк-ярағы тапшырҙым, – ти Зимфира ханым. – Хаҡлы ялға сыҡҡас, буш ваҡытта бында килеп, ярҙам күрһәтергә булдым. Беҙ әйберҙәрҙе ҡумталарға бүлеп һалып, тапшырыуға әҙерләйбеҙ. Бында күптәр йөрөй, көнкүреш техникаһы, канцелярия тауарҙары алып киләләр. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Тыуған еренән алыҫта, йортһоҙ-торлаҡһыҙ ҡалған ватандаштарыбыҙ өсөн бик борсолам”.
Ҡатын шулай уҡ әхирәте Лена Оленичеваға ла ошо эш тураһында һөйләгән. Хәҙер улар ирекмән эшмәкәрлеге менән көн дә шөғөлләнергә ниәтләй.
“Өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың ярҙамға ашығыуы - ҡыуаныслы хәл. Уларҙың был ғәмәле күптәргә өлгө булып тора, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмән үҙәге кураторы Раил Әҙиәтуллин. – Беҙҙең ирекмәндәр колл-үҙәктә лә, әйбер йыйыу пункттарында ла көн һайын эшен дауам итә”.
Мәғлүм булыуынса, республиканан Донецк һәм Луганск республикалары халҡына 75 тонна гуманитар ярҙам тапшырылған. Киләһе аҙнала йәнә бер колонна юлға сыға. Гуманитар ярҙам Йәмәғәт башланғысында ярҙам штабында (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17), шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй”ҙең 63 урындағы бүлексәһендә ҡабул ителә.
Фото: bashkortostan.er.ru/activity/news
Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru/activity/news