Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2022, 11:00

Баймаҡта "Эшсе ҡатын-ҡыҙ һәм эшсе ир-егет" конкурсы үтте

"Эшсе ир-егет - 2022" исеменә Баймаҡ ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһынан Данил Сафиуллин  һәм "Эшсе ҡатын-ҡыҙ - 2022" исеменә Баймаҡ ҡалаһының "Күбәләк" балалар баҡсаһы логопеды Илүзә Үтәғолова лайыҡ булды!

Баймаҡта "Эшсе ҡатын-ҡыҙ һәм эшсе ир-егет" конкурсы үтте
Баймаҡта "Эшсе ҡатын-ҡыҙ һәм эшсе ир-егет" конкурсы үтте

Баймаҡ районының йәштәр эштәре буйынса комитеты районда иң әүҙем эшләгән ойошмаларҙың береһе. Улар тарафынан ойошторолған төрлө саралар район йәштәре араһында һәр саҡ ҙур аншлаг менән үтә. Бына инде бер нисә йыл рәттән "Эшсе ир-егет һәм эшсе ҡатын-ҡыҙ" район һөнәри конкурсы матур бер традицияға әүерелде. Быйыл да был конкурс Баймаҡ районының 12 йәш, әүҙем, тырыш, үҙ эшенең оҫталарын берләштерҙе.

Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Баймаҡ районының йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Заһит Ғүмәров әйтеүенсә, дүрт этаптан торған конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең һөнәри белемдәрен, һәләттәрен күрһәтеп, төрлө һорауҙарға яуап биреп, теге йәки был ситуациянан сығыу юлдарын эҙләгән һәм тәжрибә серҙәре менән уртаҡлашҡан.

Жюри ҡарары буйынса "Эшсе ир-егет - 2022" исеменә Баймаҡ ҡалаһы үҙәк ҡала дауаханаһынан Сафиуллин Данил һәм "Эшсе ҡатын-ҡыҙ - 2022" исеменә Баймаҡ ҡалаһының "Күбәләк" балалар баҡсаһы логопеды Үтәғолова Илүзә лайыҡ тип табылған. Башҡа конкурсанттарға I, II, III дәрәжә дипломдары, номинациялар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылған.

Һис шикһеҙ һәр конкурсант үҙ эшенең оҫтаһы тип танылған һәм конкурс барышында үҙҙәрен һынатмаған.


Фото һәм сығанаҡ: Баймаҡ районының йәштәр комитеты сайтынан.

Баймаҡта "Эшсе ҡатын-ҡыҙ һәм эшсе ир-егет" конкурсы үтте
Баймаҡта "Эшсе ҡатын-ҡыҙ һәм эшсе ир-егет" конкурсы үтте
Баймаҡта "Эшсе ҡатын-ҡыҙ һәм эшсе ир-егет" конкурсы үтте
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: