Алдан хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел республиканан Донецк һәм Луганск республикалары халҡына 75 тонна гуманитар ярҙам тапшырылды. Әле Башҡортостандан тағы ла икенсе тапҡыр гуманитар ярҙам ебәреү буйынса ылау йыйыла. Был изге эшкә Хәйбулла халҡы ла ҡушылды. Был хаҡта район хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙҙы.
"Хәйбулла районында йәшәүселәр ауыр тормош хәленә тарыған Донбасс халҡы өсөн 2,5 тонна гуманитар ярҙам йыйып, билдәләнгән пунктҡа ылау итеп оҙатты. Төбәктең ойошма, учреждение һәм предприятиелары аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ туплауҙан ситтә ҡалманы. Айырыуса крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҙур әүҙемлек күрһәтте. Бигерәк тә был изге ғәмәлгә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әғлиулла улы Юламановтың да үҙ өлөшөн индереүе иғтибарға лайыҡ.
-Дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индереүселәргә ҙур рәхмәт! Йорт-илдәр тыныс торһон!" тигән Рөстәм Динислам улы.
Фото һәм сығанаҡ: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.