Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2022, 20:30

"Ауыр хәлдә ҡалғанда ла, ярҙам һорарға тартыналар"

- Пенсияһының төп өлөшө дарыуға киткәнгә күрә, уның аҙыҡ-түлеккә аҡсаһы етмәй.

"Ауыр хәлдә ҡалғанда ла, ярҙам һорарға тартыналар"
"Ауыр хәлдә ҡалғанда ла, ярҙам һорарға тартыналар"

Өфөлә ирекмәндәр көн һайын мохтаждарға дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек ташый. Ишле ғаиләләрҙән, өлкән йәштәге яңғыҙ кешеләрҙән, инвалидтарҙан “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағындағы “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенә мөрәжәғәттәр байтаҡ була.

Әүҙемсе Венера Леконцева ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән пандемия башланғандан шөғөлләнә. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай биргән автомобилдә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ташый.

“Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр араһында яңғыҙ пенсионерҙар һәм инвалидтар, ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр күп. Ҡайһы берәүҙәр ауыр хәлдә ҡалғанда ла ярҙам һорарға тартына, – ти Венера Леконцева. – Ярҙамға һөйөнгән кешеләрҙең рәхмәте миңә көс-ҡеүәт өҫтәй”.

52 йәшлек Венера Леконцева Республика йәштәр үҙәгендә уҡытыусы булып эшләй. Уның Федор һәм Артем исемле ике улы бар. Ҡатын әйтеүенсә, уның кешеләргә ярҙам итеү теләген балалары ла хуплай.

Бөгөн ирекмән 61 йәшлек Ольга Молотоваға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырҙы. Ольга Молотова әйтеүенсә, пенсияһының төп өлөшө дарыуға киткәнгә күрә, уның аҙыҡ-түлеккә аҡсаһы етмәй. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ирекмәндәренә рәхмәт. Минең өсөн был бик кәрәкле һәм мөһим ярҙам”, – ти ул.

Венера Леконцева шулай уҡ Өфөнән Мария Лысухинаға ла тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәр тапшырҙы. 41 йәшлек ҡатын - беренсе төркөм инвалиды. Ул яңғыҙ йәшәй, туғандары, яҡындары юҡ. Ул да ирекмәнгә ихлас рәхмәт әйтте. “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем. Һәр саҡ ярҙам итәһегеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт”, – тине Мария.

Колл-үҙәккә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 номеры буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин.

Фото: bashkortostan.er.ru

Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: