Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2022, 20:00

"Кәләштең шәбен эләктергәнһең!"

Зариф Байғусҡаров ҡатынына ниңә рәхмәт әйтә?

"Кәләштең шәбен эләктергәнһең!"
"Кәләштең шәбен эләктергәнһең!"

Бөгөн өлгөлө милләттәштәребеҙ – Гөлназ Ҡолһарина менән Зариф Байғусҡаровтың ғаилә ҡороуына 24 йыл. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

"Теүәл 24 йыл элек, 1998 йылдың 14 мартында, беҙҙең туй көнөндә, бөгөнгөләй ҡояшлы һәм һалҡын ине. Милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскә һалғанда сағыу ҡояш һәм дә һыуыҡ булғанын иҫләйем.

Ә бөгөн минең балалар ҙур инде: ҡыҙым Гәлсәр һәм улым Урал. Гөлназ иһә 24 йыл элекке кеүек үк йәш, дәртле, "Тамыр"ҙа эшләй, Башҡортостан балаларында туған халҡы теленә, йолаларына һөйөү тәрбиәләү менән шөғөлләнә.

Рәхмәт һиңә, Гөлназ, Гәлсәр һәм Урал өсөн, яҡты, ижади хеҙмәтең өсөн!"

Был пост халыҡты битараф ҡалдырманы. Байғусҡаровтарҙың татыу ғаиләһенә ҡарата "Матур пар!", "Кәләштең шәбен эләктергәнһең!", "Үҙең дә шәпһең былай", "Эйе шул, йылмайыуҙары үҙҽ ни тора. Икҽһҽ лә матурҙар бит!", "Кейәү ҙә, кәләш тә матур! Бәхетле ғаилә тормошо!" тигән матур теләктәр, һүҙҙәр яҙалар.

Беҙ ҙә рухлы, өлгөлө башҡорт ғаиләһенә уңыштар, именлек теләйбеҙ.

Фото Зариф Байғусҡаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

"Кәләштең шәбен эләктергәнһең!"
"Кәләштең шәбен эләктергәнһең!"
"Кәләштең шәбен эләктергәнһең!"
"Кәләштең шәбен эләктергәнһең!"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: