Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2022, 19:00

“Улар мәғлүмәт һуғышы ҡоралына әүерелде”

"Беҙ был мәғлүмәт һуғышында әлегә отолабыҙ. Отолабыҙ, сөнки..."

“Улар мәғлүмәт һуғышы ҡоралына әүерелде”
“Улар мәғлүмәт һуғышы ҡоралына әүерелде”

Профессор, Өфө дәүләт нефть техник университетының социаль һәм сәйәси коммуникациялар кафедраһы мөдире Эдуард Гәрәев  иҫәпләүенсә, танылған Facebook һәм Instagram селтәрҙәре мәғлүмәт һуғышының етди ҡоралына әйләнде. Украиналағы махсус операция барышында был селтәрҙәрҙең сәйәсәте яңынан яҙылды: рәсәйҙәргә ҡарата ирекһеҙләүгә йүнәлтелгән саҡырыуҙар рәсми рәүештә рөхсәт ителде.

“Был селтәрҙәрҙе аралашыу һәм фотоһүрәттәр һалыу өсөн генә ҡулланыла тип уйлау - бер ҡатлылыҡ, хәҙер ул ҡеүәтле, агрессив, яуыз, ә иң мөһиме - этика менән дә, ҡағиҙәләр менән дә, илдәр закондары менән дә иҫәпләшмәүсе сәйәсиләштерерлгән көс. Улар мәғлүмәт һуғышының төп ҡоралдарына әүерелде, – ти профессор. – Һәм беҙ был мәғлүмәт һуғышында әлегә отолабыҙ. Отолабыҙ, сөнки беҙҙә техник ресурстар юҡ. Күп осраҡта уларҙы контролләмәйбеҙ. Meta платформаһын блокировкалау законлы күренеш, сөнки донъялағы әлеге хәл һәм Көнбайыш тарафынан Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән мәғлүмәт һуғышы беҙҙе төп халыҡ-ара онлайн-платформалар бер үк ваҡытта һуғыш яланы ла, ҡорал да булған ысынбарлыҡҡа алып килә”.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Facebook ваҡытлыса үҙ ҡулланыусыларына “Азов” неонационалистик украин батальонын (Рәсәйҙә тыйылған ойошма) күккә күтәреп маҡтарға рөхсәт итте. Хәҙер ул беҙҙең ватандаштарыбыҙҙы үлтереүгә саҡырыуҙарҙы рөхсәт итә. Һөҙөмтәлә Роскомнадзор һәм Генпрокуратура селтәрҙәрҙе блокировкалау тураһында ҡарар ҡабул итте: тәүҙә - Facebook, ә 14 марттың төнөндә – Instagram.

Digital-проекттар буйынса белгес Елена Арямнова әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә “Бәйләнештә” селтәре аудиторияһын арттырған. Ул бөтә функционалдарға ла эйә,  борсолорға урын юҡ.

Фото: regnum.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в