11 мартта республика етәксеһе Радий Хәбиров Instagram (инстаграм) селтәренән китеүе тураһында яҙҙы. Бында ул бер нисә йыл дауамында яңылыҡтар менән бүлеште, шулай ҙа сәхифәһен ябырға тип ҡәтғи ҡарар ҡабул итте.
“Бер нисә йыл һеҙҙең менән булдым, эшем тураһында һөйләнем. Әммә беҙҙең хәрбиҙәрҙе үлтерергә саҡырған был майҙансыҡта башҡаса бер ни ҙә тотмай, тип иҫәпләйем. Һәр айыҡ аҡыллы кеше шулай эшләргә тейешенә иманым камил”, - тип яҙҙы ул.
Республика хөкүмәте лә Instagram һәм Facebook селтәрҙәрен файҙаланыуҙан туҡтаны, чиновниктар, депутаттар, район-ҡала башлыҡтары ла уларҙан баш тартты.
Бөтә ил буйлап был майҙансыҡтарҙы власть органдары, билдәле мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре, йәмәғәтселәр, ябай ҡулланыусылар ташлап китә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Meta компанияһы ошо селтәрҙәрендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын физик юҡ итеүгә өндәгән саҡырыуҙарға тыйыуҙы алып ташлағайны. Берләшкән милләтттәр ойошмаһы кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоуҙы күрһәткән был ҡырағай ваҡиғаны “кеше хоҡуҡтары һәм гуманитар хоҡуҡтарға ҡағылышлы халыҡ-ара закондарға ҡарата билдәле бер хәүеф тойғоһо уятҡан” “бик ҡатмарлы һорау” тип билдәләне.
Рәсәй Генпрокуратураһы Meta компанияһын экстремистик ойошма тип таныуҙы һораны һәм Роскомнадзорҙан Инстаграмды сикләүҙе талап итте.
Мәғлүмәт: Башинформ.
Иллюстрация - ирекле сығанаҡтарҙан.