“Аҡман-тоҡман – алты көн, алты айҙан да ҡаты көн”, - тигән халҡыбыҙ. Һуңғы көндәрҙә Баймаҡ тарафтарында ла көслө бурандар үтте.
Мәҫәлән, йома һәм шәмбелә ҡоторған ҡарлы буран ҡайһы бер урындарҙа өсәр метрлыҡ көрттәр һалған. Был хаҡта Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев та социаль селтәрҙә яҙҙы.
“Аҡман-тоҡман – яҙға күсеүҙе хәбәр иткән ҡарлы буран. Март бурандары үтмәйенсә, ысын яҙ килмәй, тип һанала”, - тип яҙҙы ул.
Әлеге буран мәлендә ҡаланың Кәкре ауыл тип аталған өлөшө, Көньяҡ биҫтәһе айырыуса көслө ҡар тотҡононда ҡалырға мәжбүр булған.
Баймаҡтың коммуналь хужалыҡтарына әлеге көндәрҙә юғары әҙерлек режимында эшләргә тура килгән. “Буран мәлендә елдең тиҙлеге секундына 16 метрға етте. Күп кенә урамдар халҡы юлһыҙ ҡалды. Әле юлдар таҙартылған, хәрәкәт штатлы режимға ярашлы ойошторолған”, - тип яҙҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Фотолар: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.