Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2022, 13:20

Ғаризалар ҡабул ителә

Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында Башҡортостан Башлығы гранттарына ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башлай.

Ғаризалар ҡабул ителә
Ғаризалар ҡабул ителә

14 марта республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан Башлығы гранттарына беренсе конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башлай.

Уларҙы һигеҙ йүнәлеш буйынса бирергә мөмкин:

  • «Фән һәм мәғариф»
  • «Граждандарға социаль ярҙам һәм яҡлау»
  • «Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау»
  • «Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи иҫтәлекте һаҡлау»
  • «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәнлектәр өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм уларҙы һаҡлау»
  • «Милләт-ара һәм дини-ара татыулыҡты һаҡлау»
  • «Граждандар хоҡуғын, граждандар йәмәғәте институттарын яҡлау»
  • «Сәләмәтлекте һаҡлау, сәләмәт тормош рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау».

Конкурс бюджеты  90 миллион һәм тәшкил итә. Конкурсҡа ғаризалар  https://грантыглавы102.рф/ сайтында ҡабул ителә. Быны 12 апрелгә тиклем эшләргә мөмкин.

Фондтың генераль директоры  Люциә Сәйфуллина әйтеүенсә, 2020-2021 йылдарҙа грант ярҙамын 258 проект алған, уларҙың дөйөм суммаһы 380 миллион һум тирәһе тәшкил итә.

Проекттарҙың йүнәлеше һәм тематикаһы, конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, грант биреү шарттары һәм тәртибе тураһындағы ентеклерәк мәғлүмәт https://грантыглавы102.рф/ сайтындағы “Документтар” бүлегендә бирелгән.

Белешмәләр өсөн телефондар: + 7 903 311 69 37,  + 7 967 453 9272

Фото рәсми сығанаҡтан.

 

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: